БӘХЕТТЕ ТЫУҒАН ЕРЕНДӘ ТАБА

Шайморатов ауылында йә­шәүсе һәм хеҙмәт итеүсе Сабит Хәсәнов – ауылдың хөрмәтле кешеләренең береһе. Эшһө­йәрлеге менән ихтирам һәм абруй ҡаҙанған ул. Легендар дивизия командирын биргән тыуған еренән бер ваҡытта ла айырылмай, бәхетте ошонда таба. Бик иртә колхоз мәшә­ҡәттәренә сумған ауыл эшсә­ненең эш стажы 30 йылға яҡын. 
- 1978 йылда Шай­мо­ратов мәктәбенең 8-се класын та­мамлағас, фер­мала малсы булып эшләй башланым. Ике йылдан һуң трактор­сылар кур­сында уҡытып алдылар, һәм оҙаҡ йыл­дар колхозда меха­ни­затор хеҙмәтен баш­ҡар­ҙым. Үҙгәртеп ҡороу­ҙар баш­ланғас, тиҫтә йылға яҡын малсы ла булырға тура килде, - ти Сабит Мәсхүт улы.  
Ошо йылдар эсендә уның ҡулдары менән бихисап бураҙналар ярылған, меңләгән гек­тар баҫыуҙар эшкәр­телгән, һанауһыҙ тонна иген сәселгән һәм йы­йып алынған... Тех­ни­каны  ла яратҡан, мал йән­ле лә булған ағай ҡайҙа эшләһә лә ең һыҙ­ғанып хеҙмәт итә. Ты­рыш­лығы менән алды­рып, иген ҡырҙарында башҡаларға өлгө күр­һәткән, тракторҙа, ком­байнда һәм малсылыҡта күп йылдар хеҙмәт ит­кән ауыл эшсәнен етәк­селек тә күрә, шуға ла Маҡтау ҡағыҙҙарына ла эйә ул.
Егәрле эшсән тор­мо­шонан да уңған. Ҡа­тыны Фәнүзә Миңле­ғәле ҡыҙы менән ике ҡыҙға ғүмер биреп, улар­ҙы оло тормош юлына баҫтырғандар. Хәҙер ин­де олатай һәм өләсәй ҙә улар. 
Әле лә Сабит Мәсхүт улы йәш сағындағы эшен дауам итеп, баш­ҡаһын күҙ алдына ла кил­терә алмай. Һәр эш­кә йөрәк йылыһын ҡуша, тиһәң дә була. Шуға ла күңелен һалып башҡарған эштәре яҡшы, матур һөҙөмтә бирә. 
Фәниә Сәлимгәрәева.
Роза Тажетдинова фотоһы.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей