Бәләкәй Арыҫланғол ауылында үткән сход
10 декабря 2021
Бөгөн Бәләкәй Арыҫланғол ауылында үткән сходта ауыл халҡы ППМИ 2022 лә ҡатнашырға һәм Айыҡ ауыл конкурсы сиктәрендә үткән сараларҙа әуҙем булырға тауыш бирҙе. Шулай уҡ ҡышҡы осорҙа янғын хәуефһеҙлеген күҙәтеу, малдарҙы ҡышлатыу, мал ауырыуҙарын булдырмау буйынса профилактик саралар үткәреу, коронавирусҡа ҡаршы вакцина эшләтеу, яңы йыл байрамдарын үткәреу һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды.
Источник: Абишевский сельсовет