Ерҙең хужалары - үҙебеҙ

Уңғандар ауылда ла ҡаланыҡынан һис кәм түгел шарттары, уңайлыҡтары булған йорттар һала, күпләп мал-тыуар, ҡош-ҡорт тота. Йәштәр ауылда ҡалмай, ауылда эш юҡ тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура, әлбиттә. Әммә ялҡау сәбәп эҙләгәнсе, йүнсел йүнен тапҡан, тигәндәй, тырыштар ҡайҙа ла матур тормош ҡорорға, донъя көтөргә тырыша. Берәүҙәр оҙон аҡса, бәхет эҙләп сит тарафтарға сығып киткәндә, үҙ еренең хужаһы булып, тыуған ауылында йәшәргә ҡалыусылар ҙа байтаҡ.

Шундай йәш ғаиләләрҙең береһе - Әбет ауылында йәшәүсе Илнур һәм Альбина Иҫәновтар. Ғаилә башлығы Өфө политехник техникумының Мәләүездәге филиалын тамамлаған. Һөнәре буйынса программист. Альбина - Һыртлан ауылы ҡыҙы, Мәләүез ҡалаһының 42-се лицейында ашнаҡсы-кондитер һөнәренә уҡыған. Шулай булһа ла, йәштәр тормош ҡороу өсөн ҡаланы һайламаған, ауылға ҡайтып төпләнергә ҡарар иткән.

2015 йылда өйләнешкән Илнур менән Альбина ла башҡалар кеүек, туйға төшкән аҡсаға сит илгә сығып ял итеп, донъя гиҙеп ҡайта алыр йә булмаһа аҡсаларын башҡа мәнфәғәттә лә файҙалана алырҙар ине, әммә йәштәр уны йорт күтәреү маҡсатына йүнәлткән. Өйләнешкәс, йәш пар Илнурҙың ата-әсәһе менән йәшәгән, унан инде башҡа сыҡҡан.

Йортто 2-3 йыл самаһы төҙөнөк, ти Иҫәновтар. Уны күтәреүҙә ата-әсәләренең, туғандарының ярҙамы ла күп була йәш ғаиләгә.

Илнур үҙе Илдар һәм Әлфиә Иҫәновтарҙың дүрт малайлы ишле ғаиләһендә үҫкән иң өлкән ул икән. Ауылда ла бына тигән итеп йәшәргә була тигән фекерҙә ғаилә башлығы. Ул үҙе “Иҫәнов” крәҫтиән-фермер хужалығында тракторсы-механизатор булып эшләй.

Альбина иһә ауыл китапханаһында эшләгән, әле 2 йәш ярымлыҡ Әҙилә ҡыҙҙары менән декрет ялында.

Йәштәрҙең ағас еҫе аңҡып торған иркен йорттарына килеп инеү менән күңелгә бары тик ауылға ҡына хас рәхәтлек яғылды. Бар бүлмәләрҙе бер итеп бәпәйҙәре йүгерә, аш бүлмәһендә тәмле еҫтәр сығарып аш ҡайнай. Күрә һәм аңлай белгән кешегә ошо үҙе үк бәхет түгелме ни?

Эшләйһе эштәр күп әле, ти Иҫәновтар. Ысынлап та, йортто тулыһынса эш итеп инер өсөн ваҡыт та, сығымдар ҙа талап ителә, өйгә өйөргә лә өйөргә, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр бит. Тик теләк, маҡсат һәм бер-береңде аңлап йәшәгәндә ундай ғына ҡыйынлыҡтарҙы йырып сығыу әллә ни ауыр ҙа түгелдер, моғайын.

Эйе, һәр ауылдың күрке - матур ғаиләләр. Тап улар ауылға йәм, ҡот биреп йәшәй. Тыуған ауыл, ер ҡәҙерен белеп, сәмләнеп, дәртләнеп донъя көтөп ятҡан ғаиләгә имен тормош, һәр башланғыстарында тик уңыштар юлдаш булыуын теләп, ҡайтыр юлға сыҡтым. Күңелдә йәш милләттәштәрем өсөн ғорурлыҡ тойғоһо уянғайны. Ысынлап та, ауылдарыбыҙ, еребеҙ яҙмышы тап Иҫәновтар кеүек рухлы, тырыш йәштәребеҙ ҡулында беҙҙең.

Л. Хәйруллина.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей