Ер хеҙмәтсәндәренә арналған һабантуй

Байдәүләт ауылы хакимиәтендә һабантуй байрамы гөрләп үтте .Биҙәлгән аттарға ултырып, гармун уйнап, йырлап йыйылды халыҡ. Һәр төрлө ярыш - бәйгеләрҙә олоһо ла, кесеһе лә рәхәтләнеп уйнап - ярышып, ихлас күңел асты. Сөләймәндәр, Байдәүләттәр, Сирғолдар, Саҙалылар, Ибрайҙар, афариндар! Һүрәм буйының таланттары һабантуй сәхнәһен яңғыратты. Башҡа бик күптәр үҙҙәренең йыр, бейеү, гармун, ҡурай моңдарын бүләк иттеләр тамашасыларға. "Ҡарасәй", "Һүрәм" халыҡ фольклор ансамблдәре, "Хәтирә", "Килендәр", "Умырзая" төркөмдәре сығыштарын яратып ҡараны һабантуйсылар. Сирғол тирмәһе лайыҡлы рәүештә 1 урын яуланы! 2 урын Саҙалыла, 3 урын Ибрайҙа һәм Байдәүләттә!Һабантуй бик күңелле үтте.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей