Дым барҙа сәсеп ҡалыу мөһим

Миәшәгәр ауылының “Простор” хужалығы эшсәндәре сәсеүҙе тамамланы.
 

– Тупраҡтағы дымды файҙаланып ҡалырға кәрәк бит. Ә һоло дым ярата, шуға уны иң тәүҙә сәстек, – ти хужалыҡ директоры Ралиф Хөснөтдинов.
Шунан 300 гектар майҙанға бойҙай сәселде. Яҙғы баҫыу эштәренә бар көсөбөҙҙө йәлеп иттек.

Ерҙе тырматыуҙа Олег Куканов “ДТ-75” тракторында эшләһә, Сәлим Нуриев “Т-150” менән культивациялаған. Сәсеү агрегатын Әбүзәр Исмәғилев “МТЗ-826” тракторында йөрөтһә, Дыуан күп профилле колледжының Малаяҙ филиалы студенттары Фәнис Мөхәмәтйәнов, Илмир Хыялов, Илсур Денисламов сәсеүсе булып ярҙамға килгән. Данир Мөхәмәтйәров “ЮМЗ-6” тракторы менән баҫыуҙарҙы катуклаған.
Владимир Питунин менән Илгиз Әхмәтйәнов келәттә орлоҡто ағыулап, тейәп ебәреү менән шөғөлләнгән. Водитель Мәғәфүр Мөхәмәҙиев “ЗиЛ-554” йөк машинаһы менән сәсеүселәргә орлоҡ ташып торған. Ашнаҡсы Әлфиә Ғирфанова ялан батырҙарын йылы аш менән тәьмин иткән.

Миәшәгәрҙәргә тағы 50 гектарға ҡарабойҙай сәсергә ҡала. 70 гектар майҙандағы ужым культураларының 30 гектары яҙғы һалҡындарҙа туңып юҡҡа сыҡҡан. Хужалыҡ директоры Ралиф Хөснөтдинов хәбәр итеүенсә, зыянды ҡаплауға дәүләт ярҙамы алыуға документтар тапшырылған. Ошо майҙандарҙы ҡайтанан сәсергә тура киләсәк.
 

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей