“Бөгөн кемгә рәхәт?”

7 ауылды берләштергән ауыл хакимиәте биләмәһе менән 2005 йылдан Муса Ғайса улы Уразбахтин етәкселек итә.

Беҙ уға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек:

     -     Ауыл халҡын нимә борсой?

Һөйләшеүҙең асыҡ булыуын һоранығыҙ. Шунлыҡтан ауылда йәшәүҙең бөгөн еңел түгеллеген әйтеп китер инем. Колхоз-совхоздарҙың тарҡалыуын халыҡ ауыр ҡабул итте, йылдар буйына ҡалыплашҡан ҡағиҙәләр юҡҡа сыҡты. Ғүмерҙәрен хужалыҡта эшләүгә арнаған пенсия йәшенә еткән тәжрибәле ир-егеттәребеҙ,ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ һынау алдында ҡалды.  Был нимәгә килтерҙе, әлбитә, күңел төшөнкөлөгөнә. Ауыл хужалығындағы ошо уйланылмаған аҙым эшһеҙ , иртәгәһе көнгә ышанысын юғалтҡандарға проблеманан йәшел йылан ярҙамында ҡотолорға, арынырға булышлыҡ итте. Үҙ аллы эшләп ҡарарға теләгәндәр булды, әммә ҡаршылыҡтарға осрап, ҡырағай баҙар шарттарына әҙер булмауы асыҡланды.
Бөгөн халыҡ нисек донъя көтә? Ерҙең иркенлеге, сабынлыҡтарҙың күплеге ауыл халҡына ишле мал аҫрарға булышлыҡ итәлер?
Баҫыусылыҡ менән шөғөлләнеү уңайлы уҡ түгел, уның өсөн тигеҙлек кәрәк, ә беҙҙә сәсеү ерҙәре ташлыраҡ, шунлыҡтан малсылыҡ менән шөғөлләнеү отошло.  Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн биләмәнең социаль үҫеш паспортында шәхси секторҙа мал һаны кәмеүе күҙәтелә. Шулай ҙа күптәр  шәхси ихата иҫәбенә байтаҡ аҡса эшләй. Бына ошондайҙарҙың тәжрибәһен ҡалғандар ҡабул итһен, өлгө алһын ине. Юғиһә, алыпһатар килә лә, юҡ ҡына хаҡ биреп, кешенең көс түгеп тапҡан малын алып китә. Алданып ҡалғандары ла юҡ түгел. Ауыл ҡартая, йәштәр ҡалаға йөрөп эшләй.  Улар бар, әммә ир-егеттәр ситкә сығып китергә мәжбүр, сөнки күмәк хужалыҡ, йә предприятие юҡ. Был беҙҙә генә түгел, Рәсәй буйынса иң ҙур проблема, тип уйлайым.

Ҡасандыр биләмәлә “Ергән МТС-ы” йәмғиәте эшләне. Ер ҙә буш ятманы, яңы малсылыҡ объекттары төҙөлдө. Улар киткәс, билдәле, сәсеүлек эшкәртелмәй, уңдырышлы ерҙәребеҙ буш ята. Хәҙер онотолоп бөтөргә тейеш пай ерҙәре буйынса сиселеш тапмаған һорауҙар күбәйҙе.

131-се Федераль законға ла туҡталып үтәйек әле. Уның ауыл биләмәһе ҡаҙнаһын тултырыуҙағы ролен нисек баһалайһығыҙ? 
 2006 йылдың 1 ғинуарынан “Рәсәй Федерацияһында урындағы үҙидаралыҡты ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында”ғы Федераль закон ауыл биләмәләре эшмәкәрлегенә үҙаллылыҡ бирҙе. Документ урындағы үҙидара органдарының биләмәлә йәшәгән халыҡтың тормош-көнкүреш мәсьәләләрен хәл итеүҙә үҙ аллы булыуын белдерә. Ул беҙгә яңы вәкәләттәр,  хоҡуҡтар ғына түгел, ҙур  яуаплылыҡ та өҫтәне. Мәҫәлән, юлдарҙы, зыяраттарҙы ҡарау, ауылдарҙы төҙөкләндереү, яҡтылыҡ менән тәьмин итеү һәм башҡалар. Хәтерегеҙҙәлер, быға тиклемге йылдарҙа үткән сходта халыҡ эсәр һыу, юлдар, ауылдарҙы киңәйтеү тураһында мөрәжәғәттәрҙе күтәрә ине. Граждандар фекерен иҫәпкә алып, был йүнәлештә эштәр башҡарылды. Шуларҙың береһе Ерек, Әбеттә иҫкергән һыу торбаларын алмаштырыу булғандыр, бөгөн дә ауыл зыяраттары тәртипкә килтереү, янғынға ҡаршы, төҙөкләндереү йәһәтенән эш дауам итә.
 Эскелек, эшһеҙлеккә бәйле хоҡуҡ боҙоуҙар күҙәтеләме? 
-  Ауылдарҙың бөгөнгөһөн һәм киләсәген ҡайғыртыу, ябай халыҡ мәнфәғәтен яҡлау, уларҙың йәшәйешен тейешле кимәлдә ойоштороу - урындағы хакимиәт иңендә. Әммә, беҙҙең көмөшкә ҡыуған, араҡы һатҡан кешеләрҙе тотоп, уларға яза биреү хоҡуғы юҡ. Быны полиция хеҙмәткәрҙәре эшләргә бурыслы. Шулай ҙа ҡатын-ҡыҙҙар советы, депутаттар, мәктәп етәкселеге менән берлектә эскелекте яратҡандар, көмөшкә һатыусыларға ҡаршы эш алып барыла. Күптәр ауылдағы ата- әсәһенең йортон “Әсәлек капиталы” аҡсаһына һатып, ҡалаға китте, ә ундағылар, киреһенсә беҙгә килде. Ундайҙар араһында тәртипһеҙ тормошҡа өҫтөнлөк биргәндәр осрауы  һағайта. Ауылдар Мәләүез - Нөгөш трассаһына яҡын урынлашҡан, тәбиғәтең матур урында булыуы ла ял итергә теләүселәрҙе ҡыҙыҡһындыра. Йәйгеһен урман һыҙаты, йылға ярҙарында ҡалған сүп-сарҙы хакимиәт белгестәре, уҡытыусылар, ауыл халҡы менән өмәләр ойоштороп таҙартырға мәжбүрбеҙ. Биләмәлә  берҙән-бер фермер хужалығы Ғүмәр Иҫәнов бөтә йәһәттән дә уң ҡулыбыҙ -  техника кәрәкһә, бағымсылыҡ ярҙамына мохтаж булһаҡ та, уға барабыҙ, рәхмәт, ярҙамһыҙ ҡалдырмай. Ошондай кешеләр күберәк булһа ине лә бит. Бөгөн нимәгә тотонһаң да аҡса кәрәк, шул осраҡта ғына һин ғәмәлдәге программаларҙы ҡуллана алаһың.
Ауылдарҙы һаҡлап ҡалыу өсөн нимә эшләргә кәрәк?
Беренсе сиратта, мәктәптәрҙе һаҡлап ҡалырға кәрәк булған. Булғандарының ишегенә йоҙаҡ элеү тиҙ, әммә таралған халыҡты йыйыу, туплау ауыр. Төҙөкләндереүгә йыл әйләнәһенә етди иғтибар бүленә, шулай ҙа ауылдарҙың матурлығы, таҙалығы унда йәшәгән халыҡтан тора. Әгәр ҙә һәр кем үҙенең йорт ихатаһын, тирә-яғын йыйыштыра, мәктәп, үҙ ҡарамағындағы биләмәләрҙе тәртиптә тота икән, ул саҡта тәйәгебеҙҙең йөҙө лә күпкә яҡшырасаҡ. 
Әңгәмәгә ихлас яуаптарығыҙ өсөн рәхмәт, Муса Ғайса улы! Балалар баҡсаһы, клубы, почтаһы һәм медпункты булған ауылда йәшәүселәр ситкә күсенеп китмәйәсәк. Һәр кем балалар үҫтерергә уларға лайыҡлы тәрбиә бирергә, яҡшы йәшәргә тейеш.

Рәфилә СИБӘҒӘТУЛЛИНА.

Һүрәттә: Ауыл хакимиәте башлығы отчеттар менән таныша.

Автор фотоһы.

 

 

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей