Биш ул үҫтергән әсә, баҫыу һәм ферма хеҙмәткәре
Ҡолош ауылында йәшәүсе Рәйсә Әсәҙуллина - биш ул үҫтергән әсә.
- Бер-бер артлы донъяға килгән улдарыбыҙға ирем менән бик шатландыҡ. Матур, килешле исемдәр ҡуштыҡ: Рифҡәт, Фәһим, Фәнзил, Нәфил һәм Зинфир. Ҡыҙҙарыбыҙ булмаһа ла, бик һиҙелмәне. Сөнки ҡәҙерлеләрем бар эштәрҙе лә башҡарҙылар. Бер ваҡытта ла эште ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡына айырманылар, малды ла ҡараштылар, бесән дә әҙерләштеләр, һауыт-һабаны ла, керҙе лә, буяуһыҙ иҙәнде лә ҡырып йыуҙылар. Йөндө иләп ҡуйһам, бергә ураша, хатта бәйләшәләр ҙә ине. – Тик бына аталары Фәнил генә был яҡты донъянан иртәрәк китте, уға улдарыбыҙҙың уңыштарын артабан да күреү бәхете теймәне. Уның менән бергә 30 йыл йәшәп ҡалдыҡ, мәрхүм булғанына ла инде 30 йыл булып китте. Балаларға туйҙар ҙа яһалды, һәр береһе минең өсөн “ах” итеп тора, килендәрем дә һәйбәттәр, инде хәҙер ейән-ейәнсәрҙәр менән һөйөндөрәләр.
Рәйсә һәм Фәнил Әсәҙуллиндар йәш саҡтарында тырышып донъя көткән, мал аҫраған, баҡсаларында алмағастар, балан, ҡарағат ултыртҡан. Күпме ваҡыт уҙһа ла, емеш ағастары йылдан-йыл мул уңыштары менән һөйөндөрә. Улар әле лә иренең иҫтәлеге булып, йыл һайын яҙын сәскә ата, емештәрен бирә. Малын да бер нисә йыл элек кенә бөтөрә һикһән йәшлек юбилейына яҡынлашҡан уҙаман. Әйткәндәй, Һәүәләйҙә тыуып үҫкән Рәйсә Әсәҙуллина уңған нәҫелдән шул: Социалистик Хеҙмәт Геройы Раил Камаловтың бер туған һеңлеһе ул. “Эшһөйәрлек һәм илһөйәрлек – беҙҙең ҡанда”, - ти ул.
Ҡатын фермала оҙаҡ йылдар сусҡа ҡарай, сөгөлдөр үҫтерә, ашханала, баҡсала эшләй. Тырыш хеҙмәте өсөн Маҡтау ҡағыҙҙары һәм Рәхмәт хаттары ала, шулай уҡ фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн миҙалдар менән дә бүләкләнә. Ул үҙенең бар уңыштарында малайҙарының да өлөшөн күрә. “Улар хужалыҡ эштәрендә булышмаһа, өлгәшеп булмаҫ ине”, - ти. Эшләп үҫкән егеттәр физик яҡтан ныҡлы, көслө һәм уңған булып үҫә, ҙур түҙемһеҙлек менән армияны көтөп алалар һәм изге бурыстарын намыҫ менән үтәйҙәр.
Улдарының барыһы ла эшсе һөнәрҙәрҙе һайлаған. Араларында тракторсы, иретеп-йәбештереүсе, электрик һәм шоферҙар бар. Әлеге көндә бер улы Зинфир әсә менән торһа, өсәүһе Ҡабаҡта, берәүһе Олокүлдә йәшәй.
Рәйсә Исмәғил ҡыҙы колхозда төрлө эштәрҙе башҡара, ҡайҙа ҡушалар шунда эшләй.
Ул әле лә донъя яңылыҡтары менән ҡыҙыҡһына, ейәндәренең һәм бөтә йәш быуындың патриотик рухта тәрбиәләнеп үҫеүен теләй.
Фәниә Сәлимгәрәева.