Бөйөк Еңеүгә – 75 йыл. Рәхмәт һиңә, Еңеү һалдаты!!! (Аургазинский район)

Бөйөк Еңеүгә – 75 йыл.
Рәхмәт һиңә, Еңеү һалдаты!!!
Бер кем дә онотолмаған. Ғорурланабыҙ. Һеҙҙе ҙурлап баш эйәбеҙ.

Бөйөк Ватан һуғышы һәм хеҙмәт ветераны, Чапаев исемендәге колхоздың Почетлы колхозсыһы Бәхтегәрәев Минеяр Минегәрҙән улы иҫтәлегенә.
Бөгөнгө яҙма Минеяр Минегәрҙән улына бағышлана.

Минеяр 1919-1920 йылдарҙа ауылыбыҙҙа асылған ике йыллыҡ мәктәптә уҡый, аталары менән бергәләп колхозға керәләр. 1936 йылда
Фин һуғышынан ҡайтҡас, колхоз алған беренсе автомашинала шофер булып эш башлай. 1941 йылдың 21 июнендә Минеяр бабай Зөләйха әбейҙе өс айлыҡ Биктимер улы менән Бәгәнәш ауылына ҡунаҡҡа илтә, ә иртәгеһен һуғыш башлана. Зәләйхә әбей балаһын күтәреп Толбазыға килеүенә, ире үҙенең полуторка машинаһы менән Аҡкүл станцияһында эшелонға тейәлеп йөрөгән була. Һуғыш йәрҙәргә бер береһе менән хушлашырға ла форсат бирмәй. Бары биш йылдан һуң ғына, һуғыштың башынан аҙағына тиклем ҡатнашып, унан һуң тағы ла бер йыл хеҙмәт итеп, 1946 йылда ғына яҡындары янына, тыуған еренә иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға насип була Минеяр Бәхтегәрәевҡа.
Фин һуғышында уҡ тәжрибә туплаған Минеяр, ауылдан беренсе булып колхоздың ГАЗ АА автомашинаһы менән тура фронтҡа оҙатыла. Уға 1943 йылдың март айына тиклем блокадала ҡалған Ленинград тирәһендәге яуҙа көрәшергә тура килә. Ҡыш көндәрендә Ленинград блокадаһында ҡалған хәрбиҙәргә Ладога күле аша боҙҙан, «Йәшәү юлынан», һуғыш ҡоралдары, аҙыҡ-түлек, башлыса он ташыған. Ә Оло Ергә эвакуацияға ебәрелгән ҡарт-ҡоро, балалар, сирлеләрҙе алып сыҡҡан. Дошман ҡамауында ҡалған Ленинградты ил менән бәйләүсе берҙән бер йәшәү юлындағы күргән михнәттәр һуғыш ветеранының бер ваҡытта ла уйынан сыҡмай, уны иҫкә алыу менән күҙҙәре йәшләнер ине. Яуҙаштарының он тейәлгән машиналары менән боҙ аҫтына төшөп китеүҙәре, ҡала эсендәге ҡәбер тынлыҡ һалҡынлығы, аслыҡтан үлгән мәйеттәр, барыһы ла фронтовиктың күҙ алдында була. Айырыуса фронтовиктың, күҙ йәштәренә төрөнөп, автомашина кабинаһына туп тура снаряд килеп тейгәс кабиналағы иптәшенең башы өҙлөп ҡалыуы, ә үҙенең ергә осоуын һәм бер ниндәй ҙә яра алмауын тетрәнеп һәйләүҙәре иҫтә ҡалған. Бәхетле йондоҙ аҫтында тыуҙымы, Алла Тәғәләнең, һөйгәненең доғалары һаҡлауымы, Минияр бабай һуғыш юлдарын ике-өс еңелсә контузия алып, тән йәрәхәттәреһеҙ үтә. Уның ҡыйыу, батыр яугир булыуын, йәнен аямай илебеҙҙең азатлығы өсөн алышыуын бер нисә генә рәсми приказдар, награда ҡағыҙҙары ла раҫлай:
1. Приказ №08/н от 05.02.1943 по 1155 Пушечному Артиллерийскому полку Резерва Главного командования от имени Президиума ВС СССР награждаю медалью «За боевые заслуги»: шофера артпарка красноармейца Бахтигареева Минияра М. за то,что 16.01.1943 года под сильным обстрелом артиллерии противника доставил боеприпасы на огневые позиции, чем обеспечил выполнение боевых задач батареями. Командир: майор Семенов.
2. Приказ №019/н от 02.08.1944г по 79 Артиллерийской Ленинградской Бригады от имени Президиума ВС СССР награждаю Бахтигареева Минияра Минигардановича орденом «Красная звезда». Строка из наградного листа: В бою 29.07.1944г в районе Ластеколонии под сильным артиллерийско-минометным и ружейно-пулеметным огнем вывез на открытую огневую позицию 2 орудия и 150 снарядов, чем обеспечил своевременное занятие боевого порядка и открытие огня. Во время одного из рейсов машина попала под сильный огневой налет артиллерии противника. Тов.Бахтигареев был контужен, но несмотря на ноющую боль, выполнил боевую задачу до конца, чем обеспечил успешные действия подразделения, нанесшего чувствительный урон противнику в живой силе и технике.
3. Приказ №038/н от 17.11.1944г по 23 Артиллерийской Краносельской Краснознаменной дивизии 2 Белорусского фронта от имени Президиума ВС СССР за образцовую выполнение боевых задач командования на фронте борьбы с немецкими захватчиками и проявленную при этом доблесть и мужество награждаю: Бахтигареева Минияра Минигардановича орденом «Красная звезда». Строка из наградного листа: «В боях за остров Эзель с 6 по 14 октября 1944г тов.Бахтигареев, имея на буксире 76 мм орудие стремительным броском вырвался вперед наступающих пехотных подразделений и всоставе расчета огнем орудия и автоматов расчищал путь наступлению наших частей. На подступах к городу Курессаре тов. Бахтигареев огнем своего автомата уничтожил 4-х автоматчиков противника. В районе Сальме была настигнута отступающая группа солдат врага, смелым действием расчета и лично тов. Бахтигареевым было уничтожено 12 и взят в плен 10 солдат. 10 октября тов. Бахтигареев вывез на своем «Виллисе» с поля боя под ураганным боем противника 10 тяжело раненых бойцов 7-й эстонской дивизии.»
Яугир Минеяр Минегәрҙән улының «Батырлыҡ өсөн», «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалдарының тарихы ла ҡыйыулыҡ, батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ өлгөһө булып тора. Яу яланында ул оҫта, ҡыйыу йөрәкле шофер ғына түгел, батыр һалдат булып та автоматынан дошмандарҙы ҡырған. Геройыбыҙ Еңеү көнөн Эльба ярҙарында ҡаршылай һәм «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән наградлана.
Һуғыштан һуң ул колхозда шофер булып эшен дауам итә, 1948 йылда Яхин Ризуан менән бергә Ләхәу училищеһында комбайнер һөнәренә уҡып сыға. 1953 йылдан 1975 йылға тиклем Минеяр Минегәрҙән улы колхозыбыҙҙа комбайнер булып эшләне. Ә 1975 йылдың йәйендә комбайынын улы Сынтимергә тапшырҙы. Миңә лә ул ваҡытта, 9-сы классты бөткән малайға, комбайнер ярҙамсыһы булып һуғыш ветеранының комбайнында эшләү бәхете тейҙе. Комбайндан һуңда, 1978 йылға тиклем колхоздың төрлө эштәренә сығып, ҡулынан килгәне менән ярҙам итә яугир һалдат. Йәш саҡтарында клуб ойошторған бар мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Бигерәк тә кейәүе Сәхиулла Хабибуллин (Шәмсинур һеңлеһенең ире) менән икәүләп скрипкала уйнап, ә Зөләйха әбейҙең һоҡланғыс бейеүҙәре, йырҙары, шулай уҡ үҙе лә һирәкләп булһала моңло йырҙары менән бар халыҡты таң ҡалдыралар. Тыныс хеҙмәттә лә Минеяр бабай үҙенең тырышлығы, техниканы яратыуы менән ҙур хеҙмәт уңыштарына ирешә. Чапаев исемендәге колхоз йыйылышы ҡарары менән уға колхозыбыҙҙың «Почетлы колхозсы»һы тигән абруйлы исем бирелә.
Зөләйха Минеғәли ҡыҙы биш йыл буйы ҡайны-ҡәйнәһе менән бергә иренең һуғыштан иҫән-һау йөрөп ҡайтыуына доғалар уҡып, колхоздың бар эшенә лә өлгөрөгә тырыша. Һуғыш бөтөп, яугирҙәр ҡайтҡансы Иҫке ауылдың һарыҡ фермаһында мөдир булып эшләй, һуғыш ваҡытындағы фиҙәҡәр
хеҙмәте өсөн «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы менән бүләкләнә.
Мәктәптә уҙған осрашыуҙарға, 9 май байрам көнөндә күкрәк тулы миҙал-ордендарын тағып килгән теремек, тыныс холоҡло, үткер ҡарашлы яугирҙы, Һуғыш ветераны Минеяр Бәхтегәрәевты бар совет осоронда тыуған балалар хәтерләйҙер тим. Зөләйха әбей вафат булғас улдарына күсмәй өс йыл тирәһе үҙе генә яңғыҙы төп йортта ғүмер кисерҙе фронтовик. Ул осорҙа мәктәптән аҙна һайын уҡыусылар һуғыш ветерандарына барып төрлө яҡлап ярҙам итәләр, бергәләп сәй эсеп һуғыш тураһында хәтирәләр һорашалар ине. Күптәр ветерандың бик күп орден-миҙалдарын, ә үҙенең ябайлығын, шаян һәм йор һүҙле булыуын, балаларға рәхмәтле булып оҙатыуҙарын йылы иҫтәлек, тере тарих итеп хәтерҙәрендә һаҡлайҙарҙыр. Барыбыҙға ла батыр яугир Бәхтегәрәев Минеяр тыуған илгә һөйөү, ҡаһарманлыҡ өлгөһө булып ҡала.
Источник: СПК Урал

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей