БӘЛӘКӘЙ БУЛҺА ЛА, ЭШЕ ҘУР

Яҡшымбәттә Азат Ғәлиев йәшәй, интеллигенция вәкиле, һәйбәт атай, яҡшы ир. Уҡытыусы. Элек мөғәллимдәргә әҙер бесән килтереп ауҙара инеләр, хәҙер юҡ ул нәмә. Шулай булғас, Азат трактор алып ебәргән. Әҙерҙе көтөп ята торған кешеме ни ул? Бына әле ошо бәләкәй генә тракторында, Яҡшымбәт тәбиғәтенә һоҡлана-һоҡлана, бесән саба. Трактор бәләкәй булһа ла, ҙур эш башҡара, бер үҙенә өс агрегат, алды менән дә эшләй, арты менән дә эшләй. Азат Зөлфәҡәр улы, “Юшатыр"ҙың үтенесе буйынса, бесәнде нисек сабыуы, трактор алып ебәреүе тураһында яңылыҡты әйткәс, өҫтәге ысын булған хәл иҫкә төштө лә, уны ғибрәтме, фәһемме итеп килтерҙек.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей