Бәхетле баласаҡ урынына һуғыш ыҙалары

Нәзифә Батталова Ишкилде ауылында Сәләхетдин һәм Ғәйнихаят Әүбәкировтар ғаиләһендә тыуа. Замандаштары иңенә төш-кән тормош ауырлыҡтары был ғаиләне лә урап үтмәй. Нисек тә булһа балаларын ас итмәҫ өсөн атаһы дүрт йәшлек ҡыҙы Шәрифәне, өс йәше менән барған Нәзифәне, өсөнсө балаға йөклө ҡатынын алып Ырғайҙыға алтын сығарыу эшенә китә. Бында яҡын-тирә ауылдарҙан, Асҡар-ҙан эшселәр күп була. Атаһының ерҙе ҡаҙып төҙөгән землянка-һында көн итәләр. Алтын йыуыу-сыларға эш хаҡына ҡарап тамаҡ аҫырарлыҡ аҙыҡ бирелә.

Күп тә үтмәй һуғыш башлана. Атаһы фронтҡа китер саҡта балаларын күтәреп-күтәреп төшөрә лә ҡатынына: «Шәрифәне ҡара, Нәзифә бирешмәҫ ул», — ти. Атай күңеле һиҙенгәндер инде, Шәрифәһе иртә үлеп ҡала. Сәләхетдин китеп, өс ай үтеүгә Ғәйнихаяттың улы Рафиҡ тыуа. Яртылаш һыланған мейесһеҙ землянкала һыуыҡ, ә тышта һалҡын көҙ. Һалҡындан, аслыҡ-тан миктәгән Ғәйнихаят өҙлөгөп тора ла алмай, ауырып китә.

Хоҙай ҡушыуылар инде, үгеҙ егеп, ҡалаға бесән, утын һата йөрөгән Һәйетҡол ауылынан Ғәрибә Билалова исемле үткер, егәрле ҡатын юл ыңғайы Ырғай-ҙыға һуғыла. Ҡайтып, был ғаиләнең хәлен һөйләгәс, Нәзифә-нең ағаһы Нурғәле Камалов туғандарын Ишкилдегә алып ҡайта.

Яҙға табан Нәзифәнең әсәһе йүнәлеп фермаға таналар ҡарар-ға сыға. Бер аҙҙан Һәйетҡолға күсенәләр. Йәшәр йорттары бул-мағас, ферма өйөндә йәшәйҙәр. Нәзифәнең уҡытыусыһы Ҡыр-ҙастан килгән Рәйес Низамов була. Өҫтөндә лә, аяғында ла йүнле кейеме булмау сәбәпле ҡыҙ дүртенсе кластан ары уҡый алмай, әсәһенә ярҙамға һарыҡ көтөшөргә сыға.

— Бәрәстәр үлгеләгән ос-раҡта эш хаҡы ла түләнмәне. Һуңғараҡ әхирәтем Зифа Фәттәхова менән көттөк. Аслы-туҡлы кәзәләр артынан йүгерәбеҙ. Аслыҡ үҙәккә үтеп китһә, кәзәне һауып, һөтөн эсә торғайныҡ, йыуа, ҡарға бутҡаһы, ҡымыҙлыҡ менән тамаҡты алдайбыҙ. Бер ваҡыт әсәйемә эш хаҡына шытыҡ арыш бирҙеләр, шуны тирмәндә тартып, өйрә итеп эстек. Һарыҡ көтөү менән бер рәттән әсәйем мәктәптә йыйыштырыусы булып эшкә инде. Мин мәктәптең шалһыҙ иҙәнен ҡырып йыуа инем, ҡустым Рафиҡ менән үгеҙ егеп, мәктәпкә утын ташы-ныҡ, — тип һөйләй Нәзифә инәй. — Йәшһең тип торманылар, Әүжәнгә ағас ҡырҡырға ебәрҙеләр. Алтынбай ағай Мәғәфүров ат менән алып бара, алып ҡайта. Быймам тишелде, эсенә ҡар тула. Аптырағас, табанына тапсыҡ та һалып ҡарайым, барыбер аяҡ өшөй. Унда йөрөгәндә күп ыҙалар күрелде. Атайым да яуҙан ҡайтманы. Колхоз рәйесе беҙгә дүрт мөйөшлө бура буратты, Ишкилде ауыл ир-егеттәре күтәреп, төҙөп бирҙе. Шулай саҡ өйлө булдыҡ.

1958 йылда Нәзифә Сәләхетдин ҡыҙы Һәйетҡол егете Хәмит Сабирйән улы менән сәстә- рен сәскә бәйләй. Улы Рәйес тыуғас, иптәшен хәрби хеҙмәткә алалар. Балаһын әсәһе ҡара-мағына ҡалдырып, «Йәнгел» совхозының икенсе бүлексәһендә һыйыр һауа. Өс йыл хеҙмәтен тултырып үтәп ҡайтҡан иптәше һөт машинаһын йөрөтә.

Бер аҙҙан ғаилә кире Һәйет-ҡолға күсеп ҡайта, икәүләп ауыл көтөүен көтәләр, аҙаҡ береһе һауынсы, икенсеһе мал ҡараусы булып фермаға эшкә урынлаша. 1988 йылда хаҡлы ялға сыҡҡас та бер йыл йәшелсә баҡсаһында ҡарауылсы булып эшләй. Намыҫлы хеҙмәте өсөн «Коммунис-тик хеҙмәт ударнигы» күкрәк билдәһенә, иҫәпһеҙ-һанһыҙ Маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ бу-ла. «Хеҙмәт ветераны» миҙалы менән наградлана көтөүсе, 25 йыл һауынсы булып эшләгән Нәзифә инәй.

Тормош иптәше Хәмит Сабирйән улы эш һөйөүсән, тырыш ғаилә башлығы булды. Оҙаҡ йылдар бригадир дилбегәһен тартҡан абруйлы уҙаман был донъяла юҡ инде. Нәзифә инәй ире менән 60 йылға яҡын бергә ғүмер итеп матур донъя көттөләр, шуның 49 йылын ҡәйнәһе менән әсәле-ҡыҙлы кеүек татыу йәшәнеләр.

 Батталовтар Етегән йондоҙ кеүек ете ул тәрбиәләп үҫтерҙе. Тейешле белем алыуҙа ярҙам итеп, һәр береһенә матур туйҙар үткәреп, оло тормош юлына сы-ғарҙылар. Ете улы ла ил алдындағы изге бурысын намыҫлы үтәне. Рәйес, Сәлимйән һәм Ғәзиз хәрби диңгеҙ флотында хеҙмәт итте. Олоһо Рәйестең хеҙмәт дәүере — 9 йыл, шуның алтауһы контракт буйынса. Улдарының хеҙмәт ваҡытын бергә ҡушһаң — 22  йыл. Ошо йылдар дауамында балаларын уйлап, борсолоуҙар менән типкән әсә йөрәге әле лә Чечняла хәрби командировкала булған полиция хеҙмәткәре Ғәзизе өсөн һыҙлана. Әйткәндәй, ошо көндәрҙә Нәзифә инәй улының командирынан рәхмәт хаты алып ҡыуанды.

Нәзифә Сәләхетдин ҡыҙы оло булыуына ҡарамаҫтан ураҙа тота, биш намаҙын ҡалдырмай. «Һәр ҡылығыбыҙ менән Аллаһы Тәғәлә, кешелек алдында яуап-лыбыҙ», — ти ағинәй. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, ба-лаларығыҙҙың ҡәҙер-хөрмәтен күреп, оҙон-оҙаҡ ғүмер кисерергә Хоҙай насип итһен.

 

Шәһиҙә ҒӘБИТОВА.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей