Бөгөн дә алдынғы

Хәҙерге ваҡыта ла тештерелгән тулайым продукция  күләме арта.  Уҙған йыл күрһәткесе лә ошоно дәлилләй - үҫеш 11 миллиард һум тәшкил итте. “Мәләүез минераль ашламалары“ йәмғиәте яңыса эшләү ысулына күсеүгә бәйле, етештеүсәнлекте ике тапҡырға күтәрҙе. Бөгөн завод 270 мең тонна селитра етештерһә, киләсәктә уны тағы ла арттырыуҙы күҙаллай. Карбамид-аммиак селитраһын етештереүҙе яйға һалыу йүнәлешендә лә эш алып барыла.

“Мәләүез тимер бетон ҡоролмалары заводында ла үҫеш динамикаһы күҙәтелә. Рәсәйҙең Оборона Министрлығы заказы буйынса Боҙлоокеанда урынлашҡан Франц-Иосиф ерендә Төньяҡ флот аэродромы  өсөн махсус плиталар етештереүгә заказ ҡабул ителде.

Мәләүез һөт-консерва комбинатындағы инвестиция проекты сиктәрендә балалар туҡланыуы өсөн йылына 10 мең тонна киптерелгән ҡатнашма аҙыҡ етештереү яйға һалына. Махсус продукция етештереүҙә предприятиеның алдынғы урын биләйәсәгенә ышанабыҙ. Республиканың өҫтөнлөклө проекттары исемлегенә индерелгән, хаҡы 1 миллиард һум тәшкил итә.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей