Дөрөҫ эшлəйҙəр

Районда быйылғы ураҡ эштəрен иң беренсе булып «Искра» ауыл хужалығы етештереү кооперативы игенселəре башланы. Алдағы аҙнала Киров исемендəге хужалыҡ механизаторҙары ла эште башларға тип ең һыҙғанып тора.

«Искра»ла шипкəн, ужым бойҙайы һəм арыш барлығы 5 мең гектарҙы билəй. Əле шипкəнде һуғыу эштəре дауам итə. Ул гектарынан 4,6 центнер уңыш бирə. Ужым бойҙайының өлгөрөү осоро етмəһə лə, уны фуражға урып-һуғып алырға ҡарар итте искралар. Дөрөҫ эшлəйҙəр. Булғанын эш итеү, мал- сылыҡ өлкəһендə файҙаланыу маҡсатҡа ярашлы.

Механизатор Инсаф Боҫҡанов ужым бойҙайын туранан-тура урып һуғыуға башлап төштө. Шоферҙарҙан  Йəмил Аҡһаров менəн Фаил Һөйөнов уңышты ырҙын табағына ташый.

Т. ШАҺМАНОВ

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей