Бөйөк Еңеүгә – 75 йыл. Рәхмәт һиңә, Еңеү һалдаты!!! (аургазинский район)
Бер кем дә онотолмаған. Ғорурланабыҙ. Һеҙҙе ҙурлап баш эйәбеҙ. Бөйөк Ватан һуғышы көндәре йылдар үткән һайын беҙҙән алыҫлаша. Ләкин халҡыбыҙҙың фашизм менән тиңһеҙ көрәштәге батырлыҡтары көндән-көн сағыураҡ балҡый. Ауылыбыҙҙа һуғыштың әсе еле ҡағылмаған бер ғаилә лә юҡтыр, шунлыҡтан Бөйөк Еңеү байрамы алдынан төркөмөбеҙҙә үҙ аталарын, олаталарын, яҡындарын күрергә теләүселәр көндән көн арта. Бөгөн олаталары тураһында иҫтәлек менән Нәсимә Смакова-Йосопова уртаҡлаша. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Минийәр Миниғужа улы Йосопов иҫтәлегенә. Беҙҙең ҡартатайыбыҙ, Минийәр Миниғужа улы Йосопов, Миәкә районының Тамъян ауылында 1901 йылда тыуған. Бала сағы, үҫмер осоро ата–әсәһе, ағаһы, һеңлеһе менән татыу ғына башлана. Илебеҙҙә 1917 йыл революция осоро тип билдәле. Халҡыбыҙҙың азатлығы, үҙ аллы Башҡорт дәүләтен төҙөү өсөн көрәш башланған мәл. Башҡорт халҡының һәм Башҡортостан Республикаһының ХХ быуат тарихында иң ҡатмарлы, бер үк ваҡытта иң сағыу яҙмышлы шәхестәренең береһе, оҫта ойоштороусы, сәйәсмән, ғәскәр башлығы, атаҡлы ғалим Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың милләт үҙаллылығы өсөн көрәшкән ғәскәренә ҡушыла бер туған ағаһы Батыргәрәй менән 17 йәше тулған ҡартатайым. Вәлидовсылар ғәскәре ҡыҫырыҡланып тарҡалыуға дусар була. Батыргәрәй ағаһы Зәки Вәлиди менән бергә Урта Азияға ҡуҙғала. Ҡартатайым улар менән бергә китмәй, сөнки әсәһен, Миңибикә һеңлеһен уйлай (аталары үлгән була). Көрәшселәрҙе эҙәрлекләү башлана. Юл яҙлыҡтырыр өсөн фамилияһын үҙгәртеп, әсәһенең тыуған яғы Ауырғазы районы Юлдаш ауылына әсәһе һәм һеңлеһе Миңибикә (ҡыҙы Галиева Хәмиҙә апай) менән килеп төпләнә. Әсәһенең бер туған ағаһы Ҡолой (бик йәл, уларҙың балалары булмай) Юлдаш ауылында йәшәгән була. Уның кәңәше буйынса, Юлдаш ауылынан өҫтә, Шланлы ауылына барған юлда, Сәлих тигән бәләкәй ауылға барып урынлаша ҡартатайымдар. Егәрле, талапсан, ойоштороу һәләтлеге өсөн уны Шланлы ауылына бригадир итеп ҡуялар. Баһадир кәүҙәле, төҙ, ғорур, оҫта һунарсы, тәртипле, эшсән ҡартатайым Юлдаш ауылы һылыуы, нәнәйем Миңиямал Шәкүр ҡыҙы Хәсәнованы (ағалары Нурислам, Нәбиулла Хасановтар) кәләш итеп ала. Иҫ китмәле уңған ине нәнәйем, атлап беҙгә хәл белергә килгәндә лә, үҙенең ҡулында йөн ойоҡбаштар, бейәләйҙәр бәйләме, үҙе атлай, үҙе бәйләй ине. 1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, ҡарттайым да, тыуған илде һаҡларға һуғышҡа китә. Данлы 112-се генерал Шаймуратов дивизияһында кавалерист булып дошмандар менән алыша. Һәр ваҡыт батыр, көслө, ғәҙел генералды яҡты иҫтәлектәр менән иҫкә алып, ғорурланып һөйләр ине. Ҡамауҙа ҡалғас, генерал Шайморатов бойороғо буйынса бер төркөм яуҙаштарына (ҡартатайым шул төркөмдә була) дивизия байрағын һаҡларға һәм ярҙамға өҫтәмә көс алып килергә ҡушыла. Әммә ярҙам килгәнсе, яуыз дошман көслөрәк була, генерал Шаймуратовты һаҡлап ҡала алмайҙар. Яуҙан ҡартатайымдың бер яҡ ҡулы имгәнеп, яраланып ҡайта. Ҡайтыу менән һуғыштан һуңғы ауырлыҡтарҙы, емеректәрҙе тергеҙеү башлана һәм колхозда бригадир эшен дауам итә ул. Бәләкәй ауылдарҙы перспективаһыҙ тип тарҡатыу башлана, Сәлих ауылы ла керә был исемлеккә. 1955 йылда ҡартатайым ғаиләһе менән Мораҙым ауылына күсенеп киләләр. Сөнки бында оло ҡыҙҙары Нәфисә әбейем, яңғыҙы, улы Зиннур (1952) менән йәшәгән була һәм үҙе янына саҡырып ала. Тормош иптәше Мораҙым ауылы егете Миңулла Хабибуллин, һуғыш яраларынан төҙәлә алмай, 26 йәшендә генә вафат була. Ҡартатайым колхозға инеп, төҙөүселәр бригадаһына эшкә сыға, балта оҫтаһы була. Хабибуллин Ғәбеҙи, Исанбаев Сәлих, Валитов Зәйнулла, Янбаев Мырҙабулат, Файзуллин Йәләлитдин бабайҙар менән бергәләшеп таш сығаралар, уны ташып фермалар, иген келәттәре төҙөйҙәр. Ҡартатайым баҡса ҡарарға яратыр ине, айырыуса алма ағастарын үҫтерҙе. Күп итеп бал ҡорттары тотто. Йыл һайын беренсе бал алыу менән, беҙҙе, урамда уйнаған балаларҙы, йыйып баҡсала баллап сәй эсерер инеләр. Улдарын үҙ янына туплап, бер-берһенә ярҙам итешеп, тырышып өйҙәр һалып, эшкә лә, матур йәшәргә лә өйрәтеүсе ул булды. Ғәрәп алфавиты менән яҙылған китаптары күп ине. Матур итеп көйләп Ҡөрьән китаптарын уҡыны. Килендәре бәпес табыу менән үҙ ҡулдары менән яһап сәңгелдәк бүләк иткән, тыуған балаларға үҙе кереп аҙан ҡысҡырған. Улар нәнәйем менән бергә ике ҡыҙ һәм өс ул тәрбиәләп үҫтергәндәр. 1-се балалары Нәфисә (1929), улы Зиннур Хабибуллин тормош иптәше Миннихан Тимерйәр ҡыҙы менән улдары Артурҙы тәрбиәләп үҫтерҙеләр. 2-се балалары Кәримә (1931), Балыҡлыкүл ауылы егете Рәфҡәт Мәрүән улы Әхтәмов менән тормош ҡорҙо. Береһе колхоздың алдынғы комбайнеры булһа, икенсеһе һауынсы булып эшләне. Улар ике ул һәм өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Кәшифә (1955), Миниғәриф (1962), Рима (1964), Радик (1966), Гөлнара (1973). 3-сө балалары Тимерйәр (1937) тормош иптәше Түрһәгәҙе ауылы ҡыҙы Мәғәфүрә Ғилфан ҡыҙы менән ике ул, өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Мөнир (1961), Вәсилә (1962), Мәүсилә (1964), Нәсимә (1967), Венер (1973). 4-се балалары Риф (1940) тормош иптәше Ҡушкүл ауылы ҡыҙы Миңидинә Әбдрәхмән ҡыҙы менән ике ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Рита (1962), Рәлиф (1965), Рәшит (1973). 5-се балалары Фәрүәз (1947) тормош иптәше Һәмән ауылы ҡыҙы Рәзилә Ғатаулла ҡыҙы менән бер ул һәм дүрт ҡыҙ үҫтерҙеләр. Ләйсән (1971), Азамат (1973), Ләйлә (1976), Рәйлә (1977), Айгөл (1983) . Ҡартатайыбыҙ замана шауҡымы елдәренә бирешмәй, көслө рухлы булды, донъяның матурлығын күреп йәшәне, балаларына ла шуны өйрәтте. 1986 йылдын 3-сө ғинуарында, ҡартатайыбыҙ фани донъяға күсте, унан 9 йыл ҡалып, 1995 йылдын 3 ноябрендә нәнәйебеҙ ҙә вафат булды. Беҙ, балалары, ҡәҙерле кешеләребеҙгә мәңге рәхмәтлебеҙ һәм һәр ваҡыт уларҙы хөрмәт менән иҫкә алабыҙ . Ошо бәләкәй генә иҫтәлекте тамамлар алдынын, барлыҡ республика халҡы ҡыуаныслы хәбәр алды, илебеҙ президенты тарафынан генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа - Рәсәй Геройы исеме бирелде. Беҙ быға бик шатбыҙ һәм ғорурланабыҙ. Минийәр Миниғужа улының исеме тыуған илгә һөйөү, ҡаһарманлыҡ өлгөһө булып ҡала. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың батырлығы бөгөнгө көндә лә онотолмай. Улар мәңге хәтерҙә.
Источник: СПК "Урал"