Был йорттоң күркәмлеге - тырыш хужалар һәм күркәләрҙә

  Берәүҙәр ташбаҡа аҫрай, икенселәрбалыҡ үрсетә, бәғзеләр хатта- әллә нисә төрлө экзотик тауыҡтар менән хайран итә. Аҡназар ауылынан Рәйлә һәм Ридат Тәүхитовтарҙың ихата күрке иһә йырлай-йырлай йөрөгән күркәләрҙер, моғайын. Улар күп, төрлө төҫтә, тоҡомдары менән дә айырыла. Әммә бөтәһе лә өйрәтелгән һымаҡ, хужа менән хужабикәне күрҙеме - һалдаттай бер рәт булып теҙелә, этешмәй, таралмай, ашаған урынға йыйыла. Ҡарап тороуы мәҙәк үҙҙәрен!

Улар икеһе лә ғүмерҙәрен тыуған колхозына арнаған, йәғни малсылыҡ тармағы хәүефһеҙлеге өсөн яуаплылыҡ тойоп, хаҡлы ялға сыҡҡансы, һөнәрҙәренә тоғро ҡала.

Хужа менән хужабикәнең ихатаһы элек тә мал-тыуарға бай булған: күркәне 80, һыйыр-башмаҡты 6-8 башҡа тиклем еткергән, хатта кәзә аҫрап, ҡымыҙ ҙа яһаған. Ауылда мал тере аҡса сығанағы тигәнде яҡшы белә улар - балаларыңды уҡытырға, кәрәк-ярағыңа ла шул малдан килгән аҡса ярҙам итә бит. Наилә ҡыҙҙары, педагогия институтын тамамлап, хеҙмәт юлын баш ҡалала дауам итә, Нәсимәләре - һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә, улдары Раил ике институт тамамлап, Себер киңлектәрен иңләй.

Бөгөн дә һөт тапшырыу Тәүхитовтарҙың ғаилә килеменә өҫтәмә табыш килтерә, бер нисә айҙа улар 100 мең һумлыҡ һөт тапшырған, унан тыш, ял көндәре Йомағужа ҡасабаһында ла көтөп алалар уларҙың һөт-ҡаймағын.

“Әлегә мал-тыуарһыҙ ҡалыуҙы күҙ алдына ла килтермәйбеҙ, ҡулда көс, эшләргә теләк бар”,- ти улар. Ихатала трактор, һыйыр һауыу аппараты, бесәнлек майҙаны күп - ялҡауланма, тырыш, һат, аҡса эшлә. Был Тәүхитовтарҙың көндәлек девизына әүерелгән.

Ридат ағай оҙаҡ йылдар ауыл старостаһы вазифаһын башҡара, ауылдаштары мәнфәғәтен яҡлаусы, тәртиптә тотоусы ла ул. Ауылда ойошторолған сара уртаһында ҡайнап йәшәй, төҙөкләндереү, ремонт эштәре, мал көтөү сиратын күҙәтеүсе, ауыр тормош һынауы алдында ҡалғандарға ярҙам күрһәтеү, хәйер, ауылда хәл ителеүҙе талап иткән мәшәҡәт аҙмы ни!?

Р. Сибәғәтуллина.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей