Буласаҡ уңышты уйлап

Ер – тəрбиə ярата. Гел генə унан алып, унан һорап ҡына булмай, ерҙе тəрбиəлəргə лə, байытып та торорға кəрəк. Əлеге ваҡытта урындары менəн районыбыҙ ялан-баҫыуҙарында органик һəм минераль ашламалар индереү эштəре бара. Ауыл хужалығы бүлеге етəксеһе, баш агроном Айҙар Туйгилдин хəбəр итеүенсə, йылдағыса «Искра», «Киров», мал фермерҙары берекмəһенə ингəн шəхси хужалыҡтар билəмəлəрендə органик ашламалар сығарыу эштəре ойошҡанлыҡ менəн бара. Был саралар буласаҡ уңыштың сифатын яҡшыртыуға ҙур өлөш индерə. «Ер, үҫемлектəр өсөн баҫыуҙа һалам ҡалдырыу ҙа бай ашлама булып иҫəплəнə. Ҡайһы бер күплəп мал тотмаған хужалыҡтарға, йырағыраҡ урынлашҡан баҫыуҙарында бер йыл органик ашлама индереү, икенсе йылына серетмəгə һалам ҡалдырыуҙы кəңəш итəбеҙ», - ти Айҙар Юнир улы. «Россельхозцентр» берекмəһенең Көйөргəҙе районындағы филиалы начальнигы Булат Ғафаров: - Ашлама индереү «Искра» ауыл хужалығында - 6 863 гектар, «А7 Агро» – 1 070, ООО «Аргус» - 381 һəм НПО «Мəлəүез» - 1705 гектар билəмəһендəге ергə минераль ашлама индергəн. Бөтəһе 10 019 гектар баҫыу байытылған килеп сыға, был районыбыҙҙа ҡулланылған яландарҙың 46 процент күлəмен тəшкил итə. Əйтелгəн ауыл хужалығы етештереү предприятиелары 616 тонна минераль ашламалар һатып алған. Əлбиттə, бындай ашлама индереү финанс яҡтан сығымдар талап итə, шуға күрə уны шəхси һəм вағырҡ булған хужалыҡтар ойоштора алмай. Л. КƏРИМОВА

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей