ЕР ҠӘҘЕРЛӘГӘНДЕ ЯРАТА

- Дым әҙ булғас, хужалыҡтар сәсеүҙе иртә башланы. Дөйөм алғанда, 48057 гектар майҙанда ярауай ашлыҡ сәсергә башҡарырға планлаш­тыр­ған­быҙ, шуларҙың 26301 гектары – иген куль­туралары. Шәкәр сөгөлдөрөнә кил­гәндә, әлегә план 85 проценҡа үтәлгән. Сәсеүҙе 25 майға тиклем тамамларға ниәт итәбеҙ, - ти Илдар Рәүеф улы.
Заман башҡа – заң башҡа. Аг­ра­рийҙар заман талаптары менән йәнәш атлай һәм культураларҙы төрләндереү йүнәлешен һайлап, юғары табыш бирә торғандарына ла өҫтөнлөк бирә. Былтыр, мәҫәлән, рапс, етен, гәрсис кеүек юғары маржиналь культураларҙың майҙаны 400 гектарҙа ғына сәселһә, быйыл улар тәр­биәләнәсәк майҙан 2700 гектар тәшкил итә.  Көнбағыш майҙаны ла арт­тырыл­ған, культура 7 мең гектарҙа сәселгән. Уның ҡарауы, шәкәр сөгөлдөрө майҙаны кәмей – быйыл ул 908 гектарҙа ғына үҫтереләсәк. 

Еребеҙҙең уңдырышлы бу­лыуы менән ғорурлана алабыҙ. Бел­гестәр әйтеүенсә, Сахай ауылы тирәһендәге ер республикала иң яҡшыһы. Хоҙай беҙгә баҫыу­сылыҡты үҫтерергә үҙе ҡушҡан. Былтыр 115 мең тонна иген йыйып алынды – был һуңғы 10 йылды сағыштырғанда, иң яҡшы күрһәткес. Аллаға шөкөр, аш­лыҡ­ҡа хаҡтар ҙа сағыштырмаса һәйбәт булды. Юғиһә 2017 йылды аграрийҙар мул уңыш алып, ке­ләт­тәрҙе иген менән тултырҙы-тултырыуын, әммә хаҡтар арзан булыу сәбәп­ле, иҡтисади яҡтан ота алманы. Быйыл баҙар шарт­тары ауыл эшсәндәре файҙаһына булыр, тигән ышаныстабыҙ, - тип дауам итә Илдар Рәүеф улы. - Әйткәндәй, киләсәктә аграрий­ҙар өсөн уңайлы шарттар артыр, тип уйлайым, сөнки  Ҡыр­мыҫ­ҡалы ауылында эре тирмән ком­п­лексын төҙөү план­лашты­рыла. Проект “Агрос­тартап” прог­рам­маһы сиктә­рендә тор­мошҡа ашы­рыласаҡ, был маҡ­сатта рес­публика һәм федераль бюд­жет­тан 70 миллион  һум ти­рәһе бүле­неү ҡаралған. Комп­лекс­та яҡшы он  тарттырып сы­ғарыу өсөн беҙ­гә уны сифатлы продукция ме­нән тәьмин итергә кәрәк. Яҡшы он сығарыр өсөн бойҙайҙың да һәйбәт сорты кә­рәк, әлеге ва­ҡыта Сахайҙа нәҡ шундайы үҫ­терелә. Киләсәктә башҡа хужа­лыҡтар ҙа шундайға күсә­сәк. 
Ауыл хужалығы идаралығы начальнигынан ужым куль­тура­ларының торошо менән дә ҡы­ҙыҡ­һындыҡ. Уның һүҙҙәренсә, былтыр көҙҙән ужым культу­ралары 15840 гектарҙа  сәселгән булған, шуның  6237 гектарын яңынан сәсеү талап ителә. Бой­ҙай уңышы нығыраҡ бирешкән -  һәләк булған культураларҙың 197 гектары ғына арыш тәшкил итә, ҡалғаны бойҙай.
- Һәр йылдағыса, мул уңыш­ҡа өмөттәр бағлайбыҙ. Һәр гек­тар ерҙе тейешенсә ҡарап, тәр­биә­ләгәндә, уңыш та көт­төрмәҫ. Мин үҙем сәсеүлек майҙанын арт­тырыу түгел, ә аҙ майҙанда ер­ҙе тәрбиәләп, ашла­малар инде­реп, еренә еткереп ҡарау яҡ­лы­мын. Юғиһә мөм­кин­лектәрен баһала­майынса, сәсеү майҙанда­рын арттырып, баҫыуҙарҙы тейе­шенсә ҡара­маусы хужалыҡтар ҙа юҡ түгел. Ерҙең ҡәҙерен белергә кәрәк. Ҡара тупраҡты хөрмәт итһәң, ул да ихласлығын йәл­ләмәй. Ер ергә ереккәнде ярата, тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Иң мө­һиме, ям­ғыр­ҙар ваҡытында яуып торһон, - тип һүҙен тамамланы Илдар Латипов.
Артабан беҙ “Урожай” йәм­ғиә­тенә йүнәлеп, уларҙың эше менән таныштыҡ. Бында ҡеүәт­ле сит ил техникаһы ҡолас йәйеп баҫыуҙы иңләй ине. Эштәр ме­нән Ҡырмыҫҡалы бүлеге бри­гадиры Азамат Байғусҡаров таныштырҙы.
- Әле хужалыҡ баҫыуҙарында 4  сәсеү комплексы эшләй. Эштәр тәүлек әйләнәһенә алып барыла. Ярауай арпа һәм бойҙай сәсеү яҡынса 90 процентҡа баш­ҡа­рыл­ған, 2-3 көндән эштәрҙе та­мам­лар­ға ниәт бар. Рапс һәм көн­ба­ғыш сәсеү тамамланды, әлеге ва­ҡыт­та химик утау башҡарыла, - ти ул. 
Ҡеүәтле техникаға Владимир Артамонов идара итә. Практика үтеп йөрөүсе Ауырғазы күп про­филле колледж студенты Егор Васильев иһә уның менән бергә мөһим эштең нескәлектәренә өйрәнә.  Ә водитель Айрат Фәй­зуллин Ка­мАЗ машинаһында орлоҡ һәм ашлама ташый. 
- Көндәр аяҙ булғанда, һәр сәғәтте һөҙөмтәле ҡулланып ҡа­лырға кәрәк. Хужалыҡтың май­ҙа­ны ҙур, шуға ла ваҡытында өлгө­рөргә кәрәк. Быйыл сәсеүҙе иртә башланыҡ. Баҫыуға ни тиклем иртә төшһәң, шунса отошло, тип уйлайым. Һуңынан көн торошо нисек булырын Аллаһы Тәғәлә генә белә, әллә ямғыр яуа, әллә юҡ. Шуға булған дымды фай­ҙа­ланып ҡалыу яҡшы, - ти егеттәр. 
Йомғаҡлап әйткәндә, хужа­лыҡ­тың эштәре көйлө бара. Иген­­селәрҙең дәрт-дарманы етер­лек. Тимәк, тырыш хеҙмәт­тең һөҙөмтәһе лә булыр. 
Эльнара Шаймарҙанова. 
Автор фотолары.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей