Бәхетен тыуған ерендә тапҡан

Ниғәмәт ауылынан Азат Абайҙуллин бәхетен тыуған ерендә тапҡан, үҙ эшенән кинәнес алған һәм матур уй-хыялдар ҡорған  уңышлы фермерҙарҙың береһе. Баймаҡтағы 105-се һөнәрселек училищеһын тамамлаған егет башта дүрт йыл себер тарафтарында иретеп йәбештереүсе булып эшләй. Әммә тыуған яҡ барыбер ҙә үҙенә тарта – ул ауылына ҡайта һәм үҙ эшен асырға йөрьәт итә. Бынан өс йыл элек крәҫтиән-фермер хужалығы ойоштороп, малсылыҡ менән шөғөлләнә башлай.

Район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге һәм “Баймаҡ” мәғлүмәт-консултация үҙәге ярҙамы менән тәүҙә эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса район программаһында ҡатнашып, мал, кредит юллап МТЗ тракторы һәм һыйырҙар һатып ала. Бер йылдан инде “А.Абайҙуллин” КФХ-һы “Эш башлаусы фермер” дәүләт программаһы конкурсы йомғаҡтары буйынса грантҡа лайыҡ була һәм матди база 20 баш тана, пресс-йыйғыс, тырма менән тулылана.

Әле был фермер хужалығында 50 баш һыйыр малы аҫрала, улар һанын тотороҡло үҫешә. Малсылыҡта 3 кеше эшләй, улар ваҡытында хеҙмәт хаҡы алып һөйөнә. Производствоны ойоштороуҙа Азат Айрат улына тормош иптәше Әлфирә Тәлғәт ҡыҙы ла ярҙамға килә.

А.Абайҙуллин киләсәктә үҫемлекселек тармағы менән шөғөлләнеү, иген һәм мал аҙығы культуралары сәсеү һәм малсылыҡты үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуя. “Тырыш, ныҡышмалы булһаң, ауылда ла гөрләтеп йәшәргә була”, - ти Азат, - мин үҙемдең яҙмышымды ауылһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмайым”.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей