Эшкә яңыса ҡараш бар

Районыбыҙҙағы Маҡар урман хужалығы – республикала үҙенсәлекле предприятиеларҙың береһе. 86 йыл тарихы булған хужалыҡ төбәктә иң уңышлылар иҫәбендә килә. “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектына ярашлы, былтыр республиканың Урман хужалығы министрлығына ҡараған предприятиеларға ҡеүәтле техника тапшырылды. Маҡар урман хужалығы ла әлеге программа буйынса бөтәһе 46,5 миллион һумға торошло техника алды.

Улар араһында һабан, культиватор, кәҫ аҡтарыу кеүек урман тергеҙеү техникаһы, “Беларусь-82.1” тракторы, тағылма, ҡыуаҡ ҡырҡҡыс, ағас әҙерләүгә тәғәйенләнгән “Харвестер Амкодор 2521”, “Форвардер Амкодор 2662-01” кеүек ҡеүәтле сит ил автомобилдәре бар. Диләнкәләргә яңы техниканың килеүе хужалыҡтың күрһәткестәрен яҡшыртыуға булышлыҡ иткән. Маҡар урман хужалығында, ошо ҡеүәтле техникала үҙебеҙҙең халыҡ эшләүе лә ҡыуандыра.

– Алынған техниканың етештереү ҡеүәте бик юғары. Беҙҙә урман ҡартайған, түбән сортлы ағастар күп. 900 мең кубометрҙан ашыу ағасы булған һәм ҡырҡыу өсөн билдәләнгән диләнкәләр бар. Таҙартҡан диләнкәләрҙә яңы урман ултыртасаҡбыҙ, үҙебеҙҙең питомник булыуы был эштә ҙур ярҙам. 22,3 гектар майҙанды биләп торған питомникта ҡырҡҡа яҡын ағас һәм емеш-еләк сорты үҫтерәбеҙ, - ти Маҡар урман хужалығы директоры Сәлим Хафизов. Баҙар иҡтисады шарттарында үҙҙәрен йүнсел, булдыҡлы итеп танытҡан предприятие хеҙмәткәрҙәренә артабан да уңышлы эшләргә булһын.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей