“Дружба” баҫыуҙарында сәсеү эше финишҡа яҡынлаша

Районда сәсеү кампанияһы аҙағына яҡынлашҡан көндәрҙә Петропавловка ауылы тарафына юл тоттоҡ. Тирә-яҡ техника тауышына күмелгән. Механизаторҙарҙың төндө көнгә ялғаған мәле. Маҡсаттары -  яҡын көндәрҙә сәсеүҙе теүәлләү.

“Бөтә ышаныс - ошо егеттәрҙә. Виталий Карагулов,  Виктор Прокудин, Вячеслав Егоровтың (һүрәттә) күп йылыҡ эш тәжрибәһе бар, техника “телен” аңлайҙар. Сәсеүгә етди әҙерләнделәр. Ҡыҙыу эш осоронда ваҡыт менән иҫәпләшмәй, таңдан кискә тиклем баҫыуҙа. Ғөмүмән, маңлай тире таммай ғына юғары уңыш алып булмағанлығын яҡшы аңлайҙар”, - ти хужалыҡтың баш агрономы Ҡорман Зделюев. Етен - 832, борсаҡ - 386, рапс - 302 гектарҙа сәселеп тамамланыу алдында. 2053 гектарҙы биләйәсәк көнбағыш баҫыуында  эш 75 процентҡа башҡарылған. Бер нисә көндә, ярауай бойҙай һәм башҡа культуралар  сәселеп бөтәсәк.

Әҡлимә ИМАМОВА.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей