Еңеү һалдаты

Ҡасандыр Хәмит ауыл Советы биләмәһендә быяла заводы эшләгән, уның янында Мәғәз исемле ауыл булған. Ошонда донъяға килә Зәкей Дәүләткирәев.

Күп тә тормай заводтың эше туҡтатыла һәм ғаилә Үтәгәнгә күсенә. Зәкей апаның бала сағы, йәшлек йылдары ошо ауылда үтә.

— Колхозлашыу мәлендә активист булған атайымды атып үлтерҙеләр. Әсәйем икенсе иргә сығып, ситкә күсеп китте. Шулай итеп, алты йәшемдән олатайым тәрбиәһендә ҡалдым. Олатайым мине лә атып китеүҙәренән ҡурҡып, ҡурсалап, һаҡлап, гел генә үҙе янында йөрөттө. Үкһеҙ етем булғас, нужа һурпаһын етерлек эстем, — тип күҙ йәштәре аша бала сағын хәтерләй Зәкей  Шәңгәрәй улы.

Олатаһы янында үҫкән малай эшкә әрһеҙ булып буй еткерә. Һыбай ер тырмата, көҙгөһөн уңыш йыйып алынғас, биҙрә тотоп ҡойолоп ҡалған ашлыҡты сүпләй, бесән саба, мал ҡарай. Ҡул эшенә лә оҫталығы була: малай сана, ҡумыҙ эшләргә өйрәнеп ала һәм уларҙы һатып алыусылар ҙа табыла.

Мәктәптең биш класын тамамлағас, ҡабат уҡырға барып тормай Зәкей Дәүләткирәев «райтоп»ҡа ат ҡараусы булып урынлаша, шунда ҡар ҙа таҙарта, ағас ҡырҡыусыларға ла ярҙамлаша.

Илебеҙгә немец илбаҫарҙары һуғыш асҡанда, Әүжәндә ағас йығыуҙа йөрөгән мәле була үҫмерҙең. Был осорҙан йыл ярым ваҡыт үтеүгә, йәғни 1942 йыл аҙағында Зәкей Дәүләткирәевҡа ла ил һағына баҫырға сират етә. Асҡарға хәрби комиссариатҡа саҡырыу ҡағыҙы алғанда, уға ни бары 17 йәш тулған була. Әйткәндәй, ни сәбәптәндер, хәрби билетында 1924 йылда тыуған тип яҙылған, ә паспортында иһә 1925 йыл  тип теркәлгән.

— 10 ноябрь ине, тубыҡтан ҡар яуғайны. Асҡарға Ҡырҡты аша бер үҙем йәйәүләп, көрт йыра-йыра барып еттем. Артабан Өфөгә ике кеше киттек, — ти ул.

Өфөлә күп тә тормайҙар, һалдаттарҙы вагондарға тейәп алып китәләр.

— Бик һалҡын ине, башҡа кейергә кәпәс юҡ, өшөтә, юлға консерва таратҡайнылар, шул ғына аҙығымды ла урлап ҡуйҙылар. Тәғәйен урынға еткәнсе, стансаларҙа кәбеҫтә һатып алып ашап барҙым, башҡаһына аҡса етмәне, — тағы әсе хәтирәләргә бирелә ветеран.

1942 йылдың декабренән 1944 йылдың сентябренә тиклем 15-се айырым пулеметсылар ротаһы составында пулеметсы-тоҫҡаусы булып хеҙмәт юлын башлай. 1944 йылдың сентябрендә Зәкей Дәүләткирәев хеҙмәт иткән часты Көнсығышҡа оҙаталар.

— Ҡайҙа йүнәлеүебеҙҙе беребеҙ ҙә аныҡ ҡына белмәй. Көндөҙ поезд тора, төндәрен генә барабыҙ. Бер мәл көслө бомбаға тоттолар, беҙ урман эсендә инек. Беҙҙән алдағы эшелон тулыһынса ут эсендә ҡалды, — тип барлай ете тиҫтәнән ашыу элек булған хәлдәрҙе ветеран. — Күпмелер тәүлек барғас, Силәбе вокзалына килеп туҡтаныҡ. Шунан инде ҡайҙа барыуыбыҙҙы тоҫмалланыҡ.

Тәғәйен урынға еткәс, яҡташыбыҙ 53-сө айырым пулеметсылар батальонына составына индерелә.  Япония менән һуғышта ҡатнаша.

— Бында ла һуғыш аяуһыҙ барҙы. Янында ғына снарядтар ярылыуына ла, бомбалар шартлауына ла, аслы-туҡлы йөрөүгә лә, һалҡын, еүеш окопҡа ла һалдат тиҙ күнегә. Тик яңы ғына һинең менән һөйләшеп, тыныс тормош хаҡында хыялланған иптәшеңде юғалтыуы — иң ҡыйыны... — ти Зәкей апа уфтанып. — Үлем менән күҙгә-күҙ осрашыуҙар һанап бөткөһөҙ булһа ла, Хоҙай араланы, имен-аман сыҡтым ут эсенән.

Тыуған яғына 1947 йылда ғына ҡайтырға насип була Зәкей Шәңгәрәй улына. Ҡайҙа эшсе ҡулдар кәрәк, шунда тир түгә ветеран. Ферма мөдире итеп ҡуялар. Намыҫлы, үҙ эшенә яуаплы ҡараған З. Дәүләткирәев алдынғы эшсәндәрҙең республика слетында ҡатнаша, «Башҡортостан» гәзитендә уның фотоһүрәте менән мәҡәлә лә баҫылып сыға.

Буранғол ауылынан Мәрфуға исемле ҡыҙға өйләнә, улдары Сәхи тыуа. Тик балаларын бергә тәрбиәләргә яҙмай ир менән ҡатынға. Әсәй кеше ауырып донъя ҡуя. Зәки ағай Дәүләт ауылынан Мәрзиәгә өйләнә. Ғаилә Ҡырҙас ауылына килеп төпләнә.

Ғаилә башлығы урман хужалығының Ҡырҙас бүлексәһендә урман ҡарауылсыһы булып урынлаша, ике тиҫтә йылға яҡын эшләгәндән һуң, совхозға эшкә күсә. Балта эштәренә оҫта Зәкей Шәңгәрәй улы урындағы мәктәптә хеҙмәткә  өйрәтеү буйынса дәрестәр ҙә бирә заманында. 

Мәрзиә Әғзәм ҡыҙы менән ике ҡыҙ балаға ғүмер бирәләр. Гусевка ауылында йәшәгән, ғүмере буйына бухгалтер булып эшләгән улы Сәхи Зәкей улы күптән түгел 70 йәшлек юбилейын билдәләгән. Өлкән ҡыҙы Тәғзимә Ҡаҙмаш ауылында ғүмер кисерә. Ишһылыу Магнитогорск ҡалаһында төпләнә. 15 йыл элек әсәйҙәре баҡыйлыҡҡа күскәс, ҡыҙы Ишһылыу атаһы янына күсеп ҡайта. Ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре ветеран янына ҡунаҡҡа йыш ҡайта, күпте күргән-кисергән олатайҙарының хәтирәләрен тыңларға ярата улар.

— Әсәйем менән атайым бик татыу йәшәне. Бер ваҡытта ла беҙҙән кеше өҙөлмәне. Шуға ла әсәйемдең самауыры һәр саҡ ҡайнап ултырғандыр инде, беҙ бәләкәй бала саҡта көн дә тәмле итеп ҡоймаҡ бешергәне хәтерҙә. Элек-электән күпләп мал көттөк. Мин ауылға ҡайтҡас та, ике һыйырҙан өҙөлмәнек. Беҙ иҫ белгәндән атайым һәр саҡ ат тотто. Йәш сағында бәһлеүән атайымдың аты ла ҙур кәүҙәле булды, — тип һүҙгә ҡушыла Ишһылыу Зәкей ҡыҙы. — Атты тотонғанға ла өс йыл тирәһе генә. Ауыл халҡы малдарҙы сират буйынса көткәс, атайыбыҙ һыбай көтөүгә сыға торғайны. 85 йәшендә лә һыбай йөрөй ине әле...

Ҡул эшенә оҫта Зәкей апа эш араһында ауыл халҡына ишек, тәҙрә яҡтауҙары, рамдар эшләй, шәп мейес сығарыусы даны ла тирә-яҡҡа тарала.

— Йорт һалғандар тәҙрә-ишектәрен минән эшләтеүҙе, ҡуйҙыртыуҙы хуп күрҙе: берәүҙекен эшләгәнсе, башҡалар алдан әйтеп, заказ биреп ҡуйырҙар ине. Ауылда минең ҡул теймәгән йорттар һирәк, — ти апа.

Зәкей Шангәрәй улы үҙ көсө менән эшләп ингән, бөгөн заманса итеп үҙгәртелгән иркен өйөндә ғүмер кисерә.

— Әсәйебеҙ менән икәүләп эшләнеләр был өйҙө. Әсәй һәр эшендә атайға ярҙамлаша торғайны, — ти Ишһылыу Зәкей ҡыҙы.   

Хөрмәтле ветеран бөгөн дә теремек, үҙенең йәшенә күрә һауһаҡ. Күҙ генә теймәһен! Балаларына бәләһен һалғандай түгел: мунсала ла үҙе йыуына. Район үҙәгендә ветерандарҙы тәбрикләгән байрамдан йыл да ҡалғаны юҡ. Быйылғы Еңеү көнөн дә түҙемһеҙлек менән көтә, байрамға кейеп барырға Ватан һуғышы ордены, «Японияны еңгән өсөн» һәм башҡа миҙалдар тағылған костюмын әҙерләп тә ҡуйған ул.

Үҙенең бөхтә бүлмәһенең стенаһын Асҡарҙа үткән байрам ваҡытында Бөйөк Ватан һуғышы яуын үткән райондаштары менән төрлө йылдарҙа төшкән фотоһүрәттәр биҙәй. Өҫтәлендә иһә бер бер ҡосаҡ гәзит-журналдар күренә.

— «Осҡон», «Йәшлек», «Российская газета», «Аргументы и факты», «Ағиҙел» баҫмаларын элек-электән алдырҙым. Хәҙер ваҡыт күп, йоҡо алмаһа, төндә лә уҡыйым. Иң алда «Осҡон»дан район яңылыҡтары менән танышып сығам, унан инде башҡаларын да башынан аҙағынаса уҡыйым, — ти 95 йәшкә етеп барған матбуғаттың тоғро дуҫы.

«Матур тормошта йәшәүҙең ҡәҙерен беләйек. Башҡа бер ваҡытта ла халҡыбыҙға һуғыш ғәрәсәтен күрергә яҙмаһын» ошондай теләктә бөгөнгө көнгә шөкөрана ҡылып ғүмер кисерә һуғыштың ни тиклем ҡот осҡос булыуын үҙ күҙе менән күргән ветеран.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей