Эш булһа, халыҡ ситкә китмәй

                                    Матур һөйләп, ҡул ҡаушырып ултырырға ярамай.

             Республикала йыл башында халыҡ һаны 4 051 333 кеше тәшкил иткән, уларҙың 1 530 525-е ауыл ерендә йәшәй. Былтырғы йыл менән сағыштырғанда, ҡала халҡының иҫәбе әллә ни үҙгәрмәгән, ә бына ауылдарҙа кеше һаны

             10 744-кә кәмегән. Объектив һәм субъектив сәбәптәрҙең иң мөһимдәре эшһеҙлеккә, ҡулайлаштырыу осоронда ауылдарҙа балалар баҡсаһы, мәктәп, юлдарҙың ябылыуына бәйле. Заман башҡа – заң башҡа, тигәндәй, хәҙерге йәштәр яҡшы юл һалынған, һыу, электр үткәрелгән, ғөмүмән, инфраструктура үҫешкән биләмәләрҙә төпләнергә тырыша. Бөгөн иһә уларҙы тәпәй баҫҡан ергә ҡайтарыу өсөн ил етәкселегенә бик күп көс түгергә тура килә.

                                         Һыуыҡҡул үҙенә тартты

            Шул уҡ ваҡытта республикала башҡаларға өлгө булырлыҡ уңайлы шарттар тыуҙырылған, үҫешкән ауылдар ҙа етерлек. Ундай уңайлы ауыл биләмәләре Дүртөйлө районында ла бар. Иң яҡшылары менән танышырға теләк белдергәс, район хакимиәтендә “ҡайһыһын күрһәтергә икән?” тип тиҙ генә һайлай алмай юғалып ҡалдылар. Беҙ инде был юлы Һыуыҡҡул ауыл биләмәһен иңләргә ҡарар иттек.

             Был ауыл биләмәһенең майҙаны 7070 гектар тәшкил итә, уға биш ултыраҡ ҡарай. Әле унда 737 хужалыҡ теркәлгән, 1623 кеше иҫәпләнә. Биләмә халҡы төрлө милләтле булыуы менән үҙенсәлекле: башҡорт, татар, урыҫ, мари кеүек төрлө милләт вәкилдәре бер-береһе менән ҡулға-ҡул тотоношоп, матур ғүмер кисерә.

             Һыуыҡҡул биләмәһендә инфраструктура ла үҫешкән: юлдарҙың 90 процентына асфальт түшәлгән, биш ауылға ла газ үткән.

             – Һәйбәт кенә йәшәйбеҙ. Беҙҙең төп бурыс – халыҡ менән эшләү. Мәсьәләләрҙе ауылдаштар менән килешеп хәл иткәндә генә уңышҡа өлгәшергә мөмкин. Яңыраҡ дөйөм йыйылыш уҙғарҙыҡ, – тип ҡаршыланы беҙҙе хакимиәт башлығы Радик Ямаев.

             Радик Рифҡәт улы районда ауыл хакимиәте башлыҡтары араһында иң тәжрибәлеләрҙән иҫәпләнә. Сығышы менән Борай районынан булһа ла, йәштән Дүртөйлө төбәгендә төпләнеп, урындағы халыҡтың яҙмышын уртаҡлашып йәшәй.

             Бөрө дәүләт педагогия институтын тамамлаған йәш белгесте юллама буйынса Таймырҙа ауылына уҡытырға ебәрәләр. Аҙаҡ иһә 23 йәшендә генә Түбәнге Аташ мәктәбенә директор итеп тәғәйенләп тә ҡуялар. Артабан Һыуыҡҡул, Исмаил мәктәптәренә етәкселек итә, район хакимиәтенең мәғариф бүлегендә эшләй, “Ленин” колхозы рәйесе урынбаҫары була, ә 2011 йылда ауыл хакимиәте башлығы итеп һайлана.

             – Уйламағанда тәғәйенләнеләр, йәш саҡта ла тәҡдим иткәйнеләр, баш тартып килдем. Хәҙер инде туғыҙынсы йыл ошо йөктө тартам. Хакимиәттә биш кеше эшләй. Эштәр идарасыһы Регина Әхмәҙиева муниципаль өлкәлә 15 йыл хеҙмәт итә. Беренсе категориялы белгес Илфидә Кәримова, йәш булһа ла, халыҡ менән дә тиҙ уртаҡ тел табып, бында ерегеп китте. Эшебеҙ тынғыһыҙ, көтөлмәгән хәлдәр килеп тыуһа, төн уртаһында ла йүгереп сығып китәм. Кәрәк саҡта кеҫә телефонына ла шылтыралар, – ти Радик Рифҡәт улы.

                                         Старосталарһыҙ булмай...

             Һуңғы ике йылда биләмәлә ялған спиртлы эсемлек һатҡан өс кешене фашлап, штраф һалғандар. Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыуҙы ойоштороу буйынса ла эш алып барыла, ауылдарҙа контейнерҙар ҡуйыла.

             – Ауылда тәртип урынлаштырыуға старосталар ҙур өлөш индерә. Улар ярҙамында өмәләр ойошторола, зыяраттар таҙартыла. Старосталар ауылдағы тәртип торошо тураһында хәбәр итеп тора, шунһыҙ булмай. Биш ауылдың да старостаһы намыҫлы эшләй. Беҙҙә халыҡ таҙа йәшәргә тырыша, ер ҡарҙан әрселеү менән һәр кем эшкә ихлас тотона, ҡунаҡҡа йә ялға ҡайтҡандар ҙа өмәләрҙә әүҙем ҡатнаша, – ти башлыҡ.

             Биш ауылдың дүрт старостаһы хаҡлы ялда булһа ла, сәмләнеп бурыстарын атҡара. Һыуыҡҡулдан Флүт Нурҡаев тураһында ла әллә күпме йылы һүҙҙәр әйтерлек, ул – йәштәргә өлгө. Мәмәдәл ауылы старостаһы Альфред Фәхретдинов – иң олоһо, уға 75 йәш. Талапсан аҡһаҡал алдан башлап йөрөй, уны бөтәһе лә тыңлай. Үткен ауылы старостаһы Рәмил Арыҫланов та эшен бик ихлас алып бара. Былтыр улар “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамын матур итеп ойошторған. Йүкәлекүл ауылы старостаһы Альфред Шәйхелимамов клуб мөдире булып эшләй, шуға ла ул мәҙәни сараларҙа ла, йәмәғәт тормошонда ла берҙәй әүҙем ҡайнай. Былтыр Атһөйәр ауылы халҡы Илфат Ширәевте ошо вазифаға һайлап ҡуйған. Ул да, йәш булыуға ҡарамаҫтан, ауылдаштары араһында абруй ҡаҙанып, бик ихлас эшләп йөрөй.

                                    “Ленин” алға әйҙәй

             – Беҙҙә “Ленин” тоҡомсолоҡ заводы кеүек ҡеүәтле предприятиеның уңышлы эшләүе халыҡтың имен тормошона ҙур йоғонто яһай. Заводтың генераль директоры, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Альберт Дәүләтбаевтың тырышлығы менән хужалыҡты һаҡлап алып ҡалдыҡ. Эш булғас, халыҡ дәртләнеп тормош көтә, – ти хакимиәт башлығы.

             Ысынлап та, бөгөн был хужалыҡ 120-нән ашыу кешене эшле иткән, хеҙмәт хаҡын да ваҡытында түләй. “Ленин” тоҡомсолоҡ заводы, ауыл тормошонда әүҙем ҡатнашып, һыу үткәргестәрҙе һәм юлдарҙы ремонтлау, ҡышын юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу, зыяраттарҙы төҙөкләндереү, шәхси хужалыҡтарҙы мал аҙығы менән тәьмин итеү кеүек мәсьәләләрҙе хәл итеүгә үҙенең тос өлөшөн индерә.

             Хужалыҡтың үҙенең дә көндән-көн ҡеүәтләнә барыуы халыҡта киләсәккә ышаныс тыуҙыра. Бында тырыш, намыҫлы коллектив тупланған. Илфир Хәмиҙуллин кеүек уңған механизаторҙың Салауат Юлаев орденына лайыҡ булыуы ошо хаҡта һөйләй ҙә инде.

                        Яңы биҫтә барлыҡҡа килгән

             Һуңғы йылдарҙа Һыуыҡҡул ауылында яңы биҫтә барлыҡҡа килгән. Унда 70 ғаиләгә ер биләмәһе бирелгән. Әле биҫтәләге өс урамға ла электр уты һуҙылған, улар шулай уҡ төндә лә яҡтыртыла. Юлдарға ҡырсынташ түшәү дауам итә, һыу ҙа үткәреләсәк, йорттарға зәңгәр яғыулыҡ индереү проекты әҙерләнә.

             – Йәштәр ауылда ҡала. Ҡалаға, Себергә йөрөп эшләгәндәр ҙә бар. Район үҙәгенең яҡын булыуы ла беҙҙең биләмәләге ауылдар өсөн уңайлы, – тине Радик Рифҡәт улы.

                        Балалар хеҙмәткә өйрәнеп үҫә

             – Бөгөн мәктәптә балалар менән ҡайнап эшләй торған уҡытыусылар ғына ҡалды, – тип беҙҙе ҡаршыланы мәктәп директоры Ләйсән Нуретдинова.

             Һыуыҡҡул урта мәктәбендә дүрт ауылдан бөтәһе 135 бала белем ала. Уларҙы көн дә ике автобуста йөрөтәләр. Ләйсән Ғиниәт ҡыҙы директор вазифаһында былтыр ғына эшләй башлаһа ла, етәксе булараҡ тәжрибәһе ҙур: тәрбиәсе, уҡытыусы, Йүкәлекүл мәктәбендә – директор, Иванайҙа балалар баҡсаһы мөдире йөгөн тартҡан. Ғөмүмән, Ләйсән Нуретдинова ошо өлкәлә егерме биш йылға яҡын.

             Һыуыҡҡул мәктәбендә туған телдәрҙе уҡытыуға иғтибар ҙур. Башҡорт телен, дәүләт теле булараҡ, айырым өйрәнәләр.

             – Дүртөйлө районын шул тиклем маҡтанылар, бында килгәс, ишеткәндәрҙең буш һүҙ булмағанын үҙем тойҙом. Ысынлап та, районда ла, мәктәптә лә уңғандар эшләй. Район кимәлендә лә, бында ла башҡорт теленә иғтибар ҙур, – ти башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фәнилә Ғәлиева.

             Әлбиттә, 1967 йылда төҙөлгән мәктәп яңыртыуҙы талап итә. Уның ялтырап торған стеналары, түшәмдәре, йыһаздары булмаһа ла, бындағы уҡытыусылар тыуҙырған йылы мөхиткә балалар көн дә теләп килә.

             Белем усағында уҡыусыларҙа хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләүгә лә иғтибар ҙур. Мәктәптең ике гектар баҡса майҙаны бар. Унда йыл һайын төрлө-төрлө йәшелсә үҫтерәләр. Баҡсанан алынған мул уңыш мәктәптә туҡланыу хаҡын кәметеүгә лә булышлыҡ итә: әлеге мәлдә уҡыусылар көнөнә уртаса 15-әр һум түләй.

                “Ҡарлуғас”тың осорор ҡошсоҡтары бар

             Һыуыҡҡулдағы “Ҡарлуғас” балалар баҡсаһында бөтәһе 46 бала тәрбиәләнә. Ун кешенән торған хеҙмәт коллективына Рита Сәйетгәрәева етәкселек итә.

             – Балалар һаны бер аҙ кәмене, әммә был хәүефле тип әйтмәҫ инем, сөнки тотороҡлолоҡ һаҡлана. Мәҫәлән, 2012 йылда – 11 бала, 2018 йылда ун ике сабый тыуған. Йәштәр ауылда ҡала, тимәк, балалар донъяға киләсәк, – тине мөдир.

             Былтыр ауыл биләмәһе, “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында ҡатнашып, балалар баҡсаһының тәҙрәләрен яңыртыуға өлгәшкән.

             – Балалар ниндәй телдә аралаша? – тип ҡыҙыҡһынабыҙ.

             – Хәҙерге заман балалары русса һөйләшеп, текә булып ҡылана. Әлбиттә, уларға телевизор, компьютер кеүек заман технологияларының да тәьҫире ҙур. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, тәрбиә өйҙән башланырға тейеш. Ата-әсәләр ғаиләлә туған телдә аралашһын ине. Шулай уҡ туған телдәр буйынса балалар баҡсаһында дәрестәр индерергә кәрәк, – тигән теләктәрҙе ишеттек тәрбиәселәрҙән.

                                   Почта халыҡҡа кәрәк

             Һыуыҡҡул почта бүлексәһе балалар баҡсаһы менән бер бинала урынлашҡан. Унда 2016 йылдан бүлексә начальнигы булып Ләйсән Фәрхетдинова эшләй. Ул – һөнәре буйынса башланғыс кластар уҡытыусыһы.

             – Уҡытыусы булып эшләүем хәҙер яңы урында ярҙам итә. Урындағы халыҡтың күбеһен беләм, белмәгәндәре менән дә танышып бөттөк инде. Биш ауылды өс почта хеҙмәткәре хеҙмәтләндерә. Ауыл хакимиәте менән дә уртаҡ тел табып, бергә эшләйбеҙ, – ти Ләйсән Ғәлинур ҡыҙы.

             – Почта – ауыл халҡы өсөн кәрәкле учреждение. Бер ваҡыт, ике хеҙмәткәребеҙ хаҡлы ялға киткәс, кадрҙар менән ауырлыҡ булып алды. Әле Ләйсән матур итеп эшләп алып китте, намыҫлы белгес, шуға ла почтаның эшенән ҡәнәғәтмен, – ти хакимиәт башлығы Радик Рифҡәт улы.

                                   Бында халыҡ һәйбәт

             Һыуыҡҡул фельдшер-акушерлыҡ бүлеге дүрт ауылда йәшәгән 1070 кешене дауалай, шулай уҡ Йүкәлекүл ауылы балалары ла бында хеҙмәтләндерелә. ФАП-та ике кеше эшләй: мөдир Резеда Баһауетдинова һәм акушер Резеда Сәләхетдинова.

             – Беҙҙә бөтә шарттар ҙа бар. Интернет селтәренә тоташҡанбыҙ, компьютер ҙа бирҙеләр, ЭКГ аппараты ла ҡуйылды, “Промед” медицина системаһы аша бөтә пациенттар тураһында тулы мәғлүмәт алыу мөмкинлеге тыуҙырылды, – тип ҡаршыланы беҙҙе Резеда Фәнил ҡыҙы.

             Район үҙәгенән дә табиптар йыш килеп, диспансерлаштырыу үткәреп тора. Тиҙҙән фельдшерға электрон ҡултамға аша урында ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы асыу мөмкинлеге лә биреләсәк. Был иһә халыҡты киҫкен респираторлы-вируслы инфекция, киҙеү кеүек ауырыуҙар менән сирләгәндә, документ юллап, ҡала юлын тапауҙан азат итәсәк.

             Резеда Баһауетдинова үҙе Дүртөйлө ҡалаһынан йөрөп эшләй, әммә ул бер ҙә зарланмай, йәмәғәт тормошонда ла ҡатнашырға өлгөрә.

             – Бында эшләүемә һөйөнөп бөтә алмайым. Бурысыңды намыҫлы атҡарһаң, халыҡ һиңә хөрмәт менән ҡарай. Районыбыҙҙа беҙҙең хакимиәт башлығы кеүек ярҙамсыл кешеләр һирәк осрай. Радик Рифҡәт улы – ысын педагог, халыҡ менән эшләгән, кешенең хәленә инә белә. Беҙгә лә мохтажлыҡ тыуғанда автомобиль бирә, кәрәк урынға илтеп ҡуя, – ти Резеда Фәнил ҡыҙы.

             Яҡшы, яҡты тәьҫораттар алып, Радик Ямаев менән хушлашҡан саҡта ул былай тине: “Бөтә халыҡ менән берлектә үҙебеҙҙең тормошто матурыраҡ итеп йәшәргә тырышабыҙ. Ә хакимиәт башлығы иһә бөтәһе өсөн дә яуап бирә, шуға ла беҙҙең иңдә ҙур бурыс. Тормошта матур һөйләү генә етмәй, ә эшләй белергә лә кәрәк, ҡул ҡаушырып ултырырға ярамай. Әгәр кешенең яҡшы уйҙары бар икән, ул ҡасан дә булһа тормошҡа ашасаҡ. Мин шуға ышанам!”

 Автор: Рәмилә Мусина,  Башкортостан гәзите, Дүртөйлө районы.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей