Элеваторҙа ҡыҙыу мәл

Республика элеваторҙарында ҡыҙыу эш мәле: улар иген культураларының тәүге уңышын ҡабул итә башланы.

Унан алдараҡ Мәләүез, Ергән элеваторҙарында Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы, БР буйынса ветеринар һәм фитосанитар күҙәтеү хеҙмәте идаралығы, Федераль иген сифатын баһалау үҙәге филиалы һәм башҡа тармаҡ вәкилдәренән торған комиссия ағзалары иген ҡабул итеүгә әҙерлек торошон тикшергәйне.  Улар сифат, хәүефһеҙлек һәм һаҡлау шарттары кеүек параметрҙарҙы ҡараған. Иген сифаты лабораторияһын, ҡабул итеү пунктын, үлсәү, киптереү, дистанцион идара итеүҙе ҡарап, уңыш ҡабул итеү әҙерлеген юғары баһалаған.

“Һуңғы өс йылда элеваторҙың корпусына, ҡыйығына, тимер юлдарға, иҙән аҫты келәттәренә капиталь ремонт үткәрҙек. 100 мең тонна яңы уңыш ҡабул итергә мөмкинлегебеҙ бар. Унан тыш, иген һаҡлау келәтендә тейешле шарттарҙа 15 мең тонна интервенция фонды һаҡлана”, - ти Мәләүез элеваторы директоры Наил Мөхәмәтйәнов. Етәксе әйтеүенсә, киләһе йылдарҙа үлсәүҙәрҙе ауыр йөклө машиналарға яраҡлаштырып ремонтлау, ҡабул итеүҙе автоматлаштырыу,  тимер юл аша  оҙатыу күләмен арттырыу планлаштырыла.  Техник база ла етерлек,  дүрт прицеплы “КамАЗ”, автокран, экскаватор, автовышка, 3 трактор хеҙмәт барышын күпкә еңеләйтә. Коллективта үҙ эшен яҡшы белгән 84 кеше белгес бар: һәммәһе лә үҙ урынында, кемдер цехтарҙа иген киптереүҙә, таҙартыуҙа бурысын атҡара. Баш инженер Рәшит Ғәбиҙуллин, энергетик Радик Ҡаһарманов, директор урынбаҫары Николай Скороваров, һаҡ начальнигы Владимир Цимбал, элеваторҙың смена мастеры Земфира Миңленгәрәева, тепловоз операторы Рәмил Фәхретдинов, участка начальнигы Игорь Логинов тураһында тик яҡшы һүҙҙәр генә ишетергә була.

Былтыр республиканың 17 районынан килтерелгән уңыш Мәләүез элеваторында һаҡланған. 61 мең тоннанан  ашыу уңыш тимер юл аша Әзербайжан, Ҡаҙағстан, Грузия, Латвия, Италияға Новороссийск порты аша экспортҡа ебәрелгән. 15 тоннанан күберәк көнбағыш та сит илгә һатылған. Әйткәндәй, уларҙың көнбағыш эшкәртеү цехы ла бар.

Быйыл Һиндостанға 500 тонна нут борсағы оҙатылған. Наил Фәрит улы яңыраҡ Иранда булып, контракт төҙөү буйынса һөйләшеп ҡайтҡан. Ҡытайға етен, рапс, сурепка кеүек культураларҙы оҙатыу күҙ уңында тотола.

Әҡлимә ИМАМОВА.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей