Еңеү байрамына

Олатайым Насир Заһитовтың ҡатыны ауырып мәрхүмә булғас, улы Исхаҡ менән тол ҡала һәм үҙенән 27 йәшкә кесе өләсәйем Хөбиямалға өйләнеп, 1924 йылда уларҙың баш балаһы Исмәғил тыуа. Ғаиләлә 4 ҡыҙ һәм Исхаҡ апам менән бергә 3 ул үҫә. Ауыр йылдар шауҡымынан, шунсаһы сабый сағында мәрхүм була.

Атайымдың бер туған ағаһы Исмәғил Заһитов 1943 йылдың башында һуғышҡа алына. Зенит артиллерияһында тоҫҡаусыға уҡығандан һуң, уны бүлек командиры итәләр. «Еңеү өсөн», «Венаны алған өсөн» миҙалдары менән наградланып, сержант дәрәжәһендә һуғыштан 1947 йылда ғына ҡайта.

Яуҙан ҡайтыу менән башкөллө, ең һыҙғанып колхоз эшенә сума, йорт һала, өйләнә. Стәрлетамаҡта 3 йыллыҡ ауыл хужалығы белгестәрен әҙерләү мәктәбендә агрономға уҡып ҡайтҡас, һөнәре буйынса колхоз баҫыуҙарын иңләй. Һүҙенән дә, ҡулынан да килгән дәртле ер кешеһен күп тә үтмәй бригадир итеп ҡуялар.

– Бөгөнгөләй иҫләйем, һуғыштан һауы ла, яралыһы ла ҡайтып бөткәйне, тиерлек. Шуға Исмәғил ағайҙың яуҙан ҡайтыуын күрергә бөтә ауыл йыйылғайны. Мин дә йүгерҙем. Ул 4 һеңлеһенә шундай затлы, матур яулыҡ алып ҡайтҡан ине. Насир апам бишенсе яулыҡты миңә япты. Инде ҡыуандым, оҙаҡ йылдар ябындым, туҙманы ла, төҫө лә сыҡманы. 4-се класты тамамлаған инем, артабан уҡырға мөмкинлек булманы, кейем юҡ, ҡышын өйҙә генә тәҙрәнән ҡарап ултырҙым. Яҙ етеү менән Исмәғил ағайым МТС-тан яғыулыҡ ташыусылар өсөн сәй ҡайнатырға Башҡапсыҡҡа алып китте. Шулай яҙ, йәй буйы эшләнем, ә көҙөн бөтә халыҡ, бала-саға ураҡ өҫтөндә булды. Комбайндан игенде пестаркаға бушаталар, шунан үлсәйҙәр, ә мин Магнитогорск элеваторына оҙатыласаҡ ашлыҡҡа накладной яҙам, бер ҙә яңылышманым. Бригадир ағайым минең шәплекте күреп йөрөгәндер инде, баҫыу эше тамамланыу менән, «Әүжәнгә урман ҡырҡыусыларға аш бешерергә бараңмы?», – тип һораны. Ҡалай итәһең, уҡып булмай, тамағым туҡ булыр, тип ризалаштым. 7 колхоз эшселәре ятҡан ҙур баракта, Тәпәндән 8 кешегә аш, өрә, көлсә бешерҙем. 4 ай шулай «кәшеүәр» булып йөрөп ҡайттым. Аҙаҡ Насир апамдың Кетмәр исемле эте менән землянкала иген келәтен һаҡланым. Ҡыйыу булғанмын, шулай ҙа. Исмәғил ағайҙың етәкселек итеүе һуғыштан һуңғы юҡсыллыҡ, етешһеҙ, емерек тормош ваҡытына тура килде. Халыҡты ул иплелеге менән тыңлата белде. Аҡыллы ине, уны бик хөрмәт иттеләр, – тип һөйләне яҡын туғаны, Иҫке Туймазыға тормошҡа сығып, шунда йәшәүсе Фәғилә инәй Ғәбитова.

Бер ваҡытта ла араҡы эсмәгән, тәмәке тартмаған, дин юлындағы, 80 йәшендә лә дер һелкетеп баҫып йөрөгән Насир олатайым бик ғәйрәтле кеше була. Улар өләсәйем менән Тәпәндә билдәле баҡсасылар булып таныла. Үҙҙәренең эшкә талымһыҙ булыуынан ауыр тормошта миктәмәй, күп етем-еһерҙе аслыҡтан йолоп алып ҡала. Көҙөн үҙ баҡсаһынан ат арбаһы менән уңышты ташыр була. Кәтке-кәтке ҡыяр, кәбеҫтә тоҙлайҙар, солан урҙаһында баландар эленеп тора. Ҡәҙерлеләремдең уңғанлығын әле лә онотмай оло быуын. Исмәғил апам да ата-әсәһе кеүек Ҡыҙыл йылғаһы аръяғына баҡса эшләтеп, унда ҡыяр, кәбеҫтә үҫтергән. Колхоз баҡсаһында йәшелсәләр ныҡ уңа, баҫыуҙағы игенселәрҙе, ҡырҙағы малсыларҙы ашатырға ярап һала, халыҡҡа эш хаҡы өсөн дә таратыла. Исмәғил Насир улы 1953 йылдан коммунист була, булдыҡлы бригадир Мәскәүҙә ауыл хужалығы съезында ҡатнаша. Хөмәйрә инәй менән улар 6 бала үҫтерә.

Ауылдың ололары иҫләүенсә, Исмәғил апа Заһитов кешегә итәғәтле, йомшаҡ һүҙле, әҙәпле, ғәҙел етәксе була. Ул үҙ ихатаһында ла шифалы ҡулдары менән емеш ағастары ултыртҡан. Алма, груша, крыжовник, һырғанаҡ, ҡарағат-сейәләрҙең бер нисә төрө гөрләп үҫә ине. Күршеһендә йәшәгән Вара олатай Мостафиндың да баҡсаһы бынамын тигән булды. Ишле балалар тәрбиәләгән ике һуғыш ветеранының тормош юлы фәһемле, улар эшлекле, күренекле кешеләр булып ауылдаштары хәтерендә ҡалған.

Насир олатайым 105, өләсәйем 100 йәшкә етә яҙҙы, әммә бер балаһының да ғүмере булманы, 70-кә лә етмәне. Үкенес, тормош аяуһыҙ, һуғыштан һау ҡайтып, балаларына һөйөнөп йәшәр сағында, Тәпән ауылының сағыу шәхесе, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Исмәғил Насир улы Заһитов 45 йәшендә генә йөрәге ауыртып үлеп ҡала. Быйыл яҙ уның тыуыуына 95, ә мәрхүменә 50 йыл. Мин дә уны аҙ-маҙ төҫмөрләйем – ат арбаһында баҫыуға барғанда йырлағанын һәм тәмле «ҡуян күстәнәсен». Апам менән бик ғорурланам. Аҙ ғына ғүмерендә ул үҙ артынан яҡты эҙ ҡалдырған. 70 йыл элек ултыртҡан алмағастары Ҡыҙыл ярындағы етемһерәгән нигеҙенә тоғролоҡ һаҡлап, яҙ һайын гөрләтеп сәскә ата, таһыллы хужаһын онотмай, һағына, ғүмерлек тарих улар...

Зөлфиә ЗАҺИТОВА

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей