Бәхетле ҡартлыҡ

Ошо йәштә үҙ аяғыңда йөрөп, балаларыңды ҡыуандырып йәшәүе сикһеҙ бәхет тип уйлайым. Һуғыш уттарын үтеп, тыуған еребеҙгә азатлыҡ килтергән быуын вәкилдәренең береһе булған хөрмәтле ветеран Григорьев Евгений Константинович ошо көндәрҙә 95 йәшен тултырҙы. Ҡаҙырғол ауыл биләмәһендә бөгөнгө көндә иҫән берҙән-бер һуғыш ветераны ул, шул уҡ ваҡытта «тере тарих та».   Евгений Константинович яҡташтары араһында хаҡлы абруй яулаған кеше. Ғүмер буйы «Өршәк» колхозында хеҙмәт һала, хужалыҡты тергеҙеү өсөн көсөн йәлләмәй. Юбилей көнөндә  район хакимиәте башлығы И.Ф. Мөхәмәтйәнов  дәүләкәндәр исеменән уға иң изге теләктәрен еткерҙе. Яҡташтары файҙаһына эшләп, ошондай оҙон ғүмер юлы үтеүенә,  тыныслыҡта, именлектә бәхетле ҡартлыҡ кисереүенә ветеран үҙе лә шат, әлбиттә.  

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей