Бик оҙаҡ ҡулланырға яҙһын!

24 июндə Мəскəүҙə Еңеү Парады үтте, ə был ваҡытта Көйөргəҙе районында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына мобиль телефондар бүлəк итеү ойошторолдо. Район хакимиəте башлығы Юлай Ильясов «Берҙəм Рəсəй» партияһы һəм «Еңеү волонтерҙары» йəмəғəт хəрəкəте тарафынан бүленгəн бүлəктəрҙе — мобиль телефондарҙы районыбыҙ ветерандары Əҙеһəм Йəнфəғəнəс улы Айсыуаҡовҡа һəм Ғөбəй Төхвəт улы Нафиҡовҡа тапшырҙы. «Был телефондар менəн хөрмəтле ветерандарыбыҙға оҙаҡ йылдар ҡулланырға һəм тик изге, матур хəбəрҙəр генə ишетергə яҙһын!» - тигəн телəктəрен дə еткерҙе Юлай Талха улы. Əйтергə кəрəк: ветерандарға тапшырылған телефондар ябай түгел. Улар «Тимуровцы 2.0» мониторинг системаһы менəн йыһазландырылған. Был системаға ярашлы, ветерандар тəүлектең телəһə ҡайһы ваҡытында үҙҙəренə кəрəкле хеҙмəттəргə шылтырата ала. Ə махсус мобиль бригада уларға ваҡытында ярҙам итергə килергə ашығасаҡ. Шулай уҡ был телефондарға үҙеңдең операторыңда ай буйы бушлай һөйлəшеүгə, башҡа операторҙар менəн айына 300 минут бушлай һөйлəшергə һəм айына бушлай 300 смс ебəрə алыуға эйə булған «Ветеран» тигəн махсус тариф ҡуйылған.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей