ЕЛƏ ШОФЕР ОҘОН ЮЛДАРҘАН

28 октябрь – водителдəрҙең һөнəри байрамы. Əлеге ваҡытта тормошобоҙҙо, иҡтисадыбыҙҙың ниндəй генə тармағын алһаҡ та, уны машинаһыҙ-техникаһыҙ күҙ алдына ла килтереүе ауыр. Сөнки был транспорт төрө иҡтисади этəргес көс булып тора. Үҫтерелгəн игенде ташыуҙа, аҙыҡ-түлек килтереүҙə, яландарға ашлама сығарыуҙа, төҙөлөштə, пассажирҙар йөрөтөүҙə, бəлə-ҡазаға тарығанда ашығыс ярҙам күрһəтеүҙə, һанап бөткөһөҙ башҡа төрлө бихисап ярҙам күрһəт ул был һөнəрмəндəр. Республикабыҙҙың һәм районы- быҙҙың агросәнәғәте тармағында иң ҙур автопаркка эйә булған «Искра» ауыл хужалығы кооперативында ҡырҡтан ашыу кеше эш менән тәьмин ителгән. Коллективтың эшен ойоштороу, машиналарҙың техник торошон, хәүефһеҙлеген, кәрәкле запас частәр менән тәьмин итеүҙә баш инженер Рәйес Рахманғолов, гараж мөдире Рикат Аҙнабаев, өлкән диспетчер Илдус Түләков – үҙ эштәренең ысын белгестәре. Эйе, водитель булыуы, әлеге ваҡы тта юлдарҙа техниканың күпләп арта барғанда, ҙур яуаплылыҡ һәм уяулыҡ талап итә. Хужалыҡта утыҙ дүрт йыл инде үҙ һөнәренең оҫтаһы булып танылған Мөхәррәм Вәлиулла улы Йосопов тураһында әйтеп үтке килә. Ул үтә лә яуаплы йөк ташый: һөтсөлөк фермаһында иртән-кис һауылған һөттө ваҡытында, әсетмәйенсә, тейешле урынға алып барып еткереү бурысы йөкмәтелгән уға.

– Эш ваҡыты иртәнге сәғәт дүрттә башлана. Әҙер продукцияны һөт ҡабул итеү пунктына алып барып тапшырам, - ти Мөхәррәм Вәлиулла улы. Автопаркта, ысынлап та, үҙ һөнәренең оҫталары эшләй. Наил Хәсәнов, Фаил Һөйөнов, Альберт Искәндәров, Наил Собханғолов, Самат Ересов, Йәмил Аҡһаров, Тимербай Бикмаев һәм башҡа водителдәр үҙ эштәренә яуаплы ҡарайҙар. Районыбыҙҙың, хужалығыбыҙҙың агросәнәғәте тармағында эшләгән водителдәрҙе һөнәри байрамдары менән ҡотлайым, уларға йөрөгән ерҙәрендә хәүефһеҙ һәм һикәлтәһеҙ юлдар ғына булыуын теләйем.

Рәүеф АБДУЛЛИН Яҡшымбәт ауылы

Автор фотоһ

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей