Бик күптәргә өлгө булырлыҡ итеп йәшәй

Минең әсәйем - Әлмөхәмәтова Әлифә Үлмәҫҡол ҡыҙы, бөгөнгө көндә Иҙрис ауылында бик күптәргә өлгө булырлыҡ итеп йәшәй.

Әсәй... Ниндәй нәфис, күңелгә йылы биреүсе һүҙ. Ошо һүҙҙе ишетеү менән күҙ алдыма әсәйемдең һыны килеп баҫа. Иң яҡшыһы, иң матуры, иң гүзәле, иң егәрле, иң яғымлы, иң-иңдәрҙең береһе – ул минең әсәйем. Ҡояш кеүек бер генә, ул минең берҙән-берем. Иҫемдә, ошондай һүҙҙәр менән яҙа инек иншаларҙы мәктәптә уҡығанда. Инде үҙем күптән өләсәй булһам да, әсәйһеҙ йәшәүҙе күҙ алдыма ла килтерә алмайым.

Минең әсәйем - Әлмөхәмәтова Әлифә Үлмәҫҡол ҡыҙы. Атаһы вафат булғанда уға ай ярым ғына булған. Олатайым Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәренән һуғышҡа китә. Яралана. Снаряд ярсығы күкрәк һөйәген аҡтара, 11 ай госпиталдә ята.

Мәктәпте тамамлағас, әсәйем ағаһы янына Сәмәрҡәнд ҡалаһына китә. Ошонда атайым менән осрашып, тормошҡа сыға. Матур итеп донъя ҡороп ебәрәләр. Ләкин бәхетле көндәр оҙаҡҡа бармай. Эшкә китеп барғанда, атайым аварияға эләгеп, һәләк була. Шулай итеп, әсәйем ике бала менән тол ҡала.

Ике баланы аяҡҡа баҫтырып кеше итер өсөн күп көс һала әсәйем. Мәктәптә уҡытыусы була, икешәр смена эшләргә тура килә. Йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша.

“1976 йылдарҙан алып һайлауҙа секретарь булдым. Ике туған ағайым Рәсүл Алтынғужин председатель ине. Элекке ваҡытта һайлауҙар иртәнге алтыла башланып, төнгө ун икегә тиклем дауам итер ине. Һәр ваҡытта беренсе тапшырып сыға инем, ул заманда бюллетендәр ҙә ҡулдан тултырыла ине,”- тип хәтерләй әсәйем һайлау ваҡыттарын.

Әсәйем Иҙрис ауылында бик күптәргә өлгө булырлыҡ итеп йәшәй. Уға 75 йәш тула. Ҡәҙерлебеҙҙе ауылда барыһы ла ихтирам итә. Матур итеп көйләп доғалар уҡый. Шуға ла уны ҙурлап, Ҡөръән аштарына йөрөтәләр.

Әсәкәйем! Беҙҙең терәк-таянысыбыҙ булып, сәләмәтлек менән оҙон-оҙаҡ йәшәргә насип булһын һиңә.

Гөлшат ШАРАПОВА.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей