Эшем эш булһын, тиҙәр...

Йөрөгән аяҡ мал табыр, ятҡан аяҡ ял табыр, тип белмәй әйтмәй халыҡ. Әтек уңғандары, КФХ етәксеһе Гүзәл  менән уның хәләле Альбертҡа ғына төбәп әйтелгәндәй был һүҙҙәр – бик матур, уңған ғаилә, тип ҡылыҡһырлаһалар ҙа, өйҙәрендә тәл итеү ошоғаса насип булманы.

Бәй, 25 баш һыйыр малы, 5-6 баш йылҡы тотҡан хужаларҙың өй йылыһында иҙерәп ултырырға ваҡыт ҡыналары юҡ -  крәҫтиән “аяғың тәп итһә генә ауыҙың сәп итә” тигән мәҡәл-девиз буйынса йәшәй.

Бөгөн булһа 4-5  баш һыйырын һауып, шуны Иҫке Собханғолға алып барып һатыу менән булған хужабикә Гүзәлдең эше тауыҡ сүпләһә лә бөткөһөҙ. Әммә  ул үҙенең тәбиғәттән булған тырышлығы, ҡанына һеңгән әрһеҙлеге, ҡара эшкә барымлығы менән барыһына өлгөрә: малдары көрлөгөнән уйнаҡлап тора, аҡтың тамсыһын да әрәм итмәй, хан һарайындай өйөн ҡурсаҡтай итеп тота, иренә – терәк, балаларына – кәрәк.

- Йәйге мул һөт осоронда таңғы дүрттән-биштән тороп йүгерәм, төнгө берҙә генә ятам. Бөтә эшеңде үҙең эшләйһеңме ул, тиҙәр, аптырап. Мал яратам мин, мал йәнлемен – шулар араһында ҡайнап йөрөүҙе хуп күрәм, күңел тыныслығы табам. Әле бына ҡышҡы эш кәмегәнерәк осорҙа бер аҙ магазинда һатыу иткәйнем, бер ай торҙом саҡ. Юҡ, булмай, мин әйтәм, малдарым һау булһын.

Әле күп һыйырҙар һыуалғас, литр ярымлыҡ 12-14 шешә һөттө райүҙәктәге үҙемдең даими һатып алыусыларыма көн аша  алып барам. Йәй аҙнаһына ике барам: ҡаймаҡ, май, эремсек, ҡорот, ҡыҫҡаһы, һөттән нимә сыға – бөтәһен дә эшләйем һәм һатам. Бөгөн булһа ҡаймаҡ бороп ашайбыҙ, магазиндан шәкәр, он, тоҙҙо ғына һатып алам, - ти икән Ҡотан һылыуы Гүзәл, уның һүҙҙәре йәшәйешенә  һәм булмышына тап килә.

Өй хужаһы ла төшөп ҡалғандарҙан түгел – 8х9 ҙурлығындағы йорттарына төкәтмә төкөтөп, ҡатынына ҡала йорттарындағы һымаҡ кнопкаға баҫып йәшәү шарттары тыуҙырған Альберт Фәрит улы.

Еренә үлән сәсеп, шул арҡылы малына ҡыш сығырлыҡ бесәнде һәүетемсә эшләп ала ул уландары менән.

Вилдандары әрменән һуң тағы контракт төҙөп, Приморье крайында хеҙмәт итә. 11-се класта уҡыусы Фидан – ат ене ҡағылған егет. Һабантуйҙарҙа, ҡышҡы ат ярыштарында гел призлы урындар алып йөрөй. Былтыр республика күләмендә үткән “Ылаҡ” ярыштарында ла һынатмаған – район намыҫын лайыҡлы яҡлаған.

- Уҡып бөтәм дә, атайыма ярҙам итәм, ти ҙә ҡуя, ҡырға китергә иҫәбе юҡ Фидандың, - ти әсә.

Бик хуп, бөтә кешегә ҡырға сығып китергә тимәгән, атай нигеҙе ҡотон һаҡлаусы, ергә ерегеп мал аҫыраусы алмаш та кәрәк!

Эйе, сәғәткә ҡарап эшләмәй ауыл кешеһе, әммә уның буй һоноп ятырлыҡ ваҡыты юҡ – малды ла мал итеп ҡараһаң ғына үрсем, килем бирә.

Ошоно төптән аңлап, эштәренә мөкиббән бирелеп, донъяһын теттереп көтә Сәлиховтар - Әтек уңғандары.

А. Рәжәпова.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей