Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙың Әбйәлил районы буйынса йомғаҡтары

Иҫәп алыу йомғаҡтары илебеҙҙәге ауыл хужалығының бөгөнгө торошон күрһәтте, ағымдағы статистикала сағылмаған күп мәғлүмәт алырға мөмкинлек бирҙе.

Республика һәм муниципаль райондар (ҡала округтары) буйынса алынған йомғаҡтар туғыҙар китаптан торған алты томда баҫылды, улар Башҡортостанстаттың рәсми сайтында бирелгән.

Был йомғаҡтар ауыл хужалығы өсөн бик мөһим. Улар ярҙамында хеҙмәт һәм ер ресурстарынының файҙаланылыуын, ауыл хужалығы культураларының сәсеү майҙандары структураһын, ауыл хужалығы малдарының, техник сараларҙың иҫәбен, етештереү инфраструктураһын һәм ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәр ҡулланған технологияларҙы күрергә мөмкин.

Ауыл хужалығы иҫәбен алыу йомғаҡтары буйынса районда 22 ауыл хужалығы ойошмаһы, 72 крәҫтиән-фермер хүужалығы, 30 шәхси эшҡыуар, 16324 шәхси ярҙамсыл һәм башҡа шәхси хужалыҡтар, граждандарҙың ком-мерция булмаған бер берекмәһе бар.

Ауыл хужалығы эшмәкәрлеге алып барған ауыл хужалығы ойошмаларының өлөшө 100, КФХ-ларҙың һәм шәхси эшҡыуарҙарҙың 98, шәхси хужалыҡтарҙың 96,7 процент тәшкил итте. 2006 йыл менән сағыштырғанда үҫеш ярашлы рәүештә 9,4%, 25,4%, 2,4 процент тәшкил итте.

Иҫәп алыу ерҙәрҙең күпме булыуын һәм нисек файҙаланылыуын асыҡ күрһәтте. Ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәргә беркетелгән ер майҙаны алдағы иҫәп алыу осоронан 182748 гектарҙан 142432-гә тиклем кәмегән, ә дөйөм сәсеү майҙаны 3930 гектарға аҙайған. Уртаса һәр хужалыҡҡа тура килгән майҙан ауыл хужалығы ойошмаларында 36,7 процентҡа аҙайған, ә крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында һәм шәхси эшҡыуарҙарҙа 2,2 тапҡырға артҡан.

Хужалыҡтарҙа ауыл хужалығы культураларының сәсеү майҙандары 5,3 процентҡа кәмеп, 70444 гектар тәшкил итә. Техник культуралар сәсеүлектәре 41,5 тапҡырға артҡан, иген культуралары майҙаны 6,9 процентҡа, мал аҙығы культуралары 34,1 процентҡа кәмегән. Картуф, йәшелсә культуралары майҙаны ярашлы рәүештә 11,5 һәм 69,6 процентҡа аҙайған.

Малсылыҡта ла һиҙелерлек үҙгәрештәр булған. Уҙған ун йыллыҡта бөтә төр хужалыҡтарҙа район буйынса һыйыр малы 29,6, шул иҫәптән һыйырҙар 25,2, сусҡалар 85,3 процентҡа кәмегән, кәзә-һарыҡтар һаны 12,3, аттар 48 процентҡа күбәйгән. Шул уҡ ваҡытта бер хужалыҡҡа уртаса алғанда малдарҙың һәм ҡош-ҡорттоң кәмеүе күҙәтелә: һыйыр малдары 46,5, шул иҫәптән һыйырҙар 55 процентҡа аҙайған.

Ауыл хужалығы иҫәбен алыу  — ауылдың социаль аспекты тураһында берҙән-бер мәғлүмәт сығанағы. 10 йыл эсендә (2016 йылда 2006 йыл менән сағыштырғанда) ауыл хужалығы ойошмаларында даими эшләүселәр һаны ҡырҡа — 84,8 процентҡа кәмегән. Ауыл хужалығында эшләгән 18-29 йәшлектәр һаны аҙайған, ә 55 йәш һәм унан олораҡтар өлөшө артҡан. Был проблема ҙур хужалыҡтарға хас. Килеп тыуған хәлде иҫәпкә алып, йәштәрҙе ауылға йәлеп итеү буйынса яңы программалар эшләү мөһим.

Ауылдағы социаль сәйәсәт өсөн мөһим әһәмиәткә эйә тағы бер һөҙөмтәне билдәләп үтеү мөһим. Буш ятҡан ауыл хужалығы ерҙәре (буш өйҙәре) булған хужалыҡтар һаны кәмегән. 2016 йылда муниципаль район буйынса бындай хужалыҡтар һаны дөйөм хужалыҡтар һанына ҡарата 0,9 процент тәшкил итһә, 2006 йылда 1,3 процент булған.

Былар барыһы ла ауыл хужалығы биләмәләрен үҫтереү буйынса йәмғиәттең һәм дәүләттең яңы һәм, иң элек, ауыл халҡының ауыл хужалығы булмаған мәшғүллекте, ауылдың социаль һәм инженер инфраструктураһын үҫтереү буйынса яңы шарттар кәрәклеге хаҡында һөйләй.

Рәмилә Истанбаева, «Әбйәлил» газетаһы

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей