Был ғүмерҙең күркәм биҙәктәре

Өлкәнәйгән парҙарҙың ауылдарҙы йәмләп, йәштәргә өлгө булып йәшәүҙәренә һоҡланырлыҡ. Яңы Ҡыйышҡы ауылында ла донъяларын ыҫпай итеп, гөл-сәскәгә күмеп көткән Әнисә һәм Фәрит Ихсановтарҙы ауылдаштары тик яҡшы яҡтан ғына телгә ала.

Әнисә апай Яңы Ҡыйышҡы ауылына Ҡырмыҫҡалынан килен булып төшә. Кейәүгә сыҡҡанда уға 20 йәш кенә була. Йәш килен ауырып ятҡан ҡәйнәһен тәрбиәләп һуңғы юлға оҙата. Әсәһен ерләгәндән һуң Фәрит ағайҙы армия хеҙмәтенә алалар. Әнисә апайға уны өс йыл яңғыҙына армия хеҙмәтенән көтөп алырға тура килә. 
         Хеҙмәт уҙамандары ғүмерҙәрен колхоз эшенә бағышлағандар. Фәрит Фәйзелҡадир улы 45 йыл эш стажы осоронда механизатор ҙа, комбайнсы ла, тирмәндә иген тарттырыусы ла булып хеҙмәт иткән. Ул ҡайҙа ғына эшләһә лә, эшен еренә еткереп, намыҫ менән башҡара. Әнисә Сабирйән ҡыҙы иһә йәйге эҫеләрҙә әхирәттәре менән сөгөлдөр утай, көҙгө һыуыҡтарҙа тамыраҙыҡтарҙы ҡырып, машиналарға тейәп оҙата. Ауыл ерендә йәшәгәс, ҡура тултырып мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрайҙар, баҡса үҫтерәләр. Үҙ ғүмерҙәрендә ике йорт һалып ингәндәр.

- Беҙҙең быуын үҫмер саҡтан төрлөһөн эшләп, сынығып үҫте. Эшләгәндән кеше үлмәй, шуға ул заманда йәшәүебеҙгә зарланмайбыҙ, - ти Ихсановтар.

Ярҙамсыл, асыҡ йөҙлө, ихтирамлы булғандары өсөн туғандары, ауылдаштары ла хөрмәт итә. Өйҙәренә килгән һәр кешене оло ҡунаҡтай ихлас, көләс йөҙ менән ҡаршы ала улар. Әнисә апай  аш-һыуға ла бик уңған, оҫта баҡсасы ла. Ул иртә яҙҙан сәскән помидор, кәбеҫтә үҫентеләре көслө булып үҫә. Йәйҙәрен баҡсаһын төрлө сәскәләр биҙәй.

- Бергә йәшәүебеҙгә 58 йыл. Йәшәй-йәшәй бер-беребеҙгә кәрәк икәнлегебеҙҙе тағы ла нығыраҡ аңлайбыҙ. Йәштәргә әйтер һүҙебеҙ – тормош ҡорғас та, бер-берегеҙҙең ҡәҙерен белеп, үҙ-ара аңлашып йәшәгеҙ. Ғүмер “һә” тигәнсе үтә лә китә, һиҙмәй ҙә ҡалаһың,- ти Ихсановтар.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей