Бөтә ғүмерен колхозда, мал янында үткәрҙе

Бөйөк Ватан һуғышы... Күпме сабыйҙың яҙмышына үтеп инеп, өмөт-хыялдарын селпәрәмә килтергән, бала саҡ бәхетенән мәхрүм иткән. Һуғыш осоро балалары йәтимлек асыһын да татыған, аслыҡ менән дә күҙгә-күҙ осрашҡан. Тик тормошта ни тиклем ауырлыҡ күрһәләр ҙә, һынмай-һығылмай йәшәүҙәрен дауам итә. Ә күптәренең күңелдәрендә бер теләк: “Һуғыш ҡабатланмаһын”.

Көндәр үткән һайын шул йылдарҙың ауырлығын үҙ иңендә күтәргән быуын һирәгәйә барыуы болоҡһота, күп ваҡиғалар хәтерҙән юйыла. Әммә беҙ тарихтағы ҡайғылы көндәрҙе оноторға тейеш түгел.

 Һабаш ауылынан Рамаҙан бабай Игбаев тарихи хәтирәләрҙе һаҡлау, мәңгеләштереү һәм быуындан-быуынға еткереү  маҡсатында һуғышта һәләк булған ауылдаштары тураһында иҫтәлектәр яҙа. Хәтер дәфтәренән һеҙгә өҙөктәр килтерәбеҙ.

“...Бибулат Ғәлләм улы Игбаев фермала ветфельдшер булып эшләне. Таҙа кәүҙәле, үҙ эшен яҡшы белгән кеше ине. Һуғышҡа алынғас, үҙ һөнәре буйынса Шайморатов генерал дивизияһында хеҙмәт иткән. Һәләк булыу тураһында хәбәр алдыҡ. Ҡаты һуғышта уның атының тояғы имгәнә. Уға ярҙам күрһәткән ваҡытта дошман пуляһы ағайыбыҙҙы үлемесле яралай. Шулай итеп яугир аты ҡырында йәнен бирә.

Икенсе ауылдашыбыҙ Зиннур Рәсүл улы Алтынғужин ниндәй мәктәп бөтөргәндер: бик зиһенле, белемлеләрҙән һаналды. Ул ваҡытта өнһөҙ кинофильм күрһәтәләр ине. Һүрәте күренә, тауышы юҡ. Нимә тураһында бара, шуны һөйләп бара торғайны. Унан белемле кешене хәтерләмәйем.

Фазулла бабай Алсынбаев бөтә ғүмерен колхозда, мал янында үткәрҙе. Үҙ һүҙле, баҫалҡы кеше ине.  Яуҙан ҡайтып килгәнендә һәләк була.

Шаһимырҙан бабай Аҫылғужин, һуғышҡа киткәнсе, ат ҡараусы булып эшләне. Бик көслө, ҡаты ҡуллы ине. Аҫау айғырҙарҙы егергә, һыбай йөрөргә тик ул өйрәтә торғайны. Кеше менән һәйбәт мөнәсәбәттә булды.

Нурулла Алтынғужин да фронттан ҡайтманы. Буйға уртаса кәүҙәле, эшсән ине. Хәнифә еңгә менән уларҙың балалары булманы. Икеһе лә фермала эшләне, шарттар булмау сәбәпле, еңгәбеҙ ҡул бармаҡтарһыҙ ҡалды.

 Сәлимгәрәй Аҫылғужин колхоз бригадаһында косилка, лобогрейка, урғыс кеүек техникалар менән эш итте.  Нисәнсе йыл булғандыр, Американан “Форзун” тигән техника алып ҡайтҡас, техниканы уға ышанып тапшырҙылыр.

Ғүмәр Алтынбаев мәктәптә уҡығандан һуң, атаһына колхозда булышты. Буйға атаһы кеүек таҙа була торғайны.”

Күп ваҡиғаларға шаһит Рамаҙан бабай Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар тураһында иҫтәлектәрҙе бөгөнгөләй хәтерләй, хәҙерге быуын йәштәре улар йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫлек итеп йәшәгәненә ҡыуана.

Әҡлимә ИМАМОВА.

 

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей