Бəхетле ҡартлыҡ

Ноябрҙең тəүге көнөндə, Ҡотлоюл ауылында йəшəүсе Тəкмилə Ҡəүи ҡыҙы Ибраһимова ла ғүмер байрамын, 80 йəшлек юбилейын билдəлəгəн. Тəкмилə Ҡəүи ҡыҙы 1940 йылда Ҡотлоюлда тыуып, ғүмер кисерə. Ул «Искра» хужалығында һауынсы булып эшлəй. Ошо уҡ ауыл егетенə, Маркс Насип улына кейəүгə сығып, дүрт балаға: 3 ҡыҙ һəм 1 малайға ғүмер бирə. Əлеге ваҡытта уның 8 ейəн-ейəнсəре, 4 бүлə-бүлəсəре бар, «Əсəйем хеҙмəт ветераны, эшендə һынатманы, һəр ваҡыт алдынғылар рəтендə булды, - ти өлкəн ҡыҙы Альмира Сахакова. - Хаҡлы ялға сыҡҡас та əле, мəктəптə 8 йыл эшлəп йөрөнө. Оло юбилейын билдəлəргə балалары ҡайтты, күрше-тирəлəге əхирəттəре лə ҡотланы. Үҙен ҙурлап, бүлəктəр һəм гөллəмə менəн Яҡшымбəт ауыл хакимиəтенəн дə килделəр. Ололап, онотмағандары өсөн бик ҡыуанды ул. Ҡотлаусыларҙың барыһына ла рəхмəттəр еткерə».

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей