Бəхет йылмайҙы

11-се класта уҡығандарға ошо көндəрҙə планшеттар тарата башланылар. Районда сығарылыш класы уҡыусыларының һаны — 87. Уларҙың барыһына ла планшет таратмайҙар, əлбиттə. Бындай бəхет мохтаж ғаилəлəрҙə тəрбиəлəнгəн балаларға ғына йылмая. Ундайҙар һаны районда — 12. Ошо көндəрҙə 9 планшет үҙ хужаларын табасаҡ. Был исемлектə шулай уҡ РПЛИ-ла уҡыған 1 бала, БРГИ-ла белем алған 4 уҡыусы ла бар. «Аҙ тəьмин ителгəн, күп балалы ғаилəлəрҙə тəрбиəлəнгəн балаларҙың исемлеген мəктəптəр биргəн мəғлүмəт буйынса тупланыҡ. Планшеттар алыуҙа «Берҙəм Рəсəй» партияһы һəм шулай уҡ башҡа депутаттар ярҙам итə. Барлыҡ 11-се класс уҡыусыларының да Берҙəм Дəүлəт имтиханына əҙерлəнергə форсаты булһын өсөн тырышабыҙ. Уҡыусылар имтихандарҙы уңышлы тапшырып, үҙҙəре телəгəн уҡыу йорттарына керə алыр, тип ышанабыҙ», - ти район мəғариф бүлеге начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Елена Кирюшина. Ошо көндəрҙə Яңы Мораптал ауылынан Ғəббəсовтар ғаилəһе һəм Айсыуаҡтан Хоҙайбирҙиндар ғаилəһе был замана техникаһын алып шатланды ла инде. Розалия ҒƏЛИЕВА

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей