Дөйөм тырышлыҡ ҡаҙанышы

Ҡапҡанан килеп ингәс тә, сәскәләр донъяһында хасил булаһың. Өйгә бер һуҡмаҡ ҡына илтә. Ишек алдынан йәнә бер һуҡмаҡ кәртә-ҡура яғына китә. Ә ҡалған ер тотошлайы менән үҫемлектәр даръяһы: сәскәлектән тыш, йәшелсә түтәлдәре, емеш ағастары бөтәһе лә ошо ҡапҡа эсендә ярышып үҫә. 
Баҡса Сәлимйәновтарҙың дөйөм тырышлыҡ ҡаҙанышы булһа ла, уның менән хужабикә Фәриҙә Ғәлебай ҡыҙы етәкселек итә. Бөтә агротехник эштәр уның бойороҡ-ишараһы буйынса башҡарыла. Тормош иптәше Айҙар ағай менән улы Айсыуаҡ төп ярҙамсылары. Башлы-күҙле булып ҡырҙа йәшәһә лә баҡса өсөн йән ата: әсәләренең һорауы буйынса төрлө орлоҡ-үҫентеләр менән тәьмин итә, емеш тиргән, йәшелсәләрҙе эшкәрткән мәлдә ярҙамға ҡайта. Ер ҡаҙып, түтәлдәр яһау кейәүҙәр иңендә. 
Бары тәжрибәле баҡсасының ғына ере аҡыл менән иҫәпләп сәселер, бер ваҡытта ла буш ятмаҫ. Сәлимйәновтар ҙа шулай. Ҡуҙғалаҡ, ирәүән икенсе уңышын биргән, редисты өсөнсөгә сәскәндәр, йәм-йәшел булып күпереп яңы сәселгән укроп ҡалҡып килә.  Баҡсала тарбаҡланып орлоҡҡа  киткән, ҡартайып ҡатҡан бер үҫемлекте лә күрмәҫһең: береһенең урынын икенсеһе алмаштырып ҡына тора. 
Тағы ла шуныһын әйтеп үтеү зарур — бер түгел дүрт ғаиләне туйындырған баҡсала һәр нәмә сама менән сәселгән. Һан менән түгел, сифат менән алдыралар. Помидор, ҡыяр, борос — бөтәһе лә берәр түтәл генә. Һәм уларҙы ғаилә поликарбонат, йә быяла рамдар менән көпләнгән махсус теплицала түгел, ә асыҡ һауа аҫтында үҫтерә. Һыуыҡтарҙан үҙҙәре яһаған парниктар ҡотҡара. Янып ятҡан тиреҫте бейек кенә итеп өйөп һалып сыҡҡандан һуң уртаһынан траншея ҡаҙып шунда рассадаларҙы ултырталар. Өҫтөнә тимер сыбыҡтан бөгөлгән ярымтүңәрәктәрҙе ҡаҙап, махсус япма менән ҡаплап ҡуялар. «Помидор, боросто рассадаға ултыртһам,  ҡыярҙы тура ергә сәсәм, — ти Фәриҙә Ғәлебай ҡыҙы. — Ҡырауҙар үтһә, япмаларҙы алабыҙ. Тиреҫтән өйөлгән «кәртәләр» йәй эсендә тапалып, янып тәпәшәйә, көҙгөһөн инде әҙер серетмәне баҡсаға таратабыҙ».
Хужабикәнең баҡсасылыҡ стажы менән ҡыҙыҡһындым.
— Ярты быуаттан ашыу, — тип ғәжәпләндерҙе Фәриҙә апай. – Ата-әсәйем Таштимерҙән Әҡлимә һәм Ғәлебай Хызыровтар ҙур баҡса тотто, ҡул араһына ингәндән беҙҙе лә ер эштәренә йәлеп итеп, баҡсасылыҡ серҙәренә өйрәтеп үҫтерҙе. Әсәйем 80 йәште үтһә лә, әле һаман баҡса үҫтерә. 
Фәриҙә апай баҡсаһы буйлап экскурсия үткәрҙе. Һәр йәшелсә бер нисә сорт тәшкил итә.
— Электән яратып үҫтергән «Бычье сердце» томатын быйыл да сәстек. Һынамаҡҡа «Спецназ», «Чемпион» тигән сорттарҙы ултыртып ҡараныҡ. Күреүегеҙсә, уңыштары мул. «Чемпион», ысынлап та, рекорд ҡуйҙы, эреләнгән помидорҙарҙы дүрт йәшник йыйып өйгә индерҙек. Орлоҡҡа тигәндәрен таҫма менән билдәләп бәйләп ҡуйғанмын бына, — ти хужабикә.
Болғар боросоноң туҡыштары фарш тултырыуға яҡшы, оҙонсалары салаттарға ҡулай. Бөхтә генә итеп  тартылған епкә үрелгән ҡыярҙың мул уңыш биргән сағы, егәрле ҡатын уларын байтаҡ тоҙларға ла өлгөргән. Бер оҙон түтәлде картуф биләй. «Супер элиталы сорт. Орлоҡто «Виктория» баҡсасылыҡ үҙәгенән һатып алдыҡ. Быйылға ошо майҙансыҡта һынау үтә. Уңышы яҡшы — эре, һәм тәмле булһа, уны үрсетеп, картуф баҡсаһына сәсә башлаясаҡбыҙ», — ти Фәриҙә Ғәлебай ҡыҙы. Әйткәндәй, Сәлимйә-новтарҙың  ҙур баҡсаһында 9 сортлы картуф, ҡабаҡ, ашҡабаҡ үҫә. Йәшелсәләр рәтен артабан кишер, сөгөлдөр, борсаҡ, фасоль, һарым-һаҡ, бер нисә төр һуған, йәшел тәмләткестәр дауам итә. Кәртә буйындағы күләгә урын да буш ятмай: мал сөгөлдөрө биләй.
Еләклек — баҡса хужабикәһенең ғорурлығы. Исемдәре һуң: «Фестивальная», «Альбион», «Елиза-вета». Һуңғыһы ремантант сорт, яҙҙан көҙгә тиклем еләк бирә, ҡалғандарынан да йыл һайын биҙрә-биҙрә уңыш йыйып алалар. Ә бының сере ябай — тәрбиә, органик ашламалар һәм һыу. Сәлимйәновтар еләккә фәҡәт йылы һыу ҡоя. Әйтеүе генә еңел: 70 төпкә — 70 биҙрә. Шлангынан һыуыҡ һыу һиптертеү үҫемлекте һәләк итә, ауырыуҙарға килтерә, ти баҡсасылар. Ғөмүмән, бөтә йәшелсәләрҙе лә бакта ҡояшҡа йылынған һыу менән һуғарырға тырышалар. 
Ҡыуаҡлы һәм ағас культураларынан ҡарағаттың аҡ, ҡара, ҡыҙыл сорттары, айыу баланы, ҡурай еләге, крыжовник, ирга, черешня, тёрн, алыча ирәйеп үҫә, һәр береһе эре, мул уңышы менән һөйөндөрә. Быға ҡәҙәр күрмәгән-белмәгән үҫемлектәр менән дә танышырға яҙҙы Сәлимйәновтарҙа. Бессея — муйыл менән сейәнең, йошта — ҡарағат менән крыжовниктың гибриды икән. Тунберга барбарисы, барбаристың «туғаны» булған мәңге йәшел магония ла булдыҡлы баҡсасыларҙың ҡул аҫтында матур булып күтәрелгән. «Емештәре ашарға яраҡлы, нигеҙҙә декоратив маҡсатта үҫтерелә», — тип Фәриҙә апай аңлатып та китте. Иҫ китмәле баҡсала шулай уҡ үҙенсәлекле үҫемлектәрҙән күк һәм ҡыҙыл көртмәлене, киви үҫентеһен тап иттем. Тағы ла өс төп кедр ағасын күреп хайран ҡалдым. Фәриҙә Ғәлебай ҡыҙының баҡса менән «ауырығанын» бөтә дуҫ-иштәре белә. Шуға күрә бүләккә гөлдәр, башҡа төрлө үҫентеләр килтерәләр. Кедр үҫентеләрен Себерҙәге әхирәте килтергән. «Ғәжәп, күпме яҡындарым ултыртып ҡараны, бер ҡайҙа ла үҫмәне», — тип хәҙер Себер ҡунағы үҙе аптырай икән.
Ҡырҙаста виноград та биҙрәләп уңыш бирә, баҡтиһәң. Емеш биреүсе үрмәлекәйҙәрҙән тағы ла Ҡытай лимоннигын алып ултыртҡандар. Үҫентеләрҙе махсус баҡсасылыҡ үҙәктәренән, йәрминкәләрҙән һатып алалар.
— Ҡатын-ҡыҙҙар, ғәҙәттә, өҫтөнә кейем алып ҡыуанһа, мин ниндәйҙер яңы үҫенте алһам, ат менгәндәй булам.  Матур сәскәләр, емеш ағастары эргәһенән тыныс ҡына үтә алмайым. Уларҙы күҙ ҡараһылай һаҡлап, бала кеүек бәпләп үҫтерәм, ашлап, ҡоротҡостар һәм сирҙәрҙән ҡурсалап ҡына торам. Кискеһен ҡараңғы төшкәс кенә өйгә инәм, – ти геройым. 
Күҙ яуын алған сәскәләр араһында, ысынлап та, ят гөлдәр күп. Астильба, хоста, япон спиреяһы, бугенвиллия, вейгела, остеоспермум, дицентра, лагенария, схизантус... Исемдәрен әйткәндә лә тел һынып китерлек матур сәскәләрҙән тыш беҙ белгән лилиәләр, георгин, рауза, гладиолус, флокс, бәрхәт, петуния кеүек тағы ла бик күп сәскәләр таждарын асҡан. Ғөмүмән, Фәриҙә апайҙың гөлбаҡсаһы апрель уртаһынан сәскәгә күмелә һәм ҡара һыуыҡтарға тиклем матурлыҡ тарата. Баҡса композицион яҡтан да бик оҫта биҙәлгән. Вагондарына сәскәләр тейәп китеп барған паравоз, баҫҡыслы гөл ултыртҡыстар, һыу багына төшөрөлгән күңелле һүрәттәр йәмле ихатаны тағы ла күркәмләй. Баҡса һаҡсылары булған, ҡарасҡы тип әйтергә тел дә әйләнмәй,  Уңғанбай менә Уңғанбикәнең  ҡупшы кейенеп, йылмайып ҡарап тороуҙары һуң?! Киләсәктә ожмах мөйөшөндәй ихатала беседка эшләү тураһында ла уйлай эшһөйәр хужалар. 
Был башкөллө баҡсаға бирелгән икән тип уйламағыҙ. Фәриҙә апайҙың да һәр ауыл ҡатын-ҡыҙыныҡылай эше тауыҡ сүпләп бөткөһөҙ күп. Өс һыйыр һауа, ағын аш итә, ҡош-ҡорт аҫрай, икмәк һалыу, бесәнгә төшкән ир-егеттәренә аш-һыу йүнәтеп ебәреү кеүек мең төрлө хәстәрҙәр менән янып йүгереп йөрөй. Өҫтәүенә ул бит эш кешеһе. Сибай медучилищеһын тамамлап, 1980 йылда йүнәлтмә буйынса Ҡырҙасҡа акушер булып эшкә килгәне бирле, 39 йыл инде ФАП юлын тапай. Ғаилә башлығы Айҙар Маҙһар улы «Агро» ЯСЙ-һында ҡарауылсы булып эшләй. Өлкән ҡыҙҙары Алһыу Өфөлә, Ләйсән менән Нәркәстәре Магнитогорскиҙа төпләнгән. Кинйәләре Айсыуаҡ — студент. 
Ҡышҡы һыуыҡтарҙа йәй тәме ябылған банкаларҙағы һый-ниғмәт Сәлимйәновтарҙың өҫтәлдәренән өҙөлмәй. Баҡсаһы ҡар аҫтында йоҡлаған мәлдә Фәриҙә Ғәлебай ҡыҙы күңел йыуанысын тәҙрә төбөндәге гөлдәренән таба, йә булмаһа төрлө-төрлө сәскәле биҙәктәр һалып, ҡорама ҡорау менән булаша.
 

Гөлнара КҮСӘРБАЕВА, «Осҡон» газетаһы корреспонденты

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей