Бөтә малдар тамғаланырға тейеш

БР Ветеринария идаралығының Урал аръяғы төбәк бүлексәһенең баш дәүләт ветеринар инспекторы В. В. Әминев район ветеринария станцияһы начальнигы Р. Р. Ҡарабәндин менән Әбйәлил ауылдары буйлап рейд үткәрҙе.

Владик Вилдан улы әйтеүенсә, улар малдарын тамғаларға теләмәгәндәр менән осрашып, был эштең мөһимлеген аңлатҡан, ҡайһы берҙәренә  иҫкәртеү ҡағыҙҙары бирелгән.

— Асҡар баҙарында ла булдыҡ. Бында ике аҙна элек тикшереү үткәргәндә ветеринар документтарһыҙ һатыу итеүселәр асыҡланһа, был юлы барыһының да документтары тәртиптә ине. Халыҡты туҡландырыу менән шөғөлләнгән ҡайһы бер ойошма-учреждениеларҙың, магазиндарҙың «Меркурий» программаһында теркәлмәүе һәм уның буйынса эшләмәүе асыҡланыуы аяныс. Билдәле булыуынса, был программала ветеринар документтар электрон рәүештә тултырыла һәм уның буйынса продукцияның ҡайҙа етештерелеүен, оҙатыу юлын тулыһынса күҙәтергә була. Ветеринар талаптарҙы үтәмәгән етәкселәр менән аңлатыу эше үткәрелде. Тағы шуныһы: бындай тикшереү эштәрен беҙ халыҡтың именлеге өсөн башҡарыуыбыҙҙы онотмаһындар ине. Сөнки әлдән-әле теге йәки был урында малдарҙың төрлө йоғошло ауырыуҙар менән сирләүе асыҡланып тора һәм уларҙың кешеләргә йоғоу ҡурҡынысы бар, — ти дәүләт ветеринар инспекторы.

Р. ДАУЫТОВА.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей