Дан йырлайыҡ ялан батырҙарына

Ҡарабойҙай культураһы уңышын йыйған, ужым сәсеүҙә  ҡатнашҡан механизаторҙар, ырҙын табағында эшләгәндәр  агитбригада ағзаларына рәхмәт белдерҙе. Шулай уҡ картуф сәскән ауыл эшсәндәре лә сығыштарҙы яратып ҡабул итте.

Ерек, Эткөсөк, Боһорман, Восточный, Әбет мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре уңыш өсөн көрәшкән ялан батырҙарына музыкаль сығыш бүләк итте. Игенсеме, малсымы - ул  йыл дауамына ал-ялһыҙ эшләп, республика бураһына тос өлөш индерә. Улар маҡтауға лайыҡ. Үҙешмәкәр артистар ҡулына икмәк еҫе һеңгән маҡтаулы һөнәр эйәләренә дан йырланы.

   “Иҙел” агрофирмаһына сәйәхәт ойоштороласағы тураһында белгәс,  Ҡыҙрай башланғыс мәктәбе уҡыусылары икмәк, игенсе тураһында шиғырҙар ятланы, мәҡәлдәрҙең мәғәнәһен өйрәнде. Хәҙер улар “Икмәк бөтәһенә лә баш!” тигән һүҙҙәрҙең бушҡа ғына әйтелмәүен яҡшы белә. 

Р. Сибәғәтуллина.

 

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей