ЕГЕТ КЕШЕГӘ ЕТМЕШ ТӨРЛӨ ҺӨНӘР ҘӘ АҘ

Минең атайым Шатморат Намаҙғолов Башҡортостандың иң гүзәл төбәктәренең береһе - йәмле Ағиҙел буйында урынлашҡан, күлдәргә бай тәбиғәтле Түбәнге Төкөн ауылында тыуып үҫкән.

Ул урындағы мәктәптә белем алғандан һуң, Мурманск өлкәһен­дә ете йыл буйы һыу аҫты кәмә­һендә хеҙмәт итеп, Ватаныбыҙ алдындағы хәрби бурысын үтәй. Артабан тыуған ауылына ҡайтып, ең һыҙғанып эшкә тотона. “Тимер ат”ҡа атланып, ал-ял белмәй кол­хоз баҫыуҙарын иңләй, сөгөлдөр, иген сәсеп үҫтереү эш­тәрендә ты­рышып хеҙмәт итә минең ҡәҙер­лем. Башҡорт халҡында, егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тигән мәҡәл бар. Был тап атайым тураһында әйтелгән кеүек, сөнки уның ҡулынан килмәгән эше юҡ. Йәш кенә көйөнсә бынамын тигән матур ҙур йорт һала. Салауат ҡала­һында тыуып үҫкән, һылыу, юғары белемле уҡытыусы - әсәйем менән сәстәрен сәскә бәйләп, матур ғаилә ҡороп ебәрәләр. Мөхәббәт емеш­тә­ре булып мин донъяға килгәнмен. 

Үҙемде белә-белгәндән алып мин атайымдың бер ҙә тик ултырғанын күргәнем юҡ. Ул һәр ваҡыт нимә менәндер шөғөлләнә. Ниндәй эшкә генә тотонһа ла, эште еренә еткереп башҡарып ҡуя. Уның ҡулдары бик оҫта. Көнө буйы эшләп, арып ҡайтыуына ҡарамай, атайым гел генә йорт тирәһендә булыша. Ауыл ерендә малһыҙ көн итеп булмай. Шуға күрә аҙбарыбыҙ мал-тыуар менән тулы. Атайым уларҙы ла ҡайғырта. Күптән түгел яңы, ҙур, йылы аҙбар төҙөп ҡуйҙы. Ошо ауылда көн иткән оло йәштәге нәнәйем менән ҡартатайыма ла ярҙам итергә өлгөрә ул. Ә буш ваҡыттарында балыҡ тоторға ярата. Мин дә атайымдан бик күп эштәргә өйрән­дем. Ҡулымдан килгәнсе һәр ваҡыт уға ярҙам итергә тырышам.
Мин атайым менән бик ғо­рурла­нам һәм уны алдан уҡ Ватанды һаҡ­лаусылар көнө менән ысын күңел­дән ҡотлайым, иҫәнлек-һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйем.
Нәзилә Намаҙғолова,
Түбәнге Төкөн мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей