ДОНЪЯ КӨТӨҮГƏ ҺАМАН ДА ШƏП

Быйылғы Ололар көнөн əсəйебеҙ 92 йəшен тултырып ҡаршылай.

Гөлйөҙөм Әхмәҙулла ҡыҙы Бикмаева 1926 йылдың май айында донъяға килә. Ғаиләлә 5 бала үҫә. Әсәйгә 7 йәш сағында аталары мәрхүм булып китә. Үҙенең тиңдәштәре кисергән барлыҡ ауырлыҡтарҙы ла татып буй еткерә. Ир-егеттәр фронтҡа киткәс, трактор курсын тамамлап, тракторсы булып эшләргә тура килә.

1944 йылда һуғыштан яраланып ҡайтҡан егет кеше - Ғилметдин Ғәйнетдин улы Бикмаевҡа кейәүгә сыға. Туғыҙ балаға ғүмер биреп: биш малай, дүрт ҡыҙҙы уҡытып, өйләндереп, тормошҡа аяҡ баҫтыралар.

Әсәйебеҙ бар яҡтан да оҫта булды, бик матур итеп шәлен дә бәйләне, ейәндәренә бирсәткәләрен дә бәйләп кейҙерҙе. Оло йәштә лә ырғак менән ултырғыс япмалары бәйләне. Аш-һыуға ла бик оҫта, бигерәк тә, һуғым ашын бешергәндә үҙенә генә хас булған оҫталыҡ менән һалма бешерә, өйгә шундай тәмле еҫ таралып китә ине. Әсәйебеҙ йыр-моңға ла маһир кеше, балаларының туйҙарында «Сәлимәкәй»ҙе йырлап ҡоҙаларын таң ҡалдыра ине.

Әсәйебеҙҙең хәтере һаман да шәп, хәрәкәте лә етеҙ. Әтейебеҙ гүр эйәһе булғанға ла 25 йыл тула, әсәйебеҙ үҙ алдына донъя көтөп, әле һаман ҡош-ҡорт аҫырап донья көтә, баҡса үҫтерә. Ошо көндә уның 22 ейән-ейәнсәре, 39 бүлә-бүләсәре бар. Әлеге көндә кинйә улы менән донъя көтә.

Әсәйебеҙгә алдағы көндә лә иҫәнлек һаулыҡ, тағы бик күп байрамдарҙы ҡаршыларға яҙһын, тип теләйбеҙ.

 

Фәсхетдин һәм Мәҙинә БИКМАЕВТАР

Яҡшымбәт ауылы Фото ғаилә архивынан

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей