Бөрйән бал ҡорто – халҡыбыҙ мөғжизәһе

 Район умартасыла­ры кәңәшмәһе башҡа йылдарға ҡарағанда быйыл күпкә йышыраҡ үтә башланы. Апрель айында район үҙәгендә, май айында Ырғыҙлы ауыл биләмәһендә, ә 27 июнь көнө Рөстәм Йомағужиндың умарталыҡ биләмәһендә сираттағы ҡортсолар кәңәшмәһе үтте. Был кәңәшмәне Башҡорт ғилми-етештереү ветерина­рия лабораторияһы белгесе, “Бөрйән ҡортон таҙалыҡта һаҡлайыҡ” проекты етәксеһе, ауыл хужалығы фәндәре докторы Ә. Шәрипов алып барҙы. Инеш һүҙ менән район хәкимиәте башлығы Р. Шәрипов сығыш яһаны.

 - Бөрйән ҡортон таҙалыҡта һаҡлап ҡалыуҙа беҙ үҙебеҙ әүҙемлек күрһәтергә тейешбеҙ. Ҡортсолоҡ өлкәһендәге яңы алымдарҙы, технологияларҙы ҡулланып, берҙәмлек күрһәтеп, тәжрибәләр уртаҡлашып эшләргә кәрәк. Проектта ҡатнашыусыларға, райондың б ашланғыс т арын әү ҙ ем күтәреүселәргә, кәңәшмәгә килгән ҡортсоларға рәхмәт, беҙ бергәләшеп маҡсаттарыбыҙға ирешербеҙ, тип ышанам, - тине Рөстәм Динислам улы.

Бөрйән ҡортоноң таҙалығы тураһында проект етәксеһе Ә.Шәрипов борсолоп һөйләне.

- Беҙ йәмғеһе 17 умартасы көткән бал ҡорттарынан 300- ҙән ашыу ҡорт өлгөләре (проба пчел) алдыҡ. Тикшереү- өйрәнеүҙәрҙән һуң урындағы бал ҡорттарының таҙалығы ниндәй кимәлдә һаҡланыуы билдәле булды. Үкенескә ҡаршы, хәл ҡыуанырлыҡ түгел, урындағы ҡорттар һаман сит ҡорттар менән буташа бара. Бөгөн һатыуҙа ҡортсолоҡ кәрәк-яраҡтары үтә күп. Беҙҙең тарафтан уларҙың иң һәйбәттәре һайлап алынды. Бөгөн ҡорт инәләре сығарыу лабораторияһы тулыһынса йыһазландырылды. Һатып алынған ҡулаймалар араһында иң өмөтлөһө - Франция сығарған Никот системаһына ҡараған инә көбөләре.

Шуныһы ҡыуандыра, был алға киткән Никот системаһына ҡараған инә көбөләрен бөрйән ҡорттары үҙ итте, улар беҙ көткән өмөттәрҙе аҡланы, - тип һөйләне Әғләм Яҡуп улы.

Артабан «Шүлгән- Таш» ҡурсаулығының баш ғилми хеҙмәткәре, биология фәндәре докторы Ф. Йомағужин, Бөрйән ҡортсолары идараһы рәйесе А. Дауытов, «Шүлгән-Таш» ҡурсаулығы директоры, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты М. Косарев сығыш яһаны.

Инә ҡорт күстә мөһим урын алып тора. Уның тәне ниндәйҙер матдәләр (феромондар) бүлеп сығара. Эргәләге эшсе ҡорттар ҡорт инәһенең тәнен ялайҙар һәм ошо матдәләрҙе дөйөм күскә тараталар. Һөҙөмтәлә, бал ҡорттары инәнең барлығын, уның һаумы әллә зәғифме, йәшме әллә ҡартмы һ. б. белеп торалар. Ошо феромондарҙың ниндәйҙер бер өлөшөн Өфө ғалимдары - ауыл хужалығы фәндәре докторҙары Н. Ишморатова һәм К. Тамбовцев билдәләгәндәр һәм улар нигеҙендә “Апимил” һәм “Аписил” исемле препараттар эшләгәндәр. Был препараттар, грант шарттарына ярашлы, Өфө ғалимдары тарафынан Бөрйән умартасыларына бушлай таратылған.

Бөрйән тибындағы нуклеус умарта әҙерләү мәсьәләһе хәл ителгән. Умарталыҡ биләмәһендә паркы урынлаштырылған. Нуклеус – түлле йә түлһеҙ инә ҡорт өсөн ҙур булмаған умарта. Нуклеус тыш яҡтан түмәр умартаны, ә эс яҡтан рамдар ҡуйылған ҡәҙимге, әммә бәләкәй умартаны хәтерләтә. Уны эшләү өсөн ҡарағай олондарының ҡыртышы һайлап алынған. Уларҙың төп тәғәйенләнеше - йәш инәләрҙе ваҡытлыса ғаиләле итеү һәм уға тулыһынса үҫешеп етеү өсөн тулы шарттар тыуҙырыу.

Кәңәшмәнең практик өлөшөндә бик үҙенсәлекле тикшеренеү эштәре, уларҙың һөҙөмтәләре тураһында һүҙ алып барылды, инә ҡорттарҙы маркер менән билдәләү ысулы ла күрһәтелде. Ауыл хужалығы фәндәре докторы, доцент, химик, Рәсәй Фәндәр Академияһының Өфөләге үҙәк лабораторияһы ғилми хеҙмәткәре Н. Ишморатова, ауыл хужалығы фәндәре докторы, доцент К. Тамбовцев, шулай уҡ практика үтеп йөрөүсе аспирант А. Ишемғужина сығыш яһап, тәжрибәләре менән уртаҡлаштылар, сит илдәрҙән алынған ҡулайламалар ярҙамында нисек э ш итергә өйрәттеләр.

“ Б ө р й ә н ҡ о р т о н таҙалыҡта һаҡлайыҡ” проекты ҡатнашыусылары, ҡ о р т сол а р ү ҙ ҙ ә р е н ҡ ы ҙ ы ҡ һ ы н д ы р ғ а н һорауҙарын бирҙеләр, т ә ж р и б ә м е н ә н уртаҡлаштылар.

Ә. ЮЛСУРИНА.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей