Бойҙай сәсеүгә төштөләр (Баймаҡ районы)

Рәсәй агросәнәғәтенең почетлы, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Ғәлим Булат улы Сәлимовтың уңған һәм оҫта етәкселегендә Ленин исемендәге АХК Урал аръяғы төбәгендә генә түгел, ә республика кимәлендә лә иң һөҙөмтәле эшләгән предприятиеларҙың береһе булып танылды. Бына оҙаҡ йылдар инде хужалыҡ ошо дәрәжәгә тап төшөрмәй эшләй, ауыл хужалығы производствоһын ойоштороуҙа берәүгә лә алдынғылыҡты бирмәй, үҫемлекселек һәм малсылыҡ тармаҡтарын үҫтереү буйынса йылдың-йылы юғары күрһәткестәргә өлгәшә. Әлеге миҙгелде лә лениндар юғары әҙерлек менән ҡаршылап, дәррәү темп менән алып бара, башҡаларға үрнәк булып тора.

Быйыл Ленин исемендәге АХК-ға 2496 гектарҙа яҙғы сәсеүҙе атҡарыу бурысы тора, шуның 1850-һен иген культуралары тәшкил итә. Атап әйткәндә, 650 гектарҙа арпа, 500 гектарҙа бойҙай, 700 гектарҙа һоло, 350 гектарҙа рапс, 200 гектарҙа судан үләне, шулай уҡ рапс менән судан үләне ҡатнашмаһы, донник сәселәсәк. Страховка культураһы булараҡ, был юлы ла хужалыҡ ужым арышынан баш тартманы – ул былтыр көҙ 150 гектарҙа сәсеп ҡалдырылды һәм яҡшы ҡышланы.

Әйтергә кәрәк, яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлекте хужалыҡ үткән көҙ үк башланы һәм ваҡытында сәскестәр, башҡа ауыл хужалығы машиналары ремонтланды. 600 гектарҙа ер туңға һөрөлдө, тағы ла 400 гектарҙа эшкәртелде. Орлоҡ фонды мәлендә әҙерләп һалынды, ул яңы сорттар менән тулыланды. Хужалыҡтың инженерия, агрономия хеҙмәттәре, бригадалар урындарҙағы эште оҫта ойошторҙо. Быларҙың барыһы ла яңы миҙгелде яҡшы әҙерлек һәм көр кәйеф менән башларға мөмкинлек бирҙе.

Яҙғы баҫыу эштәренә К-700 һәм Т-150К тракторҙары менән 3 берәмек ҡамыл сәскестәре йәлеп ителде. Тәжрибәле механизаторҙар, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре Айрат Бүкәнбаев менән Наил Солтанов, Айрат Туйсин агрегаттары һоло сәсеүҙе тамамлап, әле төп көстө төп аҙыҡ-түлек культураһы – бойҙайға йүнәлтте.Орлоҡ ташыуҙа механизаторҙар Самат Сәйетов, Салауат һәм Ҡәнзәфәр Гөлбәйетовтар, водитель Дамир Үҙәнбаев, сәсеүселәр Илгиз Әсмәндиәров, Мөҙәрис Хәсәнов, Рәмил Солтанов, Алмас Сәйетов, Илдар Гөлбәйетов, Илнар Туйсиндар маҡтауға лайыҡ. Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы студенттарының да ярҙамы ҙур. Әйткәндәй, ошо арала мал аҙығы һәм техник культуралар сәсеүгә рәт сәскестәре йәлеп ителәсәк.

Йәмил Үҙәнбаев етәкләгән ырҙын табағы коллективы үҙ иңенә йөкмәтелгән бурыстарҙы намыҫ менән атҡара, ашхана коллективы баҫыу батырҙарын тәмле ашһыуы менән һөйөндөрә.

Яҙғы баҫыу эштәренең ойошҡанлы барыуында ошо осорға иғлан ителгән хеҙмәт ярышы ла ҙур роль уйнай. Уның шарттарына ярашлы, әле хужалыҡта удар 1, 3, 5 көнлөктәр ойошторола, уларҙа еңеүселәргә аҡсалата премиялар бирелә. Сәсеү йомғаҡтары буйынса иң яҡшы звенолар, механизаторҙар билдәләнәсәк.

Бер үк ваҡытта предприятиеның башҡа өлкәләрендә лә эш гөрләп тора, малсылыҡты иһә йәйләүҙәргә күсереү эштәре тамамланды. Бөгөн лениндар йәйге осорҙо мөмкин тиклем тулыраҡ файҙаланыу өсөн маҡсатлы эш алып бара. Бер үк ваҡытта фермаларҙы ремонтлау башланды.

Төбәк агросәнәғәтенең лайыҡлы лидеры – Ленин исемендәге АХК һәр ваҡыттағыса яңы миҙгелде алдынғы технологиялар нигеҙендә, ойошҡанлы һәм сифатлы итеп алып бара, башҡаларға үрнәк булып тора. Уларҙан өлгө алайыҡ!

 

Азамат Мөхәмәтшин.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей