ЕР КЕШЕҺЕНӘ ҠӘҘЕР-ХӨРМӘТ

Үткән йома көндө районыбыҙҙа Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә, Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре һәм эшкәртеү сәнәғәте эшсәндәренең һөнәри байрамдарына арналған тантаналы саралар үтте. Унда Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, Ауыл хужалығы министрлығының аналитика бүлеге начальнигы Юлия Путятинская, район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов һәм башҡалар ҡатнашты.

Ике байрам уңайынан әҙерләнгән тантана Айсыуаҡ мәҙәниәт йортонда булды. Район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов, барыһын да байрам менән ҡотлап, үҙенең тәбрикләү һүҙҙәрен еткерҙе.

- Халыҡтар берҙәмлеге көнөн, Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре һәм эшкәртеү сәнәғәте эшсәндәренең һөнәри байрамдарын билдәләйбеҙ. Йола буйынса, үҫтерелгән уңыш йыйып алынғас, ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең еңел булмаған эштәренә байҡау яһай, матур байрам үткәрә. Барығыҙҙы ла байрам менән ҡотлайым. Һәммәгеҙгә лә тырыш хеҙмәтегеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Иҫәнлек-һаулыҡ теләйем, - тине Әхәт Йәүҙәт улы. Районыбыҙ халҡын байрам менән ҡотлап Зариф Байғусҡаров, Юлия Путятинская ла изге теләктәрен еткереп, уңыштар теләне. Артабан сараны дауам итеп район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Нәүғәт Хисмәтуллин һүҙ алды.

- Көйөргәҙе районының ауыл эшсәндәре тарафынан быйыл 65 мең тонна иген йыйып алынды. Йәнә май һығыр өсөн 22 мең тонна көнбағыш уңышы һәм 25635 тонна татлы тамыр йыйып алыныуы ла шатландыра. Әлеге ваҡытта 15123 гектар майҙанда ужым культуралары сәселгән. Тимәк, 2019 йылда, һауа торошо уңайлы шарттар тыуҙырһа, матур уңыш йыйып алыуға өмөтләнергә була.

Уҙған 9 ай һөҙөмтәләренә күҙ һалһаҡ, эре мөгөҙлө малдар һаны 26 мең самаһы, шулай уҡ 10 меңдән артыҡ һыйыр малы. Ит, һөт аҙыҡтары етештереү буйынса ҡарағанда ла районда 3,3 мең тонна ҡош ите етештерелгән, 31 мең тоннанан артыҡ һөт һауып алынған.

Көйөргәҙе районы һәм Күмертау ҡалаһы ветстанцияһы тарафынан йоғошло һәм оҙаҡҡа һуҙылған вируслы ауырыуҙарҙы профилактикалау буйынса маҡсатҡа ярашлы эштәр алып барыла. Кеше сәләмәтлегенә лә малдарға ла ҡурҡыныс янаған сирҙәрҙе иҫкәртеү һәм үҙ ваҡытында диагноз ҡуйыу йәһәтенән ветеринария белгестәре 40896 тикшереү үткәрҙе. Ҡурҡыныс инфекция сирҙәренә ҡаршы 135 мең тирәһе сара ойошторған улар, - тине Нәүғәт Кәлимулла улы.

Байрам бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына Почет, Маҡтау грамоталары тапшырыу менән дауам итте. Сара һәүәҫкәр артистарҙың концерты менән тамамланды.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей