Бында сифатлы орлоҡ сәсәләр

Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәтенә ярашлы, республика аграрийҙары яҙғы сәсеүгә дәррәү ҡушылды. Ауыл хужалығы идаралығы мәғлүмәтенә ярашлы, райондың Салауат исемендәге, “Ашҡаҙар” хужалыҡтары ла беренселәрҙән булып яланға сыҡты. Улар күп йыллыҡ үләндәрҙе туҡландыра.

Эште ваҡытында һәм сифатлы башҡарыуға, беренсе сиратта, техника, сәсеү ҡорамалдарының төҙөклөгө, орлоҡ,  яғыу-майлау материалдары, ашлама кәрәк. Бөгөн район хужалыҡтары был йүнәлештә ойошҡанлылыҡ күрһәтә. Беҙҙең ижади төркөм “Дружба” йәмғиәтенең “Яңы Казанковка” бүлексәһендә орлоҡ ағыулау мәленә тура килде.  Улар быға районда беренселәрҙән булып тотонған.

 Хужалыҡтың баш агрономы Ҡорман Зделюев беҙҙе ошо процеста ҡатнашҡан егеттәр Эдуард Усманов, Иван Яковлев, телескопик тейәү ҡоролмаһы водителе Алексей Петров менән таныштырҙы. Эш 8 сәғәт дауам итә, хеҙмәткәрҙәр һаулығын һаҡлау йәһәтенән махсус һаҡланыу битлектәре, кейем һатып алынған.

Техника әҙерлеге көнүҙәк, графикка ярашлы тикшерелгән, ремонтланған.  8556 гектар майҙандың 878 гектары - бесәнлек. Ужым культураларынан баш тарттыҡ, уның ҡарауы етен, рапс сәсәбеҙ. Йылҡысылыҡ менән шөғөлләнгәс, 130 гектарҙы һоло биләй. Сәсеүлектең ҙур өлөшө арпа, борсаҡ, ярауай бойҙайға биреләсәк. Орлоҡ тулыһынса етә, уларҙың элиталыһын һайлайбыҙ. 940 тонна ашлама индереү күҙаллана, әлегә селитра, аммофос һатып алдыҡ, - тине баш агроном.

Күп тә үтмәҫ, сәсеүлектәр техника тауышына күмелер. Уның сираттағыһында ла аграрийҙар һынатмаҫ.

Рәфилә СИБӘҒӘТУЛЛИНА.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей