Дөйөм халыҡ хәстәре менән йәшәйҙәр

Фәнис һәм Лилиә Ҡәниповтар ауыл мәнфәғәтен ҡайғырта.

      Үҙ старостаһынан уңды Ҡалмаҡтар халҡы. Был йәмәғәт вазифаһын 2009 йылдан бирле Фәнис Ҡәнипов башҡара. Йәш староста тиҫтә йыл эсендә ауылдағы иң мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеүгә иреште. Ә уның ҡатыны Лилиә ауыл мәҙәниәт йортоноң усағын һүндерергә бирмәй.

      Ҡәниповтар ауылда күркәм итеп йорт һалып кергән. Өс бала үҫтерәләр. Ун баштан ашыу һыйыр малы, һарыҡтар аҫырайҙар, ҡош-ҡорт үрсетәләр. Бесән әҙерләргә үҙҙәренең тракторы ла бар.

      Бына шулай, яҡшы өлгө күрһәтеп, ауылын да, ауылдаштарын да ҡайғыртып йәшәй улар – Фәнис менән Лилиә Ҡәниповтар.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей