ЕҢЕЛ БУЛМАҒАН ЯҘМЫШЛЫ ҠАТЫН

Һуғыш – йөрәктәр тибешен йышайтҡан һүҙ, ә хәтер – уҙған йылдар ваҡиғаларын иҫкә алыу ул. 1941-1945 йылдарҙағы һуғыш, меңәрләгән ябай кешеләрҙең яҙмышы тарих биттәрендә ҡанлы хәрефтәр менән яҙылған. Воронеж өлкәһенең Бутырка ауылында тыуып үҫкән ҡарт өлә сәйем Анастасия Ивановна Воскобойникова үҙенең хәтирәләре менән күп тапҡырҙар уртаҡлашты. Һеҙгә лә уның һөйләгәндәрен тәҡдим итәм.
“Бөйөк Ватан һуғышы баш лан ғас, барлыҡ ир-аттарҙы фронт ҡа алып киттеләр. Минең ирем Прокофий Петрович та һуғышҡа алынды. Ауылда ҡатын-ҡыҙҙар, балалар һәм ҡарттар ғына ҡалды. Канонада гөрһөлдәүе тауышына урмандан йәнлектәр ҡасып, ауыл ға килеп инә, бүреләр һарыҡтарҙы, быҙауҙарҙы талай ине.

Ауылдаштарымдың күҙ йәш тә рен күреүе ҡыйын булды. Бар лыҡ эш ҡатын-ҡыҙҙар, ҡарт-ҡоролар һәм үҫмерҙәр елкәһенә төштө. Таң менән эшкә тотона торғайныҡ. Ҡатындар баҫыуҙа тир түкте. Ерҙе һыйыр һәм үгеҙ егеп һөрәләр ине, сөнки аттарҙы һу ғыш ҡа алып киттеләр. Өлкән йәштәгеләр балаларҙы ҡарашып, йорт эштәрен башҡарып торҙо. Беҙҙең бер һыйырыбыҙ бар ине, уны колхозға аҫрарға биргәндән һуң, барып һөтөн һауып ала тор ғайныҡ. Шуның менән туҡ ландыҡ та. Шулай уҡ беҙҙе үҙебеҙ ултырт ҡан бәрәңге, кукуруз, көнбағыш ҡотҡарҙы. Кукуруздан балаларға бутҡа, ҡоймаҡтар бешерҙек, ә уның һабағын мейескә яғыу өсөн ҡулландыҡ.

Торф сығарған ҡатындарға ла бик ауыр булды, улар сәғәттәр буйына сабата менән генә һыу эсен дә торалар ине. Был торф ме нән мейестәр йылытылды. Ләкин күрәһеләребеҙ алда ине. Фашистар ауылды баҫып алып, ихаталар буйлап йөрөп, малды, ҡош-ҡортто алып сыҡтылар һәм урамда уҡ ялан кухняһы ойошторҙолар. Улар үҙ ҙәренән һуң ҡаҙанда ҡалған ри зыҡ ты балаларға ҡырып ашарға рәхсәт итәләр ине. Төнөн немец тар урам буйлап патруллек итәләр, кемдеңдер йортонда уты янһа, инеп, туҡмай торғайнылар. Бер тапҡыр миңә лә эләкте. Ул ваҡытта минең өс балам бар ине – Ваня, Петя һәм Ма рия. Улар йорт эсен дә йүгереп йөрөп, тәҙрә ҡапланған япманың мөйөшөн асҡандар.

 

Немецтар быны күреп ҡалып: “Һин үҙеңдекеләргә хәбәр итер өсөн сигнал бирәһең”,- тип өйгә килеп инделәр. Һуңынан мине иха таға алып сығып, мылтыҡ түтә һе менән туҡмай башланылар. Мин үлгәнгә һалышып ятҡандан һуң ғына туҡтанылар. Аңыма килгәс, өйгә шыуышып индем.
Дошмандар кешеләрҙе һәр ваҡыт ҡурҡытып тотто. Баҫыуҙа эшләп йөрөгәндә немец летчик тары аҫтан ғына осоп, мыҫҡыллы көлөп, ҡатындарға атып үтә ине. Был хәл бер нисә тапҡыр ҡабат ланды. Ҡатындар ҡурҡышта ры нан ер аҫтына инеп китерҙәй булалар. Бына шундай ”уйын”дар ойошторҙо фашистар. Улар әйберҙәрҙе, кейемдәрҙе, аҙыҡты, иконаларҙы үҙҙәре менән ала, һыйырҙарҙы, ҡолондарҙы ҡыуып алып китә ине. Дошмандар сигенә башлағас, бөтә йәш ҡолондарҙы ҡыуып алып китергә уйлағандар, ләкин 14-15 йәшлек үҫмерҙәр улар ҙы ҡырға ҡыуып өлгөргән. Иртән немецтар барлыҡ ауыл халҡын йыйып, аттарҙы кем ҡыуып ебәр гәнен һораша башланы. Ләкин бер кем дә яуап бирмәгәс, улар кеше ләрҙе ҡурҡытыу өсөн ауыл Советы бинаһын, мәктәпте яндырҙылар. Ауылды ла яндырырҙар, тип ҡурҡ ҡайныҡ. Бәхеткә күрә, беҙҙең һал даттар килеп, дошмандарҙы ҡыуып ебәрҙе.

Мин ул ваҡытта хат ташыу сыны осратырға ҡурҡа инем. Ауылда илаш-ҡысҡырыш ишетел һә, тимәк, кемгәлер “ҡара ҡағыҙ” килгән. Бындай хаттарҙы алыу ҡурҡыныс була торғайны. Фронт тан яралы һалдат ҡайтһа, барыһы ла: “Минекен күрмәнеңме?” тигән һорау менән йүгереп барыр ине. Ирҙәребеҙ иҫән-һауҙыр, тип ышанып йәшәнек.

Ҡышҡы оҙон төндәрҙә ойоҡ баштар, бейәләйҙәр, бирсәткәләр бәйләнек, сылғау өсөн туҡыма туҡыныҡ, быларҙың барыһын да ауыл Советы фронтҡа оҙатты. Кешеләр үҙҙәрен аямайынса көнө-төнө эшләне. Балалар үҫте, улар өсөн шартлатылған “лимонкалар” уйынсыҡ булды, уны тимер сымға теҙеп, юлда һөйрәп уйнатырҙар ине. Йәйҙәрен һыу буйына барып, балыҡ, ҡыҫала тотоп, уларҙы усаҡта ҡыҙҙырып ашанылар.
Аҙаҡҡа табан һалдаттарға пар тизан булараҡ ярҙам итер өсөн ҡарт тарҙы ла һуғышҡа ала баш ланылар.

Еңеүҙән һуң беҙ өлкән инәйҙәр менән һуғыш урындарына барып, һалдаттарҙың һөйәктәрен йый ып, уларҙы сиркәү эргәһенә күм ә инек. Беҙҙең һалдаттарҙың һөлдә ләре булғанмы икән, әллә немец тарҙыҡымы - Хоҙай ғына белә ине. Үлем алдынан барыһы ла тигеҙ. Һуғыштан һуң да кешеләр төҙөлөш эштәре башҡарғанда йыш ҡына һөлдәләр тапты. Һалдаттарҙың медальондары буйынса танып, шәхестәрен билдәләгәндән һуң, тыуған яҡтарына хөрмәт менән оҙатҡан саҡтар ҙа булды.

Ваҡыт үтте, иремдән бер ниндәй ҙә хәбәр юҡ. Уның тереме, үлеме икәнен дә белмәнек. Тик 1947 йылда ғына ул ҡайтып төштө, тотҡонға эләккән булған икән. Яу барғанда уларҙы ҡамап алып, иртәнгә тиклем урманда тотҡандар. Урмандан сыҡҡанда усаҡ янында кешеләр ултырғанын күргәндәр. “Беҙҙекеләрме?” тигән һорауға, саф русса “беҙҙекеләр” тип яуап биргәндәр. Улар яҡы ныраҡ килгәс кенә, тоҙаҡҡа элә геүҙәрен аңлап ҡалалар. Шунан уларҙы тотҡонға алып, Германияға оҙаталар. Туҡмалыу, аслыҡ, ялан ғаслыҡ, кәмһетелеүҙәр – минең Прокофийым барыһын да күргән. Таш ватыу кеүек ауыр эштәрҙә эшләү уның сәләмәтлеген ҡаҡшатҡан. Өйгә ҡайтҡандан һуң да төндәрен ҡысҡырып уянып, стенаға үрмәләй ине.

Уларҙы Совет Армияһы ҡот ҡарған. 1947 йылда ғына демобилизациялана. Ауылға ҡайтһа - унда беҙ юҡ. Беҙ Башҡортостанға күсеп киткән инек.
Һуғыштан һуң бик ныҡ ҡоролоҡ булды. Бәрәңге лә, икмәк тә юҡ, балаларым аслыҡтан шешенә башланы. Шул саҡта мин атай-әсәйемә миңә лә, балаларыма ла үлем янауы хаҡында хат яҙып ебәрҙем. Коллективлашыу осо рон да улар ике һыйырҙары, 40 умарталары булғаны өсөн кулак тип танылып, Уралға оҙатылған булған. Яҡындарым миңә Баш ҡортос танға килергә юл өйрәтеп, хат яҙып ебәргәс, өс балам һәм ҡоҙаларым менән юлға сыҡтым. Һыйырҙы һаттым, әммә ирем ҡайтып төшөр, тип йортто ҡалдырҙым.

Ҙур ауырлыҡтар менән Ибраһим станцияһына барып еттек, унан һуң Николаевка, һуңынан Ульяновка ауылдарына йәйәүләп барҙыҡ. Балаларым ныҡ арыны, аслыҡтан, хәлһеҙлектән илайҙар... Шул саҡта беҙ тәүге йортҡа инергә ҡарар иттек. Үҙ хәлебеҙҙе һөйләп биргәс, беҙҙе ашаттылар, ҡундыр ҙылар. Был ғаиләлә ике бәләкәй улдары бар ине (һуңыраҡ белеүе беҙсә, был Балашовтар ғаиләһе булған, малайҙарҙың береһе Иван минең кейәүем булды). Икенсе көнгә атай-әсәйемдәрҙе барып таптыҡ. Ирем инде “Ҡарлыман” совхозына килде. Бында беҙгә фатир бирҙеләр. Мин дә, ирем дә эшкә урынлаштыҡ. Тағы ла Лида, Николай, Галина исемле бала ла ры быҙ тыуҙы. Кешеләрҙән кәм йә шәмәҫкә тырыштыҡ. Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң да ирем тө ҙөлөш буйынса бригадир булып эшләне.
Һуғыш тамамланғас, етештереү тармаҡтарын тергеҙеү, икмәк үҫте реү, төҙөлөш эштәре тағы ла ҡа тын-ҡыҙҙар елкәһенә төштө. Ир-ат тар һуғышта алған яраларынан, сир ҙәрҙән вафат булды. Йәш ҡыҙ ҙарҙы шоферлыҡҡа, тракто рсы лыҡ ҡа уҡырға ебәрәләр ине. Аҙаҡ улар көндө-төнгә ялғап баҫыу ҙар ҙа, фермаларҙа эшләне. Аслыҡ, ялан ғаслыҡ булыуға ҡарамаҫтан, һуғыш тамамланыуға халыҡ шат ине.
Тыуған илебеҙҙе яҡлаған яуги ҙарыбыҙҙы иҫкә алайыҡ. Станок тар артында, баҫыуҙарҙа, фер ма ларҙа алһыҙ-ялһыҙ эшләгән ҡа тындарға дан йырлайыҡ. Шундай ауыр ваҡытта иҫән ҡалған һәр кемгә һәйкәл ҡуйырлыҡ”.
Марина ИПАЛИТОВА.
Константиновка ауылы.

 

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей