Дөйөм, берҙәм көс менән

22 июлдә еңелсә ямғыр яуҙы, һалҡынса ел иҫте, анау хәтлем ҡыҙыу эҫе көндәрҙән һуң ярылып-кибеп ятҡан тыуған тупраҡ бер аҙ еңел һулыш алғандай тойолдо. Механизаторҙарҙы гаражда осратыу ниәте менән “Маяҡ” МТМ-һына юл тоттоҡ. Тәбиғәт мөмкинлек биреп, ураҡтан бер аҙ “тәнәфес” яһап алыу ҡамасауламаған – эшселәр техникаларын ҡараштырып йөрөй ине, унан башҡа ла эш етерлек. МТМ Мөдире Дамир Ғүмәровты (фотола уңда) һәм бер нисә механизаторҙы тиҙ генә фотоға төшөп алып, артабан һарыҡсылыҡ фермаһы мөдире Урал Ҡолоев менән әңгәмәләштек. Ун биш көн тирәһендә ситтән автоматик машинка менән һарыҡ ҡырҡыусыларҙы яллап, эште ошо арала уңышлы тамамлап ҡуйғандар, 10166 баш һарыҡтан ( шул иҫәптән 50114 инә һарыҡ) яҡынса ун алты тонна тирәһе яҡшы сифатлы йөн сеймалы тупланған, улар даими алыусыларға билдәле ваҡытта һатыласаҡ. Предприятие ит һатыу менән дә шөғөлләнә, әле 230 баш тәкә махсус һимертелә. 36 ат бар, шул иҫәптән 16 бейә һауылып, ҡымыҙ яһалып, шулай уҡ көн дә кибеттәрҙә һатыуға таратыла. 122 ит тоҡомло һыйыр малы аҫрала. Күреүебеҙсә, был тиклем мал-тыуарға мал аҙығы әҙерләп еткереү ҙур маҡсатлы эште талап итә һәм ойошма йыл да үҙ бурыстарын яҡшы үтәргә тырыша һәм был дөйөм, берҙәм көс менән мөмкинлегенән килә. Директор Шәкирйән Рафаил улы Ямғуров әйтеүенсә, 22 июлгә ҡарата 967 тонна бесән (тәбиғи һәм күпйыллыҡ үләндән) әҙерләнеп, һаҡлауға һалынған, ураҡҡа иһә ун туғыҙынсы июлдә төшкәндәр, иң беренсе арыш урыла башлаған. Механизаторҙар Тәлғәт Ҡаһарманов, Наил Юланов, Ҡадир Арыҫланов, водителдәр Рәшит Янбаев, Булат Кинйәбулатов ураҡтың тәүге көнөнән тырыша, уларға ярҙамға комбайнерҙар Рәмил Ямғуршин, Слава Хәбибуллин өҫтәлгән. Йәмғеһе 1241 гектарҙа бөртөклө культуралар тәрбиәләнеп үҫтерелгән, 445 гектарҙа көнбағыш, 110 гектарҙа кукуруз, 263 гектарҙа бер йыллыҡ судан үләне, 1487 гектарҙа күпйыллыҡ үлән үҫкән. 306 гектар пар ере – ужым игене сәсеүгә әҙерләйҙәр. «Маяҡ”ЯСЙ-һында 145,5 тонна уңыш келәттәргә ташып һалынған да инде. Синоптиктар ямғырҙың ни бары ике көн яуыуын күҙаллай, тимәк, көн эҫетеп, баҫыу-ҡырҙар елләнгәс, ураҡ дауам итәсәк. Баҫыу батырҙарына ла, ғөмүмән, “Маяҡ” коллективына хеҙмәттәренең татлы емештәрен татыуҙарын теләп ҡалайыҡ. Әнисә Бикташева. Һүрәттә: “Маяҡ” ЯСЙ-һының бер төркөм эшселәре.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей