БӨГӨН - ХАЛЫҠ-АРА АУЫЛ ҠАТЫН-ҠЫҘЫ КӨНӨ ИКӘН

Бөгөн - халыҡ-ара ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнө икән, ҡыҫҡаһы, беҙҙең байрам! Ләкин, ауылдағы ҡатын-ҡыҙҙың был байрамды байрам итеп ултырырға ваҡыты булырмы икән һуң?!

Иртән таңдан тороп, тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫтәй эштәр артынан сабырға тотона бит ул, ауыл ҡатын-ҡыҙы. Күрер күҙгә күренмәгән ниндәй генә эштәр башҡармай ул. Һанап китһәң, осона ла сығырлыҡ түгел. Быларҙы тик фәҡәт ауылда йәшәгән ҡатын-ҡыҙ ғына белә. Һыйыр һауыу, көтөү ҡыуыу, һөт айыртыу, бәпкә-себеш ашатыу, һыуға барыу, ашарға бешереү, кер-иҙән йыуыу, баҡса утау - былары эре эштәргә һанала. Аллаға шөкөр, ауылда ла ғүмер буйына йәшәгәндәр, бер кем дә зарланып ултырмаған. Хәрәкәттә - бәрәкәт, аяғы тик тормағандың - ауыҙы шапылдар, тиһең дә, сабаһың да, сабаһың инде...

Ҡыҫҡаһы, барлыҡ ауыл ҡатын-ҡыҙҙарына именлек-һаулыҡ, иман байлығы, балалар шатлығы, күңел тыныслығы, бәрәкәт һәм сабырлыҡ насип булһын.

Гөлсәсәк Аласова.

Автор фотоһы.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей