Булдыҡлылар кəрəк

Cход үткəрергə сират Ҡансыраға етте. Бында ла ауыл башлығының доклады, килгəн власть вəкилдəренең сығышы тыңланды. Барыһы ла тышта башҡарылды - клубта ремонт бара, реаль эштəр программаһы буйынса ишек-тəҙрəлəрен яңырталар. Ямғыр һибəлəңкерəп аҙыраҡ əҙəмде ҡурҡытып алһа ла, ныҡлап яуманы. Бəлки, яуырға кəрəк булғандыр, йыйылған халыҡтың ҡыҙыулығын баҫырға. Көтөү ерҙəрен ниңə фермерҙарға биреп бөтəһегеҙ ул, тип даулаштылар. Беҙгə ҡайҙа малды ҡыуырға?

Һыу мəсьəлəһе бик ҡырҡыу – бер урамда йəй буйы һыу тигəнде күрмəйҙəр тиерлек. Йəй көнө һыу етмəй, ə ҡышын һыу ағып ята, ҡайҙа итергə белмəйбеҙ, тиҙəр. Күмертау эргəлə генə, цивилизацияға яҡын йəшəйəбеҙ, ə телефон менəн һөйлəшеп тə булмай - кəрəҙле бəйлəнеш юҡ. Ə юлды ҡарағыҙ, ҡышын тулыһынса ҡар тултыра ла китə, беҙҙə ел ныҡ көслө иҫə, ҡалаға илткəн юлды күтəртергə кəрəк. «Буш торған, документы булмаған ерҙəрҙе кем һорай, шуға бирəсəкбеҙ», - тип тə аңлатып ҡаранылар халыҡҡа, əммə улар барыбер үҙҙəренекен тылҡынылар, тынысланырға уйламанылар ҙа.

Шəбағышта ла йыйылыш булды. Нəүғəт Хисмəтуллин ауыл хужалығы хаҡында бында ла төплө генə һөйлəне. Малдар кəмей, һөт тə кəмене - «Мəлəүез фəнни-етештереү берекмəһе» лə, «А7 Агро» ла фермаларын юҡҡа сығарҙы, мал тотоуҙың файҙаһы юҡ, тинелəр. «Ə бит хөкүмəт ауылға йөҙ менəн боролдо - «Ауылдарҙы тотороҡло үҫтереү» программаһына ике триллиондан ашыу аҡса бүленде, Башҡортостанға - миллиард һум. Əйҙə, бизнес план төҙө лə эшлə генə. Юғиһə, торалар ҙа, ана, ситтəн килгəнгə ер бирəһегеҙ, тип халыҡ дошманына сығарып ҡуяһығыҙ беҙҙе. Бесəнлектəрҙе, көтөүлектəрҙе рəсмилəштерегеҙ, тип 2006 йылдан алып һөйлəйем, əммə ҡансыралар был турала əлеге генə ишеткəн кеүектəр. Элек мал да күп булды, бөтə тирə-яҡ сəселде, шулай булһа ла көтөүлеге лə, бесəнлеге лə етте», - тине Нəүғəт Кəлимулла улы.

Район башлығы Юлай Ильясов та ошоларҙы əйтте. Миңə булдыҡлы кешелəр кəрəк, мəҫəлəн, проект-смета документтарын төҙөргə, эш бар, килегеҙ, ярҙам итегеҙ районға. Тротуар кəрəк икəн, төрлө программаларҙа ҡатнашып, аҡса табырға кəрəк. Ундай программалар буйынса ярҙам күп бит, тинелəр шəбағыштарға. Ауылдың балалар баҡсаһы, мөдире силсəүит беҙгə ярҙам итмəй, тип зарланды. Балалар баҡсаһына ярҙам итергə силсəүиттең аҡсаһы юҡ, ул мəғарифҡа ҡарай, шуға күрə барлыҡ ярҙамды шунан һорарға кəрəклеге хаҡында əйттелəр һəм мəғариф министрлығына, спонсорҙарға сығып кəрəкле ярҙам һорарға ярҙам итербеҙ, тине Юлай Талха улы.

Шулай уҡ Шəбағыш халҡы тыҡрыҡты ябып ҡуйҙығыҙ, урап йөрөүе ҡыйын, киренəн асығыҙ, тип мөрəжəғəт итте. Был проблеманы ла берəй нисек хəл итергə вəғəҙə ителде. Медпунктта физкабинет бар, əммə ул эшлəмəй. Физкабинетта эшлəргə телəгəн кеше лə бар, əммə уны уҡытыу өсөн аҡса юҡ, тинелəр. Был һорау буйынса ла быйыл булмаһа, икенсе йылға ярҙам итəсəкбеҙ, тиелде.

Р. ҒƏЛИЕВА

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей