“Элмәле”

Байыш ауыл советы биләмәһендә урынлашҡан “Элмәле” (ауыл хужалығы артеле) ЯСЙ-һы, директоры - Ғәни Улъябай улы Юлдыбаев. . Ойошма күмәк маҡсат, берҙәмлек менән тотороҡло эшләп килә, ниәтләнгән эште яҡшы сифатлы атҡарып сыҡҡандар: 100 гектар баҫыуға- һоло, 100 гектарға- арпа, 160 гектарҙа бойҙай үҫә. Хужалыҡта механизатор Вадим Юлдыбаев, малсы Әхмәт Марҡабаев, ат ҡараусы Өлфәт Буранғолов йыл әйләнәһенә ең һыҙғанып эшләй. Ҡыр эштәренә сезонлы эшселәр сифатында тырыш егеттәр Руслан, Рөстәм, Алик, Иршат Юлдыбаевтар, Владик Гогусев, Даян Хәмиҙуллин йәлеп ителә. Агроном - Хәсән Ҡарабашев, һаҡсы - Миҙхәт Марҡабаев үҙ бурыстарына етди ҡарай. Йыл һайын сәсеү һәм урып-йыйыу эштәре осоронда Иҙелбаҡ ауылынан ашнаҡсы Миңзәлә Иҫәнғолова килеп, егеттәрҙе ифрат тәмле һәм йылы аштар бешереп һыйлай, бөхтә һәм уңған ҡатын үҙенә йөкмәтелгән эште намыҫлы, еренә еткереп башҡарыуы менән шулай уҡ күптән абруй һәм хөрмәт ҡаҙанған. һаҡсыл етәкселек хәстәрлегендә машина-трактор паркында МТЗ-80 (1), МТЗ-82 (3), ДТ-75 (2), “Нива”комбайны (2), 3 төрлө сәскес тупланған, шул иҫәптән үткән йыл бер “Нива” комбайны, ДТ-75 тракторы, 3 сәскес, пилорама һатып алғандар.
“Элмәле” ЯСЙ-һында бөгөнгө көндә 130 баш ат, 80 баш эре мөгөҙлө мал аҫрала. Киләсәккә пландар аныҡ - һыйыр малын күбәйтеү, малдар өсөн база; игенде ҡабатлап эшкәртеү склады төҙөү, бесән пресслаусы ҡоролма һатып алыу.
Хужалыҡ районда һәм унан ситтә ҡымыҙ етештереүсе булараҡ та киң билдәле, быйыл был шифалы милли эсемлекте 5-8 июндән әҙерләй башлаяғандар. Һауынсылар- апалы-һеңлеле Фирҙәүис Ҡыуандыҡова һәм Агишева Зөлфиә яһаған ҡымыҙ- иң тәмлеһе, улар ҡымыҙҙың иң шәбен бешеү өсөн ҡул көсөн генә түгел, күңел йылыһын да һала.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей