Бүләктән башланған кәсеп

Быйылғы татлы осор ҙа килеп етте – умартасылар бал ала башланы. Оло Ыҡтамаҡтан Илшат Ҡадиров та был эшкә дәртләнеп тотондо.

Ул бына инде сирек быуат умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Уның әсәһе яғынан олатаһы үҙ ваҡытында билдәле умартасы була. Ә бына Илшат Аусаф улы был кәсепте дауам итергә уйламаған да. Осраҡлы ғына тотона ул ҡортсолоҡҡа. 1994 йылда Ҡадировтарға өй ҡотлап туғаны бал ҡорто күсе бүләк итә. Күп тә үтмәй, Әжекәйҙән тағы ла бер умартасы бүләккә ҡорт күсе килтерә. Был үҙенсәлекле бүләктәр бал ҡорттары үрсетеү эшенә башланғыс һала. Ҡадировтар өйрәнә башлай...
Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһында хирург вазифаһын башҡарған Илшат Аусаф улының эше яуаплы, күп ваҡыт һәм көс талап итә, әммә күңелгә яҡын шөғөл өсөн ваҡыт табыла. Ауыр эш көнөнән һуң ул ҙур теләк менән бал ҡорттары янына юллана, уларҙан көс-дәрт ала, күңеле менән ял итә. Табиптың фекеренсә, бал ҡортоноң дауаһы ҙур. Уларҙың өҫтәлендә һәр ваҡыт үҙ умарталыҡтарынан бал тора.
– Бал ҡортон ҡарау – ҙур хеҙмәт, – ти умартасы. – Ва-ҡыты булғанда ҡатыным Гөлназ ярҙам итә, был шөғөлөмдө хуплап тора. Ҡорт күстәренең 20 – 25-кә еткән саҡтары ла булды. Төрлө мәлдәр булды инде: юғалтыуҙар ҙа, бал ҡорттары үлде, әммә башлыса барыһы ла килеп сыҡты.
Хәҙер Илшат Аусаф улы – бай тәжрибәле умартасы. Туп-лаған белеме һәм тәжрибәһен башҡаларға ла теләп өләшә, шуға ла уға яңы был кәсепкә тотоноп торған таныштары йыш мөрәжәғәт итә.
– Быйыл йүкә матур сәскә ата, бер нисә аҙна торған эҫе йүкәлектә нектарҙың күпләп бүленеүенә килтерә, – ти ул. – Әле бал ҡорттары ҡырҙа үҫкән үҫемлектәрҙән: ҡандала үләненән, айыу ҡурайынан, болануттан һут йыя. Һауа торошо насарайып китмәһә, быйыл балдың уңышы яҡшы булырға тейеш.

Наталья РУСИНОВА

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей