Быйылғы йәй иркәләтмәһә лә…

Быйылғы йәй иркәләтмәһә лә…
Мал аҙығы әҙерләү айлығы тамамланды

Бөгөн – ауыл эшсәндәре өсөн иң яуаплы һәм ҡыҙыу мәл. Бөтә мөмкинлектән файҙаланып, мал аҙығы әҙерләп ҡалмаһаң, ҡышын ауырға төшәсәген һәр кем яҡшы аңлай. Быйыл, кемдән һорашһаң да, бесән насар, үлән шыйыҡ, тигән зарҙы ишетәһең. Йылдың ҡоро килеүе, етмәһә, көндәрҙең аяуһыҙ эҫе тороуы ауыл хужалығы культураларының уңышына кире йоғонто яһаны. Билдәле, был хәл ауыл хужалығы предприятиеларының һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтарын ғына түгел, ә шәхси секторҙы ла ныҡ хафаға һала.
Ҡышҡа етерлек мал аҙығын нисек тупларға, тигән һорау һәр кемде борсомай ҡалмай, әлбиттә. Шуға күрә ҡоролоҡ булыуына ҡарамаҫтан, бесән, үлән нисек үҫеүе, мал аҙығының күпме әҙерләнеүе һорауҙарына яуап алыр өсөн муниципаль район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлегенең баш агрономы Илдар Бикмөхәмәтовҡа мөрәжәғәт иттек.
–Быйыл, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, районда ҡоролоҡ хөкөм һөрә. Шуға ҡарамаҫтан, хужалыҡтар үҙҙәренә етерлек мал аҙығы тупларға тырыша. Барлыҡ тиерлек ауыл хужалығы предприятиелары һәм фермер хужалыҡтары мал аҙығын әҙерләүгә июнь урталарында төштө һәм хәҙерге ваҡытта был кампания бөттө тиһәк тә яңылыш булмаҫ. Ћуңғы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, районда 12 мең 900 гектар күп йыллыҡ бесәнлек сабылған, бер йыллыҡ үҫемлектәр–436 гектар, тәбиғи үләндәр–220 гектар. Єҙерләнгән дөйөм мал аҙығының күләме–36 мең 300 тонна. Шартлы мал башына 21 центнер мал аҙығы берәмеге иҫәбенән мал аҙығы әҙерләнгән. Эштәр планға ярашлы, бөтәһе 79 процент бесән әҙерләнде. Ауыл хужалығы предприятиелары буйынса бесән бөтәһе 4 мең 780 тонна әҙерләнһә, ә крәҫтиән-фермер хужалыҡтары буйынса 31 мең 520 тонна.
Урып-йыйыу эштәре нисек барыуын алдан күҙаллап булмай, шуға ҡарамаҫтан, план буйынса һалам–10 мең тонна, фураж–5 мең тонна әҙерләнергә тейеш.
Районда тәүгеләрҙән булып бесән сабыуҙы “Таймасов”, “Үлйәбаев”, “Закиров”, “Абдуллин”, “Күскилдин” крәҫтиән-фермер хужалыҡтары һәм “Таштуғай” ЯСЙ-һы тамамланы. Быйылғы бесәндең сифаты насар. Оҙонлоғо 35 сантиметр тирәһе. Араларында былтыр сабылмағандары осрай. Єлеге мәлдә 2-3 йыл сабылмай ятҡан бесәнлектән мал аҙығын әҙерләйҙәр. Быйыл ҡар аҙ булды, май айынан көндәр эҫе торҙо. Шуға күрә бесән һирәк һәм тәпәш, йәғни юҡ тиһәң дә була. Хәҙер кеше малды күпләп тотмай, шуға күрә бесән етерлек.
Районда әлегә 80 процент иген культуралары өлгөргән. “Єбүбәкер” ЯСЙ-һы, “Власенко” крәҫтиән-фермер хужалығы игенселәре урып-йыйыу кампанияһына тотондо. Єлеге ваҡытта улар һоло менән арпа һуғыу өҫтөндә.
Яңыраҡ Йылайыр районында “Баҫыу көнө–2019” семинар-кәңәшмәһе үтте. Унда быйылғы урып-йыйыу эше тураһында һүҙ алып барылды. Кәңәшмәгә Урал аръяғы райондары фермерҙары, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығы министрлығы вәкилдәре, ғалимдар, ауыл хужалығы тармағы хеҙмәткәрҙәре йыйылғайны. Семинарға ҡатнашыусылар “Ѓәзиз Иҫәндәүләтов” крәҫтиән-фермер хужалығы баҫыуҙарын, техникаһын ҡарап сыҡты. 2020 йылда “Баҫыу көнө” беҙҙең районда үтәсәк.
Гүзәл Бохарбаева

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей